АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
17 Август 2022, 09:05

Сибай-Аҡъяр юлы насар хәлдә

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә: -Урғаҙа ауылына эш сәфәре барышында клуб төҙөлөшө менән таныштыҡ, төҙөүселәр буласаҡ клубтың нигеҙен һалыу менән шөғөлләнә. Ауылда шулай уҡ дауахананы, уның ҡаҙанлығын ремонтлау талап ителә. Сибай-Аҡъяр юлы насар хәлдә. Был мәсьәләләрҙе министрлыҡтар менән берлектә хәл итәсәкбеҙ.

Сибай-Аҡъяр юлы насар хәлдә
Сибай-Аҡъяр юлы насар хәлдә

Урғаҙа ауылын һыу менән тәьмин итеү проблемаһы йыл һайын килеп тыуа, эҫе көндәр башланғас, халыҡ эсәр һыуҙы баҡсаларға һибеү өсөн файҙалана, ошоноң арҡаһында бөтә ҡулланыусыларға ла барып етмәй. Мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостан Хөкүмәте Урғаҙа ауылын һыу менән тәьмин итеү тураһында ҡарар ҡабул итте. Төҙөлөш-монтажлау эштәрен 2024 йылға тиклем "Экология" милли проекты буйынса башҡарасаҡбыҙ, -- тип яҙҙы.

Мәғлүмәт һәм фото башлыҡ диуарынан.

 

Сибай-Аҡъяр юлы насар хәлдә
Сибай-Аҡъяр юлы насар хәлдә
Автор:Гульдар Кадаева