Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
20 Май 2022, 14:35

Ил яҙмышы—ирҙәр ҡулында

Насип булғас, йәнә юлыбыҙ төштө. Бик шатланып, талпынып барҙыҡ беҙ унда. Сөнки бында бик ихлас, дәртле халыҡ йәшәй. 42 өйҙән торған ауыл халҡының һәммәһен йөҙгә танып тигәндәй бөтһәк тә, барған һайын хайран ҡалдырырлыҡ, шаҡ ҡатырырлыҡ әмәлен табып, һөнәр күрһәтеп беҙҙе арбарҙарын беләбеҙ.

Ил яҙмышы—ирҙәр ҡулында
Ил яҙмышы—ирҙәр ҡулында

Гәзитебеҙҙең 11-се һанында “Ожмах күргең килһә...” тигән баш аҫтында Йылайыр районы Сәләх ауылы хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ.
Насип булғас, йәнә юлыбыҙ төштө. Бик шатланып, талпынып барҙыҡ беҙ унда. Сөнки бында бик ихлас, дәртле халыҡ йәшәй. 42 өйҙән торған ауыл халҡының һәммәһен йөҙгә танып тигәндәй бөтһәк тә, барған һайын хайран ҡалдырырлыҡ, шаҡ ҡатырырлыҡ әмәлен табып, һөнәр күрһәтеп беҙҙе арбарҙарын беләбеҙ. Был юлы “Айыҡ ауыл”
республика конкурсы сиктәрендә “Ил яҙмышы—ирҙәр ҡулында” тигән сара планлаштырыуҙарын әйтеп, беҙҙе саҡырҙылар.

