АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
8 Июль 2022, 19:00

БЕҘҘЕҢ УРАМ ҠЫҘҘАРЫ

-Ооо, Миңзәлә! Шәүрә! Гөлгөнә! - Дамира килмәгәнме әллә? -Фәйзүнә ҡайҙа?.. Бына ошондайыраҡ һорау, өндәшеүҙәрҙән торҙо нисә йылдар бер-береһен күрмәгән, ҡырҙа йәшәгән, әле күрешергә зар-интизар булған бер урам ҡыҙҙарының осрашыуы.

БЕҘҘЕҢ УРАМ ҠЫҘҘАРЫ
БЕҘҘЕҢ УРАМ ҠЫҘҘАРЫ

                         “ Бер урам ҡыҙҙары” байрамы

-Ооо, Миңзәлә! Шәүрә! Гөлгөнә!

- Дамира килмәгәнме әллә?

-Фәйзүнә ҡайҙа?..

Бына ошондайыраҡ һорау, өндәшеүҙәрҙән торҙо нисә йылдар бер-береһен күрмәгән, ҡырҙа йәшәгән, әле күрешергә зар-интизар булған бер урам ҡыҙҙарының осрашыуы. Көнө лә ниндәй бит әле?! Һалҡын көндәрҙән, уйламағанда йәй уртаһында  2 көн рәттән төшкән ҡырауҙан һуң ҡапыл йылытып, эҫетеп ебәрҙе. Белгән кеүек ошо елһеҙ, матур көнгә тап килде Билал ауылының Хөсәй урамы (хәҙер С.Юлаев) ҡыҙҙарының байрамы.

Ҡыҙҙар ҡайтты бөгөн ауылға

Ҡунаҡ ҡына булып бер аҙға.

Ҡайһылай ҙа һәйбәт ҡаршы алып

Атың башын бәйләр ер барҙа...

         Быға тиклем беҙ ишетеп йәки үҙебеҙ ҡатнашҡан “Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға!” байрамына ауылдың бөтә ҡыҙҙары ҡайтһа, бөгөн иһә тик оҙон бер урам ҡыҙҙарының үҙҙәренең генә осрашыу байрамы булды. Хәҙерге телефон, ватсап аша бөтә ер шарын тиерлек йәһәт кенә айҡап сығыуы бер ҙә ҡыйын эш түгел шул. Бәлки, шуғалыр ҙа, беҙ, ошо ауыл, ошо урам килендәре, “Иртәгә һуңға шундай-шундай байрам сараһы була”--тип ауыл китапханасыһы Р.Э.Булатова “Ағинәйҙәр” чатына хәбәр яҙыуы булды, бер аҙға шаңҡып ҡалдыҡ. Нисек инде улай ҡапыл ғына, берәү бер нәмә белмәй тигәндәй?! Әйтәм, үткән-сүткән арала кемдер баҡсаһын йә ҡапҡаһын, өйөн шаллай, төҙәтә, ҡата, ҡыйын йолҡа, рәтләй, ипкә килтерә. Баҡтиһәң, өндәшмәй генә ҙур байрамға әҙерләнеп ятҡандар икән дә Хөсәй урамындағылар! Улай тиһәң, Әбйәлил районы, ҡасандыр шул районға ҡараған Билал, күрше ауылдарҙың төҙөклөгө, матурлығы менән башҡа ауылдарҙан айырылып тороуы берәүгә лә сер түгел. Сәлимә еңгәй Әхмәтованың ауылда йәшәгән 3 ҡыҙы--Гөлнира апай, Венера, Миләүшәнең: “Әйҙәгеҙ, тик Хөсәй ҡыҙҙары ғына осрашып алайыҡтар!”--тигән тәҡдимен күршеләре Сәлимә апай Исхаҡованың ҡыҙҙары Сәриә, Зөһрә, Сәүҙә һәм Асҡарҙа йәшәүсе Зәлифә апай Камалова күтәреп ала, уларға башҡалар ҙа ҡушыла. Ыңғай ғына башланып киткән эштән ауылдың ағинәйҙәре лә, ҡатын-ҡыҙҙар Советы ағзалары ла ситтә ҡалмай. Тәғәйенләнгән көндә төрлө төҫлө флажок, шарҙар менән биҙәлгән, урамға ингән ерҙә, ҡара-ҡаршы Юламановтар йәшәгән йорттар тәңгәлендә, мул һыйлы табын, боҫрап ҡайнаған самауырҙар, йәнле музыка ҡаршы алды ситтә йәшәгән ҡыҙҙарҙы. Барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнаған урындағы мәктәптең “Йәйғор” бейеү ансамбле ҡыҙҙарының, уның етәксеһе, ошо урам килене Дилара Әхмәтованың өҙҙөрә баҫып бейеүҙәре, нәфис һүҙ оҫтаһы, районда алдынғы урындарҙы алыусы Хөсәй килене Миләүшә Ямалованың күңелгә үтеп ингән шиғыры берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр, моғайын. Ошо уҡ урам егете, мәғариф ветераны, оҙаҡ йылдар ауыл хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы, депутат М.И.Заманов ауыл тормошо, уның хәҙерге йәшәйеше, тын алышы менән таныштырыуға махсус саҡырылған ине. “Ҡасандыр шаулап торған урамыбыҙ “ҡартайып”, пенсионерҙар урамына әйләнеп бара, буш торған өйҙәр ҙә күбәйҙе тиһәк тә, Райхана Эдуард ҡыҙы менән әле генә иҫәпләп ҡараһаҡ, 21 бала барлығын асыҡланыҡ. Хәл бигүк насар ҙа түгел, тимәк, киләсәге бар урамыбыҙҙың тип ышанырға була. “Уҡытыусылар урамы” тип нарыҡлаһаҡ та булыр ине, сөнки өй аша тиерлек уҡытыусылар йәшәне. Венера Аблаева “Ҡаҙағстандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” булһа, Ғилминур Юламанова, Рәйсә Кәримова, Әнисә Әминева “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары”, беҙ улар менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ”-тине ул һүҙен йомғаҡлап. Ҡунаҡ ҡыҙҙар ҙа буш ҡул менән килмәгән.Зәлифә  Камалова, Шәүрә Камалова (Юламанова), Рәүилә Юлмөхәмәтова, билдәле балалар яҙыусыһы, “Аҡбуҙат” журналының бүлек мөдире Гөлнара Мостафина бөтә килгән гүзәл заттар исеменән сығыш яһап, мәктәпкә, ауыл китапханаһына, урамдың иң оло ағинәй-аҡһаҡалдарына, йөҙйәшәр Файза инәй Юламановаға (инәйебеҙ, алла бирһә, 6 айҙан 1 быуатлыҡ оло юбилейын ҡаршы аласаҡ) килендәргә, ағинәйҙәргә бүләктәрен тапшырып киттеләр. Нурмөхәмәт ағай Шәмсетдиновтың Әбйәлил районы Йәнгел бүлексәһендә йәшәүсе бер туған һеңлеһе Зөлфирә апай күршеләре Абдулла мулланың, ҡайным Фәйзулла, Шәһит, Хәлил Юламановтарҙың ғаиләһен, Ғилминур апай Юламанованы, уларҙың көнитмешен, ҡыҙыҡ хәлдәрен,  тиҫтере Алсыу апай Ямалова менән үҙенең бала саҡ шуҡлыҡтарын күҙҙәренә йәш алып, иҫкә алды. “Алсыу менән ауылдан сығып киткәнгә тап 55 йыл, икебеҙ ҙә бер ерҙә йәшәйбеҙ. Күршеләребеҙҙең йәшенә етеп, беҙ ҙә ҡартайҙыҡ”--тине. Эйе, ҡыҙҙар һағынғандар, зарыҡҡандар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, күрешеп туя алмайҙар! Ысынлап та, шул тиклем тулҡынландырғыс байрам булды. Күмәкләшеп самауыр сәйе эскәндән һуң пар силәктәр көйәнтәләгән ҡыҙҙар артынан урамдаштар Суҡҡарағас йылғаһына юл алдылар.

