Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Июль 2022, 20:50

ЙОЛА ТОТҠАН - ХУР БУЛМАҪ

81 йәшлек Фәриҙә апай Асҡарова тандыр ғына яғылған мейестең ҡайнар ҡуҙында ҡурғаш иретеп, “ҡото осҡан” Гүзәл Танһыҡҡужинаға һамаҡлап, доғаларын уҡып, өшкөрөп, ҡот ҡойҙо.

ЙОЛА ТОТҠАН - ХУР БУЛМАҪ
ЙОЛА ТОТҠАН - ХУР БУЛМАҪ

Клубы ла, мәктәбе лә, медпункты ла, хатта бер бөртөк магазины ла булмаған 3 урамлы бәләкәй, төпкөл ауыл... Ирәндек тауҙарының һыртына һыйынып ҡына ятҡан Баймаҡ районының матур ғына был Һәмән ауылында, ысынлап та, бер ниндәй ҙә социаль объект юҡ, газ да үтмәгән, асфальт юлдар ҙа һалынмаған. Дөрөҫ, ҡасандыр унда бик матур клуб та, шәхси эшҡыуарҙарҙың бер түгел, өс магазины ла, йәтеш кенә медпункты ла бар ине, бик борон саҡта хатта башланғыс мәктәбе лә булған.

Әлеге көндә унда 91 хужалыҡ иҫәпләнә, шуның 76 берәмегендә бөтәһе 320 кеше йәшәй, 55 пенсионер. Бала-сағалар ҙа байтаҡ, сөнки 3 саҡрымдай йыраҡлыҡта урынлашҡан күрше Билал ауылының мәктәбенә автобус иртәнсәк 2 рейс яһай. Мәктәп йәшендәге балалар ҙа күп кенә, улар балалар баҡсаһына килә. Ер иркен булғанға күрә, бында бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы бар, улар башлыса малсылыҡ, йылҡысылыҡ менән шөғөлләнә. Ниндәй генә сара үткәрелһә лә, Әсләм Ишморатов, Ришат Әминев  ауылдаштарына һәр саҡ аҡсалата ярҙам күрһәтә. Ауырлыҡтарға ҡарамайынса, ауыл халҡы тырышып, сәмләнеп тормош көтә: күпләп ҡош-ҡорт, мал аҫырайҙар, йәш-елкенсәк йорт та күтәрә. Ауылға ингәс тә, йәйрәп, йәшеллеккә сумып, киң Туҡмаҡ урамы баш алһа, икенсе оҙоно - Дуҫлыҡ урамы, ә  артабан ауыл уртаһын ярып һалҡын һыулы Ҡаран йылғаһы аға, уның ярында ошо уҡ исемле урам урынлашҡан. Заманса итеп күтәрелгән 2 ҡатлы йорттар ҙа күп кенә. Хәләл көстәре менән күбеһе йорттарына һыу индергән, санузел үткәргән. Ауылда ысын мәғәнәһендә тормош гөрләй, берәү ҙә бер нәмәгә лә зарланмай, йөҙҙәре шат, күңелдәре күтәренке һәмәндәрҙең. Бында халыҡ, ысынлап та, үҙ ара татыу, дәррәү, берҙәм, әүҙем. Быға беҙ яңыраҡ уларҙа ҡунаҡта булып тағы ла бер ҡат инанып ҡайттыҡ. Күптән түгел “өй туйларға” барҙыҡ. Ағинәйҙәр--ауыл тотҡаһы, ауылды йәнләндереүселәр. Ниндәй генә сара үткәрелһә лә, ҡап уртаһында улар ҡайнай, башҡаларҙы үҙ артынан әйҙәй, ошо бәләкәс кенә ауылда тормоштоң һүнеп ҡалыуына бер ҙә юл ҡуймайҙар. Уларҙың инициативаһы менән аҙнаның һәр шаршамбыһында йәрминкә үтә .Һөт аҙыҡтары, бешерелгән тәм-том, үҫтерелгән рассадалар, төрлө ҡул эштәрен урындағылар ҙа, хатта билалдар ҙа ихлас һатып ала. Халыҡ һәр аҙнаны түҙемһеҙләнеп көтөп ала.

