АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
27 Июль 2021, 15:40

ҒӘЛИӘХМӘТТӘР ҺАҠСЫЛ

Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт ауылында бына ошондай ҡоҙоҡ бар. Бындай ҡоҙоҡтар элек ауыл һайын булһа, тормош үҙгәреү менән уны емереп, күмеп тә ҡуйҙылар. Ә бына Ғәлиәхмәттәр уны юҡ итергә ашыҡмай…

Ғәлиәхмәттең егәрле ир-егеттәре Мәжит Вәлиев, Ғәлимйән Билалов, Юнир Игебаев, Ғаяз Юламанов, Марат Ишемғолов һәм Мораҙым Буранбаев ауылдың Салауат Юлаев урамында урынлашҡан боронғо ҡоҙоҡтоң һыу күтәреү ҡоролмаһын яңыртты. Афарин!
Тиҙҙән буяу һәм башҡа төҙөкләндереү эштәре башҡарыласаҡ бында.
--Хәҙер өй һайын тиерлек кешеләрҙең һыу скважиналары булыуына ҡарамаҫтан, урамдағы бындай ҡоҙоҡтар - ауылдың бер йөҙө булып тора. Улар шулай уҡ альтернатив һыу запастары өсөн дә кәрәк. Элекке ауыл ҡоҙоҡтарын һаҡларға кәрәк,--тигән фекерҙә ғәлиәхмәттәр.

Әйткәндәй, ауылда барлығы ошондай 6 ҡоҙоҡ бар.
Ә һеҙҙә шундай ҡоҙоҡ һаҡланамы?

Автор:Резеда Валиева