Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
2 Июль 2022, 20:00

Йәнтеш гармун моңона сорналһа, иҫәнгилделәр бәйге ҡарап кинәнде

Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында Батырлыҡ ордены кавалеры Флүр Иҫәнгилдин иҫтәлегенә ат-спорт ярыштары үтте. Урындағы крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Нур Күсәрбаев тарафынан ойошторолған ат сабышындаХәйбулланан тыш, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары, Сибай юртаҡтары бәйге тотто.

Йәнтеш гармун моңона сорналһа, иҫәнгилделәр бәйге ҡарап кинәнде
Йәнтеш гармун моңона сорналһа, иҫәнгилделәр бәйге ҡарап кинәнде

Был көндө ат сабыштары уҙғарылған ер – Толобай йылғаһы буйҙары һабантуй майҙансығын хәтерләтте, бында төрлө яҡтарҙан халыҡ йыйылды. Күптәре күптән күрешмәгән туған-тумасалары, яҡташтары менән осрашып, туйғансы аралашып, кинәнеп ял итте.

Бына тамашасылар көткән мәл дә килеп етте – арғымаҡтарға атланған һыбайлылар старт һыҙығына сыҡты. Тәүҙә ике йәштән өлкәнерәк төрлө тоҡомло алты ат 3500 метрлыҡ дистанцияла ярышты. Көсөргәнешле ярышта беренсе булып финишҡа «Шейх» ҡушаматлы атында Илназ Мостафин (Баймаҡ районы) килһә, икенсене «Грек» ҡушаматлы атта Илһам Әбделмәнов (Степной ауылы) яуланы. Өсөнсө урын Сиҙәм ауылынан Александр Трифоновтың «Линда»һына эләкте.

Артабан башҡорт тоҡомло һигеҙ ат старт һыҙығына баҫты, улар ҙа шулай уҡ 3500 метрлыҡ араға сабышты. Был ярышта Хәйбулла һыйбалыларына етеүселәр булманы. Иҫәнгилде ауылынан Илсур Рамаҙанов «Монгол» ҡушаматлы атында финиш һыҙығын беренсе булып үтеп, ышаныслы еңеү яуланы. «Алан» ҡушаматлы атында Айгиз Тазетдинов (Степной ауылы) 2-се урын алһа, өсөнсө урынға «Сникерс» ҡушаматлы атында Рәзиф Әхмәров (Баймаҡ районы) эйә булды.

 Бәйгелә стартҡа иң сыҙамлы аттар сыҡты, был аңлашыла ла – уларға 7 саҡрым арала сабышырға кәрәк ине. Һөҙөмтәлә был ярышта  «Красивая» ҡушаматлы атында Сергей Айсенов (Баймаҡ районы) еңеү яуланы. Икенсе булып Виталий Рогалевтың (Степной ауылы) «Маэстро»һы килде. Өсөнсөлә — «Орлик» ҡушаматлы атында Владимир Матвеев (Яңы Петровка ауылы).

Еңеүселәргә һәм ҡатнашыусыларға дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырылды.

 Автор:Раян Атанбаев

Йәнтеш гармун моңона сорналһа, иҫәнгилделәр бәйге ҡарап кинәнде
Йәнтеш гармун моңона сорналһа, иҫәнгилделәр бәйге ҡарап кинәнде
Автор:Гульдар Кадаева