АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
26 Июль 2022, 11:30

Йылайыр районында “Аҫылташ” йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте

Сарала 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Дүрт көн дауам иткән сарала йәштәр үҙ-ара танышты, төрлө лекцияларҙа ҡатнашты, спикерҙар менән осрашты. Быйыл "Аҫылташ"тың юбилейы ла - ул бишенсе йыл рәттән үтә.

Йылайыр районында “Аҫылташ” йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте
Йылайыр районында “Аҫылташ” йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте

Йылайыр районында, Һаҡмар буйында урынлашҡан "Дуҫлыҡ" балалар лагеры биләмәһендә дәртле, маҡсатлы, креатив ҡарашлы йәштәрҙе туплаған "Аҫылташ" йәштәр белем биреү форумы эшлекле шарттарҙа үтте.

Форумдың төп маҡсаты - үҫешкә ынтылған йәштәрҙе күреү, табыу, уларҙа артабан лидерлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, йәштәр араһында төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарҙы өйрәтеү, берҙәм команда менән эш итеү, республика йәштәрен бергә туплау, улар өсөн аралашыу майҙансығы булдырыу.

Сарала 300-гә яҡын кеше ҡатнашты. Дүрт көн дауам иткән сарала йәштәр үҙ-ара танышты, төрлө лекцияларҙа ҡатнашты, спикерҙар менән осрашты. Быйыл "Аҫылташ"тың юбилейы ла - ул бишенсе йыл рәттән үтә.

Форумды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Яна Гайдук һәм башҡалар ҡатнашты. Быйыл да форумға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр йыйылыуы оло ҡыуаныс.

Форумды ойоштороусыларҙың береһе Илүзә Мөхәмәтйәнова сараның нисек үтеүе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләне.

Дүрт көн дауамында йәштәр үҫеш һәм ижад мөхитендә ҡайнаны."Үҫеш кимәле һәм реаль тормош араһында бәйләнеш булдырыу" панель дискуссияһы, ораторлыҡ оҫталығы, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө һөнәр вәкилдәре менән фекер алышыу йәштәргә тик файҙаға ғына булды. “Этнодонъя” майҙансығында милли аш-һыу менән һыйландылар, милли кейем кейеп ҡаранылар, уҡтан аттылар, бейенеләр, ҡурайҙа уйнанылар. Батырҙар ярышында ла һәр кем бик теләп ҡатнашты.

«Аңлайышһыҙ осраҡтарҙа тәжрибә һәм дуҫтар ҡотҡара. Тәжрибә туплағыҙ һәм күберәк дуҫлашығыҙ», — тип кәңәш итә Люция Дәүләтшина

«Иң яҡшы коуч — беҙ үҙебеҙ! Уңыш нигеҙе үҙебеҙ менән нисек идара итә алыуыбыҙға бәйле», — «Аҫылташ» форумының команда коуч-сессияһында ҡатнашыусыларға бизнес-консультант, коуч, тренер Люция Дәүләтшина тап шулай тип өйрәтә.

— Күреүебеҙсә, донъя даими һәм йылдам үҙгәрә. Ҙур эҙемтәгә килтергән көтөлмәгән ваҡиғалар була — уларҙы «ҡара аҡҡоштар» тип атайҙар. Шул саҡта бер ни ҙә планлаштырып булмағандай тойола, бигерәк тә оҙайлы ваҡытҡа стратегия төҙөү мөмкин түгел һымаҡ. Әммә үҙегеҙҙең стратегик йүнәлештәрегеҙҙе юйып ташларға ярамай, «киләсәк образы» һәр саҡ алдығыҙҙа булырға тейеш. Үҙгәрештәр осоронда тик файҙаланыр алымдар ғына алмашына. Мәҫәлән, оҙаҡ ваҡытҡа планлаштырыу урынына проект эштәре алымы килә: береһен тамамлайһың да артабанғыларына тотонаһың, уларҙың һәр береһе үҙең теләгән киләсәк образына йүнәлтелә, — тип билдәләй Люция Әнүәр ҡыҙы. — Беҙ бер нисә йылға план ҡора алмайбыҙ, әммә аҙналыҡ, айлыҡ эштәрҙе алдан билдәләргә мөмкин. Бының өсөн АGILE һәм SCRUM бар, улар — команда эше инструменттары.

— тип билдәләй Люция Әнүәр ҡыҙы. Командалағы эш элементтары беҙгә ғәҙәти тормошта ла ярҙам итә. Бизнес-тренер билдәләүенсә, тоталь билдәһеҙлек осрағында стратегик маҡсатҡа ҡарай ышаныслы барыу өсөн өс сифат мөһим: беренсенән, үҙеңә ышаныу һәм ауыр хәлдән сығыу юлдарын эҙмә-эҙлекле күрә белеү; икенсенән, эргәңдәге кешеләрҙең ярҙамына өлшәгә алыу; өсөнсөнән, үҙеңә лә башҡаларға булышлыҡ күрһәтеү. Шуның өсөн дә әлеге «Аҫылташ» форумының бай программаһына команда коуч-сессияһы индерелде. Үҙенсәлеге шунда — команда ағзалары проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләгән абстракт «дуҫы» өсөн үҙе үк коуч сифатында сығыш яһай. Шарттар буйынса, «дуҫтар» проблемаларын хәл итешеү һорауы менән командаға мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә күмәкләп төрлө юлдарҙы эҙләйҙәр, шулай уҡ уларға форумда ҡатнашҡан спикерҙар, йәмәғәт фекере лидерҙары консультация бирә. Ошондай һигеҙ команда эшләй. Проблемаларҙы бергәләп киң хәл иткәндә һәр кем үҙенә лә ниҙәр кәрәклеген аңлай, аныҡ маҡсаттары барлыҡҡа килә, киләсәк образы һынлана. — Команда коуч-сессияһының темаһы — «Карьера үҫеше». Әлеге ауыр осорҙа нисек уңышҡа өлгәшергә — был һорау һәр кем өсөн көнүҙәк, шулай ҙа айырыуса йәштәр алдында киҫкен тора. Нәҡ командала беҙ үҙгәрештәргә еңелерәк ҡулайлашабыҙ һәм артабанғы яңы шарттарға ла әҙер буласаҡбыҙ, — Люция Дәүләтшина.
Проблемаларҙы хәл итеүҙә консультант булараҡ форум спикерҙары сығыш яһаны: «Күңел ҡушҡан эш» проектының консультанты Аделия Ғәлләмова, «Геофизика» нефть-газ компанияһы инженеры, IT платформаһы менеджеры Айрат Ҡашҡаров, «Шоңҡар» йәштәр журналы бүлек мөхәррире Заһиҙә Мусина, BELIMO Automation AG системаһы тәржемәсеһе Яҙгөл Моратова һәм билдәле IT-белгес, башҡорт телмәрен өйрәнеү буйынса проектты булдырған Айгиз Ҡунафин.

Йылайыр районында “Аҫылташ” йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте
Йылайыр районында “Аҫылташ” йәштәр форумы эшлекле шарттарҙа үтте
Автор:Гульдар Кадаева