Саҡырылған сәғәткә билалдарҙан тиҫтәләгән ҡатын-ҡыҙ һәм Баймаҡ районының ағинәйҙәр ойошмаһының рәйесе Г.М.Монасипова етәкселегендә Мерәҫ, Сыңғыҙ, Таулыҡай ауылдары ағинәйҙәренең башлыҡтары ла килеп етте. Иркен “Мөғлифә йәйләүе” киң ҡолас менән ҡаршы алды беҙҙе. Аллы-гөллө кейенгән ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзалары ул арала буҙаһын да, кәзә ҡымыҙын да килтереп тотторҙо. Йәшел сирәмдә зыҡ ҡубышып бала-сағалар уйнай. Наказ алған һәр бала бейеп тә, йырлап та, әкиәт, шиғыр һөйләп тә ишеттерҙе. Ауыл старостаһы, оҙаҡ йылдар Билал ауыл хакимиәте башлығы ла, уҡытыусы ла булып эшләгән З.Х.Әминев ҡунаҡтарҙы ауыл тормошо, йәшәйеше, кәрәкле мәғлүмәттәр менән таныштырып, моңло тауышы менән башҡорт халыҡ йырҙарын да башҡарып китте. “Борон заманда беҙҙең ауылда Айнулла тигән бай йәшәгән. Уның бик күп йылҡыһы, эре мөгөҙлө малы булған. Малды ҡарашыу, ағын эш итеү, ҡымыҙ бешеү, ҡышҡылыҡҡа батман-батман иретелгән һары май әҙерләү, иттәрҙе тоҙлау, ҡаҡлау, һаҡлау, бесән әҙерләшеү кеүек бөтмәҫ көндәлек эштәрҙе бик шәп, сос, тилбер, уңған Мөғлифә килендәре башҡарған. Бай уның хеҙмәтен баһалап, 1 һыйырын, бесән яҡшы үҫкән туғайын бүләк иткән. Аҙаҡтан был туғай халыҡ телендә “Мөғлифә яланы” булып киткән. Бына, беҙ ҙә, ошо эшсән, уңған, әрһеҙ киленгә оҡшарға тырышып, үҙебеҙҙе “Мөғлифә ағинәйҙәре”, ә биләмәбеҙҙе “Мөғлифә йәйләүе” тип атарға булдыҡ ”-тип һөйләп китте мәғариф ветераны, байрамды матур итеп ойоштороп, уны алып барыусы Ишһылыу Йомағужа ҡыҙы Әминева. Ҡасандыр ауылдағы иркен, ҙур, яңы клуб билдәһеҙ сәбәптәр менән янып китә, тик таштан эшләнгән кинобудкаһы менән котельныйы ғына тороп ҡала. Аҙаҡтан унда мейес сығарып, кафель йәбештереп, медпункт асалар. Тик ҡыҫҡартыу елдәре иҫкәс, ябылып ҡуя. Ошо буш торған ике бүлмәле бинаны ағинәйҙәр үҙ көстәре менән рәтләп, урындығын да эшләтеп, йыһазлап, матурлап алғандар. “Кәрәк саҡта тиҙ генә йыйылышып, кәңәш ҡорабыҙ, эшләйһе эштәрҙе лә ошонда башҡарабыҙ. Һалҡын саҡта мейесенә ут тоҡандырып, төшкән ҡуҙына тиҙ генә самауыр ҙа ҡайнатып ебәрәбеҙ. Беҙҙе берләштергән, үҙенә тартып торған бүлмәбеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ!”- тиҙәр һөйөнөп ҡатын-ҡыҙҙар. Эсендә ҡот уйнап торған, боронғо башҡорт өйөн хәтерләткән был кескәй өйҙә ҡырҡлаған кеше һыйғанбыҙҙыр. Йыраҡтан килгән ҡәҙерле ҡунаҡтар төпкө бүлмәләге урындыҡҡа менһә, ҡалғандар  өҫтәл артына, ә хужабикәләр ситке яҡҡа урынлашты. 81 йәшлек Фәриҙә апай Асҡарова тандыр ғына яғылған мейестең ҡайнар ҡуҙында ҡурғаш иретеп, “ҡото осҡан” Гүзәл Танһыҡҡужинаға һамаҡлап, доғаларын уҡып, өшкөрөп, ҡот ҡойҙо. Шулай уҡ сәңгелдәктә һаман да бер туҡтауһыҙ “илаған” сабыйҙы ҡулына алып, “өс йәнен” дә имләне.

Бохаранан килгән әбеймен,

Бохара тунын кейгәнмен.