Көйәнтәле һылыу ҡыҙҙар

Йәшлеккә алып китте.

Һыу юлдары күңелдәрҙе

Һағышҡа һалып китте...

Осрашыуҙар, күрешеүҙәр

Төш булдымы? Өндөр был.

Ғүмерлеккә иҫтә ҡалыр

Иң-иң матур көндөр был...

Өйҙәренең арттарынан ғына аҡҡан ошо йылға аша һалынған баҫмала туҡталып, ҡыҙҙар ҡул-биттәрен сылаттылар, бер йотом йомшаҡ һыуын уртланылар, бала саҡта яланаяҡланып йүгерешеп уйнаған саҡтарын хәтергә алдылар. Һәр таш, һәр үлән тарих һаҡлай тигән кеүек һәр кем үҙенең иҫтәлектәренә сумды.Артабан ҡыҙҙар Суҡҡарағас буйындағы беренсе аҡланға йүнәлделәр. Бында уларҙы Шаһибалова Миләүшә, Әхмәтова Венера, Ғайсина Зәһинә апай бешергән ҡаҙан тулы һимеҙ һарыҡ ите, тәмле һурпа, шажлап ҡайнаған самауырҙар көтә ине. Мул һыйлы табын артында Хөсәй ҡыҙҙары кискә ҡәҙәр күңел астылар, ихлас аралаштылар. Хөсәй ҡыҙҙары киләһе эстафетаны Партизан (хәҙерге Һаҡмар) урамы ҡыҙҙарына тапшырҙылар. Бына ошондай матур, иҫтәлекле байрамдың шаһиты булырға насип булды беҙгә. Күҙ ҡыҙҙы. Тыуған ауылым Йүкәлә лә берәй мәл урамдаштарҙы осраштырһалар, һис шикһеҙ, осоп ҡайтырҙар ине бергә уйнап үҫкән ауылдаш ҡыҙҙар.

...Осрашыу ҡалыр күңелдәрҙә бер йәдкәр булып

ҡыҙҙар ҡайтһын ауылға тик ҡунаҡ булып!

35 йыл Хөсәй килене булып йәшәүсе Илүзә ӘФЛӘТУНОВА.

Баймаҡ районы Билал ауылы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Валиева