Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
10 Апрель 2021, 18:39

Таҙалыҡ, тәртип үҙебеҙҙең ҡулда!

Республика төбәктәрендә яҙғы өмәләр уҙғарыу матур традицияға әйләнде. Бөгөн дә субботникка Сибай ҡалаһы ойошмалары дәррәү сыҡты. Мәғлүмәт үҙәге коллективы ла үҙ территорияһын йыйыштырҙы: ҡороған ағас ботаҡтарын киҫте, түтәлдәрҙе тәрбиәләне, бордюрҙарҙы һәм ағас олондарын аҡланылар. Ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сар ҙа йыйып алынғас, тирә-яҡ йәмләнеп ҡалғандай тойолдо. Барығыҙҙы ла яҙғы өмәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Таҙалыҡ һәм тәртип үҙебеҙҙең ҡулда бит!

Республика төбәктәрендә яҙғы өмәләр уҙғарыу матур традицияға әйләнде. Бөгөндә субботникка Сибай ҡалаһы ойошмалары дәррәү сыҡты. Мәғлүмәт үҙәге коллективы ла үҙ территорияһын йыйыштырҙы: ҡороған ағас ботаҡтарын киҫте, түтәлдәрҙе тәрбиәләне, бордюрҙарҙы һәм ағас олондарын аҡланылар. Ҡар аҫтынан сыҡҡан сүп-сар ҙа йыйып алынғас, тирә-яҡ йәмләнеп ҡалғандай тойолдо. Барығыҙҙы ла яҙғы өмәләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Таҙалыҡ һәм тәртип үҙебеҙҙең ҡулда бит!