Аҡ түшәккә мендем мин,

Өс йән имләй килдем мин.

Баланың әсәһе: “Ни имләйһең?”  -“Өс йән имләйем, ике йәнен үлтерәм, бер йәнен ҡалдырам”-тип һамаҡлап, һыйпап, тәүҙә ҡайраҡ менән, икенсеһендә бысаҡ менән, өсөнсөһөндә күмер менән баланың эсенә арҡыры “һыҙа”. Ошонда уҡ матур итеп аңлата ла: “Был күмерҙе кеше аяғы баҫмаған 7 йә 3 юл сатына ташлар кәрәк, шулайтһаң, бала йүнәлеп китә, илауы баҫыла, тыныслана.”

Маҡамыңа ҡайт, маҡамыңа ҡайт,

маҡамың бында түгел, ете юл сатында.

1 йән ҡалдырҙым, 2 йәнең үлтерҙем, -  тип имләп, доғаһын да уҡый. “Ҡот ҡойоу” күптәргә таныштыр, ә бына “Өс йәнде имләү” йолаһы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, моғайын, сөнки аҙаҡтан ағинәйгә күп кенә һорау яуҙырҙылар. “Ишеткәндәрҙер, күрәһең, яңыраҡ ҡына Сибайға 2 рәт шул йоланы башҡарырға барҙым әле”, - ти көлөмһөрәп имсе. Һай, афарин, ҡулдарығыҙҙың име килешһен, Фәриҙә апай, сабыйҙар һауығып китһендәр! Ут күршеләрҙең ихласлығы, алсаҡлығы, ябайлығы һәр аҙымда ярылып ята. Ишектән ингән ерҙә үк яурындарына таҫтамалдар һалып, өләсәйҙәр ҡулланған ҡомғандан, боронғоса, һәр инеүсенең ҡулын сайҙырһындармы, “күгәрсен һөтө” генә булмаған иҫ киткес бай, мул аш-һыулы табында аяғүрә баҫып һыйлап, тәмле аштан һуң ҙур кәсәләргә ҡойоп ҡоротло һурпа, артынса кәзә ҡымыҙын да биреп, самауырҙы йыҡҡансы, тирҙәр сыҡҡансы, хуш еҫле сәй эсерһендәрме - башҡорт халҡының ҡунаҡсыллыҡ йолаһын урын-еренә еткереп башҡарыуҙарын күреп күңелдә әйтеп бөтмәҫлек һоҡланыу, ғорурлыҡ хисе уяна. Сер түгел, һуңғы ваҡытта интернет селтәрендә ағинәйҙәрҙе тәнҡитләп яҙған яҙмалар йыш күренә башланы. Был турала Гүзәл Миҙхәт ҡыҙы ла: “Милли кейем кейеп кенә ағинәй булып булмай. Ауылда 1 йәки 2 генә ағинәй булырға мөмкин. Ләкин ошондай йәмәғәт ойошмалары бик кәрәк. Халҡыбыҙҙың боронғо кәсептәрен, йолаларын тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыу--ул беҙҙең бурысыбыҙ”, - тип үҙ фекерен еткерҙе. Башҡорттарҙың милли кейемдәренең дөрөҫ тегелеше тураһында ла бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр алдыҡ. Түбә ҡасабаһында күршеләр тула кейеҙҙән  милли орнаменттар һалып, сарыҡ теккәндәр икән, уның бер өлгөһөн беҙгә лә килтергәндәр. Һәмән ағинәйҙәр ойошмаһының рәйесе Фәймә Һибәтуллинаның өләсәһенең, ҡәйнәһенең боронғо күлдәк, елән, алъяпҡыстарын, еҙ һауыт-һабаларын (ҙур батмус, сүлмәк, сепарат) тотоп ҡарау мөмкинселеге лә булды. Ғөмүмән, бик кәрәкле, файҙалы осрашыу булды был көндә, шул йәһәттән беҙҙе рухи яҡтан байытып, матур йолалар күрһәтеп, ихлас күңелдән һыйлаған күршеләребеҙгә  рәхмәт һүҙҙәрен еткерге, эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйһе килә. Йола тотҡан-хур булмаҫ тип тап һеҙҙең кеүектәргә әйткәндәр, афарин, һәмәндәр!

Илүзә ӘФЛӘТУНОВА.

 Баймаҡ районы Билал ауылы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева