Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
3 Июнь 2022, 10:40

Ауыл йәме—Гәүһәркүл

Ғөмүмән алғанда, Ерек йылғаһы буйында урынлашҡан Сидоровкала халыҡ һәүетемсә көн күрә. Һәр йортта тиерлек техника бар, һәр кем үҙ эше, үҙ шөғөлө менән булыша. Мәҫәлән, Дамир Ҡотоев исемле ауылдаштары игенселек эшен алып бара. Әлбиттә, Дамир кеүектәр күберәк булһа, ауылдарҙың киләсәге ышаныслыраҡ булыр ине. Шулай ҙа һыр бирмәй әле сиҙерҙәр, барына шөкөр итеп, тулы тормош менән ҡайнап йәшәй.

Ауыл йәме—Гәүһәркүл
Ауыл йәме—Гәүһәркүл

Бер осрашыуҙа шағир Әхмәр Үтәбаев: “Ҙур ауылдарҙа халыҡ тарҡау була, ә бәләкәстәрендә татыу, бер ғаилә кеүек йәшәйҙәр. Ошоно күҙ уңында тотоп та, элек ата-бабаларыбыҙ, улдары ир ҡорона етеү менән, уларға мал биреп буш ятҡан ерҙәргә күсереп ебәргән. Улар, үҙ сиратында, үҙ ауылын булдырған”,—тигәйне. Ысынлап та, бәлки, буш ятҡан ерҙәрҙе үҙләштереү, сабынлыҡ, көтөүлек булдырыу ниәте менән күсенмәгәндәрҙер, Әхмәр Ғүмәр улы әйтмешләй, татыулыҡты ла күҙ уңында тотҡандарҙыр.
Бөгөн, әлбиттә, буй еткән уландарға үҙ ауылыңды булдыр тип әйтеү ахмаҡлыҡ булыр ине. Сөнки бөгөн йәштәрҙе тыуған ауылында ҡалдырыу ҙа проблема. Эш, мәктәп юҡ тип, күптәр ҡалаларға ашыға, ҙур ҡасабаларҙа төпләнә. Шунлыҡтан ауылдар кесерәйә, “ҡартая”. Шул уҡ мәлдә, алдан яҙыуыбыҙса, уларҙың бер ыңғай яғы ҡала: был ауылда халыҡ бер туғандай татыу, үҙ йүндәрен үҙҙәре күреп матур йәшәргә тырыша.
Күптән түгел Йылайыр районы Сидоровка ауылына юл төштө. Ҡасандыр бында, Столыпин реформаһына ярашлы, Сидоров тигән кеше күсеп килә һәм
ауыл барлыҡҡа килә. Заманында күпселекте урыҫтар тәшкил итһә, хәҙер 49 өйҙән генә торған йәтеш кенә ауылда бары тик башҡорттар йәшәй. Документта Сидоровка булһа ла, халыҡ уны үҙенсә Сиҙер тип йөрөтә. Ауылда мәсет, китапхана, мәҙәниәт йорто, фельдшер пункты бар. Башланғыс мәктәптә ике генә бала уҡый. Өлкәнерәктәре Матрайҙа, Сибайҙа, Өфөлә белем ала Сидоровка ауылы Байғужа, Үрге Ғәле, Түбәнге Ғәле, Бикйән, Аралбай ауылдары менән берлектә Үрге Ғәле ауыл биләмәһенә ҡарай. Башҡа ауылдарҙа ла йәштәр бик аҙ. Был төбәк Хәйбулла районына яҡын ятыуы менән генә отошло, ир-егеттәр Юбилей ятҡылығына, Бүребай руднигына, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенә йөрөп эшләй һәм мөмкин тиклем мал тоторға тырыша. Үҙ еренә, атай нигеҙенә тоғро ҡалған ир-азаматтарҙың ҡатындары һыйыр ағын ризыҡ итеп, ҡош-ҡорт көтөп, емеш-еләк, йәшелсә үҫтереп көн итеп кенә ҡалмай, ансамблдәргә тупланып, ғәҙәти көндәрен йырлы-моңло итеп көн күрә.
Сидоровка ауылында 2018 йылда “Гәүһәркүл” тигән фольклор ансамбле булдырыла. Унда әлеге мәлдә 46 йәштән 65 йәшкәсә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар йыйылған.
—Ансамблгә күл исемен бирҙек. Аралбай ауылы яғында шундай атамалы күл бар. Ауыл биләмәһе советынан беҙгә буш торған өйҙө биреп ҡуйҙылар. Ошо йортто таҙалап, йылытып, мөйөш булдырып алдыҡ. Кәңәшләшергә лә, репетицияға ла ошонда йыйылабыҙ. Рамаҙан айында ошонда ифтарҙар ойошторҙоҡ,—ти ансамбль етәксеһе Люциә Таһирова.
