АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Февраль 2022, 15:35

Ҡурай тажына оҡшап бара

Сибай ҡалаһында инфекцион госпиталь төҙөлөшөндә эштәр тәүлек әйләнәһенә туҡтамай. Былтыр декабрь башында нигеҙ һалынған дауахананың ҡурайҙың ете тажын хәтерләткән 3 корпусы ҡалҡып сыҡты ла инде.

Ҡурай тажына оҡшап бара
Ҡурай тажына оҡшап бара

«Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә төҙөлгән инфекцион госпиталь күҙгә күренеп төҙөлә. Ғинуар айында бында бик күп эштәр атҡарылды: 1-се,5-се, 7-се корпустарҙың металл конструкциялары тулыһынса монтажланды. Әлеге ваҡытта 1-се һәм 7-се корпустарҙа стена панелдәре теҙелә, 5-се корпустың стеналары монтажға әҙерләнә. 2-се, 3-сө, 4-се һәм 6-сы корпустарҙың нигеҙҙәре тулыһынса әҙер. Эре металл конструкциялары йыйылыу өҫтөндә. Был эштәр менән бер рәттән биналарға канализация системалары һуҙыу ҙа йәнәш алып барыла. Вертолет ултыртыу майҙансығына бетондан нигеҙ яһалған, әлеге мәлдә уның япмаһын төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленә. Госпиталгә илтеүсе юлға ҡырсынташ түшәүгә әҙерлек бара. Үрҙә әйтеүебеҙсә, эштәр тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Объектта 240 кеше эшләй, йәмғеһе 22 берәмек техника төп ауырлыҡты тарта.

Автор:Гульдар Кадаева