Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
8 Ғинуар 2022, 13:00

“Йылайыр үҙгәрә”

--Йыл дауамында бер команда булып эшләй алыуыбыҙ ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе. Йылайыр үҙгәрҙе, әйтергә кәрәк үҙгәрештәр тик ыңғай яҡҡа булды. Иң беренсе, нимә ҡыуандыра, халыҡ төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда төбәктән 11 проект урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы конкурсында еңде. Программаға ярашлы районда балалар майҙансығы, паркта йылы сисенеү урыны барлыҡҡа килде, дауаханала, муниципаль биналарҙа ремонт уҙғарылды, зыяраттар кәртәләнде, янғын машиналары өсөн модулле гараждар төҙөлдө, -- ти Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Николаевич Мелкоедов.

“Йылайыр үҙгәрә”
“Йылайыр үҙгәрә”

2021 йылда Бәрҙәш ауыл биләмәһе “Иң яҡшы муниципаль практика” Бөтә Рәсәй конкурсында республиканан берҙән-бер еңеүсе булып 15 миллион һум федераль грантҡа өлгәште. Иван-Ҡыуалат ауыл биләмәһе лә ошо конкурста призерҙар араһында булып яңы клуб астырыуға иреште.

2020 йылда Йылайыр ауылы бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында “Йылайыр ауылы тарихи-мәҙәни үҙәк” проекты менән еңеп сыҡҡайны. Шуға ярашлы әлеге ваҡытта район үҙәгенең Ленин урамының тарихи өлөшөндә киң күләмле эштәр дауам итә.

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программаһы буйынса Йылайыр ауылында һыу үткәреү торбалары яңыртылды. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Матрай ауылының мәҙәниәт һәм ял үҙәгенә капиталь ремонт уҙғарылды.

Сәләхтә яңы иман йорто ҡалҡып сыҡһа, Аралбайҙа иҫкеһенә ремонт эшләнде. Йылайырҙа Спасо-Преображенский храмы раставрациялана.

Ҡашҡар, Исҡужа ауылдары бергәләшеп “Минең ауылымдың тарихы” халыҡ байрамын һәм түңгәүер ырыуы йыйынын бик ойойшҡанлы, юғары кимәлдә үткәрҙе. Йәштәр “Аҫылташ-2021” башҡорт мәҙәниәте форумы ойошторҙо. Унда республиканан 200-ҙән ашыу йәш кеше, шул иҫәптән Рәсәй төбәктәренән дә дәртле ҡыҙҙар-егеттәрҡатнашты.

Матрай янындағы Быҙаулыҡ һауһаҡлағысында “Сәләмәтлекте яңы юғары бейеклеккә” акцияһы үтте.

Төбәктә хөкөм һөргән ҡоролоҡтан беҙҙең ауыл хужалыҡтары ла ныҡ зыян күрҙе. Дәүләт ярҙамы бүленеү айҡанлы ғына крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, предприятиелар был хәлдән имен сыға алды. Янғындар ҙа беҙҙе урап үтмәне. Дөйөм көс менән утты ваҡытында һүндереп алдыҡ.

Әкренләп юлдар төҙөкләндерелә. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә Сидоровка, Байғужа, Ҡашҡар ауылдарында фельдшер-акушер пункттары сафҡа инде. Бер мәҡәләлә тотош йылдың уңыштарын һанап бөтөп булмай. Шуға күрә иң-иңдәренә генә туҡталдым.

Иҫкеһе ошондай иҫтәлекле ваҡиғалары менән тарихҡа инһә, яңыһы унан да яҡшыраҡ булыр тигән өмөттә ҡалам. Барығыҙҙы ла Яңы йыл менән тәбрик итәм!

Автор:Гульдар Кадаева