Ауылға килеп ингәндән беҙҙе байрам кәйефе биләп алды. Урамды аллы-гөллө әләмдәр биҙәй, ҡапҡаларға һуғыш һәм тыл ветерандарының ҙур фотоһүрәте эленгән, кешеләр матур кейенешеп туғайға табан ағыла. Һәр береһе йылмая, көлә-көлә лә ғәпләшә, нимәлер йүнләй, тирмә янында усаҡ яға, ҡаҙан аҫа... Оло юлдан килгән ергә ҙур итеп яҙыу ҡуйылған: “Ил яҙмышы—ирҙәр ҡулында”. Уны үтеп бер аҙ атлаһаң, оҫталарҙың эшенә юлығаһың. Бына Шамил ағай Солтанов ярҙамсыһы, ауыл старостаһы Йәмил Ҡотләхмәтов дуға бөгә, ә Илдус Солтанов ҡул тирмәне, ултырғыстар, балалар баҡсаһы өсөн сәңгелдәк, ат арбаһы эшләгән икән. Әйткәндәй, Илдусты эскелектән йолоп алып, “Айыҡ
ауыл” конкурсына әҙерлек комиссияһына индереп тә ҡуйғандар. Ул бына икенсе йыл спиртлы эсемлектән баш тартып, ҡул эштәре менән булыша икән. Ағастан эшләгән әйберҙәре бик матур килеп сыҡҡан. Хатта заказ биреүселәр ҙә барлыҡҡа килә башлаған. Бына бит, айыҡ аҡыл менән йәшәп, талантыңды эшкә еккәндә матур тормош ҡороп булыуына асыҡ миҫал!
Ары беҙ һунарсыларҙы осраттыҡ: Баязит Байсурин, Сәғәҙей Әптеков, Йәлил Ҡотләхмәтов, Фәйзулла Рәмов. Улар лецензия алып, 1-2 йәнлеккә һунар итә лә уның тиреһен эшкәртеү менән булыша икән. “Айыу менән осрашып, күҙмә-күҙ текләшеп торған мәлдәр ҙә булғыланы”,—тип көлөшә ағайҙар.
Айбулат ағай Иҫәнбаев менән Рәсүл Батисов ат дағалау серҙәрен күрһәтте. Әйткәндәй, Сәләхтә һәр ғаилә йылҡы аҫрай. Айбулат Фазылйән улы, мәҫәлән, 20-ләп ат тота. Иң аптыратҡаны шул: 42 генә йорттан торған ауылда 29 трактор бар. Тимәк, яңғыҙ йәшәүсе ҡарттарҙы иҫәпкә алмағанда, бөтәһендә лә техника бар. “Тимер ат”тар байрам сараһының күргәҙмә майҙанына ҡуйылған ине. Тракторҙар янында “Трактористар бейеүе”нең башҡарылыуы барса ҡунаҡтарҙы хайран итте. Уның видеояҙмаһы шунда уҡ интернет селтәрендә киң таралып, бөтә республика халҡында һоҡланыу уятты.
—Афарин, сәләхтәр! Афарин, йылайырҙар! Ана шулай, ирҙәр дилбегәне, рулде үҙ ҡулығыҙға алығыҙ! Ил яҙмышы—ирҙәр ҡулында. Әлбиттә, инәһе көслөнөң—иләүе лә көслө, күп ерҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр клубы эш күрһәтә. Ләкин ирҙәрҙең көслө тауышы, аҡыллы һүҙе, ҡул көсө кәрәк. Шунда ғына ил тарҡалмаҫ! Шул ваҡытта ғына күңелдәрҙә ғорурлыҡ уяна. Килешәһегеҙме?—тип яҙа социаль селтәрҙә Гөлнара Хәсәнова.
Эйе, сәләхтәрҙең һоҡландырыр ир-азаматтары күп. Тимерселек эше менән булышҡан Рәфил Атанбаев та уңған егеттәрҙең береһе. Ул эшләгән мунса мейестәре, мангалдар, шашлык әҙерләү, утын ярыу ҡоролмаһы, тәгәрмәсле мунса күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уята.
Спортсылары менән дә дан тота Сәләх! Уларҙың үҙҙәренең Эльбрусы бар. Урал аръяғының иң көслө кешеһе Айҙар Байсурин нәҡ ошо ауылда буй еткергән. Ул бәләкәйҙән бер генә спорт сараларынан да ситтә ятып ҡалмай, һәр ваҡыт уртала ҡайнап йәшәй. Төбәктәге һабантуй байрамы ла Айҙарһыҙ үтмәй, һәр саҡ көрәш майҙандарының бил бирмәҫ бәһлеүәне булып танылыу яулай. «Ирәндек батыры-2012» конкурсында еңеү яулағаны өсөн йылҡы малы менән бүләкләнә. Баһадир кәүҙәле, үткер ҡарашлы Айҙар Баязит улы 2013, 2014, 2015, 2017, 2018, 2020 йылдарҙа «Урал аръяғының иң көслө кешеһе» исеменә лайыҡ була. 2020 йылдағы еңеүе өсөн шулай уҡ йылҡы малы етәкләп ҡайтыуға өлгәшә. Көрәш майҙанында беренселекте бирмәгәне өсөн йәмғеһе утыҙ баштан ашыу һарыҡ ала.
Егәрле, уңған, алдынғы ҡарашлы егет 2020 йылдан Йылайыр районы үҙәгендәге Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында директор вазифаһын башҡара. Коллегалары араһында абруйлы, ихтирамлы етәксе, уҡыусылары өсөн ябай, ихлас, яратҡан уҡытыусы.
Сәләхтә спорт һөйөүселәр бихисап. Көрәште үҙ иткән егеттәр ҙә үҫеп килә. Мәктәптә генә уҡыһалар ҙа чемпион исемен яулаған малайҙар бар. Улар байрам сараһында көрәшеп тә күрһәтте. Мәҫәлән, күрше ауыл—Йомағужа мәктәбендә белем алыусы Рифат Атанбаев олатаһы, ауылдың тәүге көрәшсеһе Рәил Атанбаевтың юлын дауам итеп, әллә күпме конкурстарҙа еңеү яулауға өлгәшкән.
Аң-белем алыуға ла етди ҡарай сәләхтәр. Төрлө уҡыу йорттарында махсус һәм юғары белем алыусылар, үҙ һөнәрҙәре буйынса уңыш яулаусылар бихисап. Уларҙың юлын дауам итеүселәр алдағы көндәрҙә лә күп булырына ышаныс ҙур. Әле Сәләх малайҙары мәктәптә “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса инженерлыҡ серҙәрен ала, тиһәк тә хата булмаҫ. Мәҫәлән, Рифат Атанбаев һәм Арсен Таһиров директор Илнур Илдус улы Буканов етәкселегендә робот төҙөү буйынса республика кимәлендә икенсе урын яулаған. 
Ғөмүмән, терәк һәм таяныс булырҙай ир-егеттәр Сәләхтә бар һәм буласаҡ. Уларҙың абруйын күтәреп, үҫеп килеүсе быуынға өлгө итеп ҡуйып, бар эштәрен хуплап торғанда беҙҙең киләсәк ышаныслы һәм көслө ҡулдарҙа тип әйтергә була.
Әйткәндәй, күргәҙмә эштәренән һуң, сәләхтәр “Оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ” тигән сәхнәләштерелгән тамаша тәҡдим итте. Ул сәхнәлә барманы, ә ауылдың урамында ҡуйылды. Йөк машиналарына тейәлеп ҡайтҡан һалдаттар, уларҙы ҡаршы алған ҡатындар, балалар—әртистәр түгел, ә ошо бәләкәй генә ауылдың кешеләре ине. Бер кем дә: “Юҡ, мин ҡатнашмайым”,—тип тормаған, барыһы ла образға инеп, 77 йыл элек булған ваҡиғаларҙы һынландырҙы, шиғырҙар һөйләне, йырланы, бейене, гармунда уйнаны. Ошо мәҙәни сараның уртаһында ла ир-егеттәрҙең тартынмай, киреһенсә дәртләнеп йөрөүе бик ныҡ һоҡландырҙы.
Сара һуңында ауыл әүҙемдәренә Йылайыр районы башлығы Борис Мелкоедов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Артабан сәләхтәрҙең мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергә ауылдаштары, подполковник Фәиз Фәйзуллин (Байсурин) ҡасандыр ултыртҡан МИГ-2 самолеты һәйкәле янына ағастар ултыртыуы бушҡа булманы. Тамыры ныҡ ағастың—киләсәге ныҡлы, тигәндәй, был ҡайындар ел-дауылға бирешмәй үҫеп етер һәм был ауылда көслө, рухлы, ныҡлы ир-егеттәр нәҫеле йәшәүен әленән-әле иҫләтеп торор, тигән ышаныстабыҙ.

Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты:
—Быйыл “Айыҡ ауыл” проектында ҡатнашыусылар бик күп. Йылдан-йыл конкурс популяр була бара һәм уның шарттарына ла нығыраҡ төшөнәләр. Шуға конкуренция бик көслө. Күреп торабыҙ: сәләхәтәр бик матур әҙерләнгән, бик ихластар. Ынтылыштары көслө. Кем еңер был конкурста әлегә әйтеп булмай, төрлө критерий буйынса жюри ҡараясаҡ. Бөгөнгө сараға килгәндә шуны әйтер инем: сәләхтәр яңылыҡ индерҙе. Һәр ҡапҡала ветерандар фотоһы. Был көслө тәрбиә алымы. Бөгөн ата-бабаларыбыҙ фашизмға ҡаршы көрәш алып барған Украина ерендә операция бара. Егеттәребеҙ ҙә олаталары кеүек еңеү менән ҡайтыр, тип өмөтләнәбеҙ. Иң мөһиме—Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Борис Мелкоедов, Йылайыр районы башлығы:
—Сәләхтә эскелек менән булышҡан кешеләр юҡ. Үткәндә бер нисә кеше бар ине, ауылдаштары уларҙы алама юлдан йолоп алып, дөрөҫ юлға баҫтырҙы. Был—үҙе үк еңеү! Проекттың маҡсаты ла шул бит: ауылды айыҡтырыу, сәләмәт итеү. Бер-береһенә терәк булып, ярҙам итеп, айыҡ аң менән йәшәгән ерҙә киләсәккә өмөт бар.
Рөстәм Тотманов, Ҡәнзәфәр ауылы биләмәһе башлығы:
—Сәләх ауылында бик дәртле халыҡ йәшәй. Икенсе йыл “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашалар. Был минең түгел, ошо ауылда йәшәүселәрҙең инициативаһы. Үҙҙәре теләк белдереп, дәртләнеп торғас, нисек инде хупламайһың?!
Гөлсөм Бикйәнова, Ейәнсура районы Байдәүләт ауылынан килеүсе ҡунаҡ:
—Беҙҙең ауыл да “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Йылайырҙарҙан өлгө алайыҡ, тәжрибә уртаҡлашайыҡ тип килдек. Бик матур сара күрһәттеләр. Ир-егеттәрҙең һөнәргә бай булыуы, уны тергеҙеп, йәш быуынға тапшырыуҙары һоҡландыра. Улар йәштәргә үрнәк күрһәтә, йолаларыбыҙ онотолоуына юл ҡуймай. Сәләх халҡы егәрле, берҙәм халыҡ икәне күренеп тора. Бергәләп ауыл урамын йәмләп, гармундар уйнап, ауыл көйҙәрен йырлап үтеүҙәре үҙе ни тора!
Таңсулпан Төлкөбаева, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы биләмәһе башлығы:
—Сәләхтәргә бик ҙур рәхмәтлебеҙ. Сара ла, ауыл да бик оҡшаны. Уларға уңыштар теләйбеҙ һәм ҡунаҡ ашы—ҡара-ҡаршы, тигәндәй, сәләхтәрҙе 14 майҙа үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ. Беҙ уҡтан атыу сараһын ойошторабыҙ.

Автор:Резеда Валиева