Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Апрель 2022, 16:20

ҺӘР ЕРГӘ ЛӘ ӨЛГӨРӘ СӘЛӘХТӘР

Сәләхтәр өмә лә үткәрҙе, диктант та яҙҙы, тапшырыуға ла төштө. Нисек өлгөрәләр һуң барыһына ла?

ҺӘР ЕРГӘ ЛӘ ӨЛГӨРӘ СӘЛӘХТӘР
ҺӘР ЕРГӘ ЛӘ ӨЛГӨРӘ СӘЛӘХТӘР

Йылайыр районының Сәләх ауылында уңған, тырыш, өлгөр, етеҙ, бөтмөр халыҡ йәшәй. Улар бөтә ергә лә өлгөрә. Иртә менән экологик өмә үткәреп, Баҙыҡай шишмәһе янын тәртипкә килтерһәләр, сәғәт 11-гә клубҡа йыйылып башҡорт теленән Халыҡ-ара диктант яҙҙылар. Күп тә үтмәй уларға "Рәсәй 24 Башҡортостан" телеканалы хеҙмәткәре, Юлдыбай егете Иҙел Алсынов ижади төркөмө менән килеп "Айыҡ ауыл- 2021" республика конкурсында ҡатнашыуҙары тураһында тапшырыу әҙерләне. 

Гөрләп торған Сәләх ауылы республика конкурсында еңеү яулар тигән ышаныстабыҙ. Уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Резеда Валиева