АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Июнь 2022, 13:05

Улар ауылын ташламай...

—Балаларҙы хеҙмәт менән тәрбиәләргә тырышабыҙ. Өйҙә беҙгә ярҙамсылар, ә уҡыуҙа һынатмайҙар, тик яҡшы билдәләргә өлгәшәләр. 7-се класта уҡыған Ильясыбыҙ бигерәк үҙенсәлекле бала. Интернеттан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Талдан кәрзин, туҙҙан тырыздар эшләй,—тип ғорурлана ата-әсә.

Улар ауылын ташламай...
Улар ауылын ташламай...

Эш юҡлыҡтан бөгөн күптәр тыуған ауылын ҡалдырып, ситкә күсә. Йылайыр районы Байғужа ауылында йәшәүсе Сыңғыҙовтар тыуып-үҫкән төйәктәрен ташлап китергә йыйынмай. Тыуған ауылдары ҡәҙерле лә, яҡын да уларға.

Юнир Рәхимйән улы 12 балалы Сыңғыҙовтар ғаиләһендә төпсөк бала булып донъяға килә. Ағай-апайҙарына арҡаланып, йыр-моңға маһир атаһының, ауыҙ-тел ижадына ғашиҡ әсәһенең тәрбиәһен алып үҫә. Бәләкәйҙән сәхнәләрҙән төшмәй ул. Ағайҙары менән ярышып үҙаллы гармунда, баянда уйнарға өйрәнә, яйлап синтезаторҙы ла үҙләштерә, кәрәк икән йырлап та, бейеп тә китә. Былар хаҡында ишеткәс: «Сәнғәт йүнәлешендәге уҡыу йортонда белем алғанһығыҙҙыр улайһа?»—тип һораныҡ. Юҡ икән шул. Юнир Рәхимйән улы мәктәпте тамамлағас, һөнәрселек училищеһында шофер һөнәрен үҙләштерә. Техниканы яратҡан егет совхозда хеҙмәт юлын башлап ебәрә. Унан Байғужа клубында художество етәксеһе, артабан «Башҡорт баҡыры» йәмғиәтендә һаҡ бүлегенә урынлаша. Әлеге көндә Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында йөрөп эшләй. «Батыр» шәхси һаҡ ойошмаһының тиҙ яуап биреү төркөмөнөң өлкән белгесе. Юнир Рәхимйән улын коллегалары ихтирам итә, һәр яҡлап башҡаларға өлгө итеп ҡуя. Үрнәк алырлыҡ та шул! Ул ҡатыны Гөлсәсәк Шамил ҡыҙы менән 4 бала үҫтерә. Өлкән ҡыҙҙары Нәфисә Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында уҡый. Алмаз—Сибай гимназия-интернатында, Ильяс Матрай мәктәбендә белем ала. Бәләкәй Нурия әсәһе менән өйҙә атаһының эштән, апай-ағайҙарының ялға ҡайтҡанын түҙемһеҙләнеп көтә.

—Балаларҙы хеҙмәт менән тәрбиәләргә тырышабыҙ. Өйҙә беҙгә ярҙамсылар, ә уҡыуҙа һынатмайҙар, тик яҡшы билдәләргә өлгәшәләр. 7-се класта уҡыған Ильясыбыҙ бигерәк үҙенсәлекле бала. Интернеттан төрлө әйберҙәр эшләргә өйрәнә. Талдан кәрзин, туҙҙан тырыздар эшләй,—тип ғорурлана ата-әсә.

Ҡарап тороуға ябай ғына ғаилә. Әммә тыуған ерҙе, туған телде, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һанлап, үҙ мәҙәнитебеҙҙе, тарихыбыҙҙы яратып, көслө рухлы, тәрбиәле балалар үҫтергән ауыл ғаиләһе күптәргә үрнәк булырлыҡ. Ауылда эштең дә, мәткәптең дә булмауы уларҙы төшөнкөлөккә төшөрмәгән. Афарин! Артабан да ауылдың йәме булып, тиң-татыу, бәхетле йәшәүҙәрен теләйбеҙ!

 

 

 

Автор:Резеда Валиева