Ансамблгә тупланған ҡатын-ҡыҙҙар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Уларҙы, атап әйткәндә Гөлнур Әбделмәнова, Рәшиҙә Аҙнағолова, Сания Боҫҡонова, Гөлфирә Дәүләтҡолова, Гөлнара Боҫҡонова, Ләйсән Ҡотоева, Гөлсирә Дәүләтҡолова, Файза Ласынова, Земфира Илтенбаева, Сәлимә Таулбаева, Мәфрүзә Түләбаева, Гөлъямал Аллабирҙина, Люция Таһироваларҙы ҡул эштәренә, ғөрөф-ғәҙәттәргә, йолаларға, мәҙәниәткә, сәнғәткә булған һөйөү, ҡыҙыҡһыныу берләштергән. Улар бергәләшеп селтәр тегергә, балаҫ һуғырға, кейеҙ баҫырға өйрәнә, һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Мәҫәлән, “Бирнә турпышаһы” тигән (турпыша—сепрәк балаҫ) бейеү һалып, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсына барып, II урын алып ҡайтҡандар. “Башҡорт шәле” республика фестивалендә “Башҡорт шәленә иң яҡшы реклама ролигы” ижади программаһы өсөн икенсе дәрәжә лауреаты дипломы алыуға өлгәшәләр. Мәҙәни сараларҙан тыш, гәүһәркүлдәр мәрхәмәтлек һәм экология акцияларында ҡатнашалар. Мәҫәлән, Баймаҡ районы Аҡморон ауылындағы ҡарттар йортона барғандар, Аралбай ауылындағы һәйкәл янын таҙалағандар.
—Ауылдағы бер генә сарала уларһыҙ үтмәй. Килен ҡаршы алыу, ҡыҙ оҙатыу кеүек туй йолаларын да урын еренә еткереп үтәйҙәр, башҡа йолаларҙы йәштәргә өйрәтеүгә лә етди ҡарайҙар. Районда, республикала ниндәй генә акция, конкурс үткәрһәләр ҙә беҙ ауылдың ағинәйҙәренә, ошо ансамблгә йөрөгән апайҙарға күҙ төбәп торабыҙ. Ауыл биләмәһе башлығы Юнир Әбдрәхим улы Таһиров һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, ҡайҙа ярышҡа, мәҙәни сараға барһалар ҙа транспорт бүлә,—ти ауыл биләмәһенең эштәр идарасыһы Әлфирә Ҡотоева.
Бының шулай булыуына беҙ һис шикләнмәйбеҙ. Беҙҙе, “Атайсал” гәзите хеҙмәткәрҙәрен дә, улар киң күңел, тулы әҙерлек менән ҡаршы алды. Газ ауылға килеп етһә лә, әле булһа ла йорттарға үтмәү сәбәпле, үҙҙәре ҡарамағына алған өйҙө мейес менән йылытып, беҙҙе үҙҙәре заказ буйынса тектереп алған милли күлдәктәрҙә йырлап ҡаршыланылар. Был өйҙөң бер бүлмәһе тулыһынса ҡомартҡылар, ҡул эштәре менән тулыланған. Хәтер, ҡул эштәре, шифалы үләндәр мөйөштәре бар. Ауылға ҡайтҡан йәштәр, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн үҙ бер музей ул.
Ғөмүмән алғанда, Ерек йылғаһы буйында урынлашҡан Сидоровкала халыҡ һәүетемсә көн күрә. Һәр йортта тиерлек техника бар, һәр кем үҙ эше, үҙ шөғөлө менән булыша. Мәҫәлән, Дамир Ҡотоев исемле ауылдаштары игенселек эшен алып бара. Әлбиттә, Дамир кеүектәр күберәк булһа, ауылдарҙың киләсәге ышаныслыраҡ булыр ине. Шулай ҙа һыр бирмәй әле сиҙерҙәр, барына шөкөр итеп, тулы тормош менән ҡайнап йәшәй.
Әйткәндәй, күрше генә ятҡан Аралбай ауылы бөткән ерҙән кире тергеҙелә башлаған. Әсхәт Таулбаевтың йорто тулыһынса күтәрелгән, йәшәүгә әҙер. Йәнә 4 өй сафҡа инергә тора. Мәсет эшләп тора. Был шуны иҫбатлай: кеше ҡасан булһа ла тыуған яғына ҡайта. Тимәк, тәпәй баҫҡан ауылыңдың киләсәген бөгөндән хәстәрләү—һәр кемдең бурысы.
Резеда Усманова.

Автор:Резеда Валиева