Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
21 Июль 2022, 18:45

Йылайырҙа йәштәр форумы үтә

21-24 июлдә Йылайыр районында республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы эгидаһы аҫтында «Аҫылташ-2022» Башҡортостан йәштәренең төбәк мәғариф форумы ойошторола. Быйылғы йылда ла Йылыйырҙа дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән "Аҫылташ" мәғариф йәштәр форумына йыйылды.Сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем!          

Йылайырҙа йәштәр форумы үтә
Йылайырҙа йәштәр форумы үтә

Форум бер юлы өс йөҙҙән ашыу йәште йыясаҡ. Дүрт көнгә ҡатнашыусылар үҙ үҫеше һәм ижады мөхитенә сумасаҡ: «Үҫеш кимәле һәм реаль тормош араһында бәйләнеш булдырыу» панель дискуссияһын, ораторлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен, төрлө һөнәр вәкилдәре менән дискуссия үткәреү планлаштырылған.

Автор:Гульдар Кадаева