+24 °С
Болотло
Баймаҡ районы Түбә ауылында кисә "Балыҡсылар көнө"н билдәләнеләр. Ярыш сәмле барҙы. Еңеүселәр төрлө номинацияла билдәләнде.
Тәүге балыҡты Мәҡсүтов Әхәт эләктерҙе. Иң ҙурын да ул тотто. Иң бәләкәй балыҡ Фәниә Мәҡсүтоваға ҡапты. Иң күп балыҡ тотоусылар булып Юлай Үлйәбаев һәм Әхәт Мәҡсүтов танылды.
Балыҡ тотоуға уйым эшләүҙә иң етеҙе Юлай Үлйәбаев булып сыҡты, Фәниә Мәҡсүтова ла сослоғо менән таң ҡалдырҙы.
Балыҡҡа бәйле иң ҡыҙыҡ көләмәсте Хафиз Ишмырҙин һөйләне.
Башҡа ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Сараның бағыусыһы Боҫҡонов Ҡыуат Шәһимырҙан улына, ойоштороусыларға--ауыл биләмәһенә, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә барыһы ла рәхмәт әйтеп, йылы сәй менән һыйланып, күңел асып таралышты.