Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
13 Февраль 2022, 17:30

ИНӘЙҘӘРҘЕҢ АҪЫЛДАРЫ ҒӘЛИӘХМӘТТӘ

Халҡыбыҙҙа кис ултырыу, йома сәйенә барыу кеүек матур ғөрөф-ғәҙәттәр бар. Һуңғы йылдарҙа улар юғалып ҡалғандай. Кешеләр үҙ-үҙҙәренә бикләнде, күршеһе менән дә ҡатышмаҫ булды. Заман сире быны тағы ла көсәйтте. Шөкөр, ауылдарҙа был күркәм ғәҙәттәр һаҡлана әле. Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйҙәре бергәләшеп ҡоймаҡ бешереп, матур табын артында йома сәйҙәре эсергә күнеккән. Ҡарап тороуы күңелле, эйеме?

ИНӘЙҘӘРҘЕҢ АҪЫЛДАРЫ ҒӘЛИӘХМӘТТӘ
ИНӘЙҘӘРҘЕҢ АҪЫЛДАРЫ ҒӘЛИӘХМӘТТӘ

Халҡыбыҙҙа кис ултырыу, йома сәйенә барыу кеүек матур ғөрөф-ғәҙәттәр бар. Һуңғы йылдарҙа улар юғалып ҡалғандай. Кешеләр үҙ-үҙҙәренә бикләнде, күршеһе менән дә ҡатышмаҫ булды. Заман сире быны тағы ла көсәйтте.

Шөкөр, ауылдарҙа был күркәм ғәҙәттәр һаҡлана әле. Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылы ағинәйҙәре бергәләшеп ҡоймаҡ бешереп, матур табын артында йома сәйҙәре эсергә күнеккән. Ҡарап тороуы күңелле, эйеме?

Һеҙҙең яҡта сәйгә йөрөшәләрме? Күрше күршеһе менән ҡатышамы? Халыҡ татыумы?

Автор:Резеда Валиева