Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
15 Сентябрь 2020, 21:35

БЕҘҘЕҢ УРАМ - МАТУР УРАМ

Ниғәмәт ауылының Баҡса урамы башланған урында ошо урам һәм Һаҡмар урамының ир-егеттәре оҙон-оҙон өҫтәлдәр әҙерләне. Унда һәр йорттоң ишек алдында үҫтерелгән сәскәләр, емеш-еләктәр, йәшелсәләр ҡуйылды, ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән салаттар урын алды. Борҡоп ҡайнаған самауырҙарға ҡарап күңел күтәрелде. Күңел йылыһы менән бешерелгән торттарҙы, бәлештәрҙе һәм башҡа тәм-томдарҙы күреп хужабикәләрҙең оҫталығына һоҡландыҡ.

Илдә барған хәлгә ҡарап: “Республикала, районда традицияға инеп барған төрлө конкурстар туҡтар инде”,--тип хәүефләнгәндә "Айыҡ ауыл-2020 йыл”конкурсы иғлан ителде. Былтыр был конкурсҡа беҙҙең Ниғәмәт ауылы ҡушылырға батырсылыҡ итмәһә лә “Сәләмәт ауыл” конкурсында ҡатнашып, районда гран-при алыуға өлгәшкәйне. Ауыл халҡында был дәрт уятты, әлеге конкурсҡа илһамланып ҡушылды, тиергә була. Маҡсат-- аңлы айыҡ тормош алып барыу өсөн һәр йүнәлештә ыңғай яҡтарҙы башҡалар араһында пропагандалау. Йыйылыштар, мөрәжәғәттәр, спартакиадалар үткәреү, ауылдың шәхестәрен ҙурлау, уңған йорт хужаһын, хужабикәһен, хатта тарихыбыҙҙы ла асыҡлау булды. Быларҙың бөтәһе тураһында түгел, ә ауылда күптән түгел үткәрелгән байрам тураһында һүҙем.
3 сентябрь көнө Ниғәмәт ауылының Баҡса урамы башланған урында ошо урам һәм Һаҡмар урамының ир-егеттәре оҙон-оҙон өҫтәлдәр әҙерләне. Унда һәр йорттоң ишек алдында үҫтерелгән сәскәләр, емеш-еләктәр, йәшелсәләр ҡуйылды, ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән салаттар урын алды. Борҡоп ҡайнаған самауырҙарға ҡарап күңел күтәрелде. Күңел йылыһы менән бешерелгән торттарҙы, бәлештәрҙе һәм башҡа тәм-томдарҙы күреп хужабикәләрҙең оҫталығына һоҡландыҡ. Табын, туй өҫтәленән дә бай булып, күркәмләнеп урамды биҙәне.
Өҫтәлгә теҙеп ҡуйылған көҙгө уңыштың төрлөлөгөн, эшләнеү оҫталығын айырым комиссия ҡарап баһалап сыҡты. Бынан тыш, хужабикәләрҙең ҡул эштәре—ҡорамалары, түшәк-юрғандары, бәйләнгән кейемдәре, шәл- косынкалары, ойоҡ-башалтайҙары бик күп ине. Айырыуса Фәриҙә Яхинаның көҙгө уңышы хайран итте. Ул ҡышҡылыҡҡа 150-ләп банка әҙерләп ҡуйған. Уның урамындағы йәшелсәләрҙән, емеш-еләктән тыш, сәскәләре күҙҙең яуын алып балҡып ултыра. Мансурова Әлифәнең уңыштары менән ҡорама түшәктәре әллә ҡайҙан сәскә кеүек үҙенә йәлеп итеп тора. Дәүләтшин Сәлимйән Сөләймән улының ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән балыҡтары, Ләлә Ниғмәтуллинаның һырғанаҡ емештәре, грушаһы тиҙ арала һорау тапты, сөнки был байрам күргәҙмә-сауҙа итеп ойошторолғайны. Күргәҙмә-йәрминкәгә йомортҡа, балан, алма, ҡыяр, помидор, ҡабаҡ, патисон, борос һ.б. бик күп сығарылғайны. Фәниә Мырҙағалинаның помидорҙары үҙенең ҙурлығы, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың бешергән ризыҡтары тәмлелеге менән хайран итте.
Шулай ҙа был байрамдың тағы бер һөйөнөслө яғы булды: икенсе төбәктәрҙән оло йәштәге әсәйҙәрен тәрбиәләргә килеүселәр ҙә был байрамға ихлас ҡушылыды. Рәмзиә Лоҡманова, Рәйлә Фәрисламоваларға рәхмәт әйтке килә. Улар әсәйҙәрен ҡарап өйҙә генә ултырмай, ә ауыл сараһына ла ҙур теләк менән ҡушылды. Тимәк, байрам--һәр кемдең күңел теләгенә яуап биргән. Иҫән ауылынан килеп ауылда “Матурлыҡ” салоны асып эшләүсе Лилиә Иҫәнбаеваның бәшмәктәре лә халыҡҡа хуш килде.
Уҡытыусы, күп балалы әсә Зөһрә Мәғәсүм ҡыҙы Хасанованың ҡул эштәре лә айырым иғтибарға лайыҡ булды. Күптән генә Себер яҡтарынан ҡайтҡан Миңнур Булатова ла( Абайдуллина ) күптәргә ят булған ҡул эштәре һәм йәшелсәләрен алып сыҡҡан. Ул тиҙ арала ауыл халҡы менән уртаҡ тел табып, хатта ҡул эштәре буйынса ҡышҡыһын мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ серҙәрен өйрәткәйне. Ниғмәтуллина Альмира менән Ғәббәсова Миңлебикәнең уңыштары ла һоҡландырҙы.
Байрам аҙағында был урам халҡы урындағы әҙибә Иҫәнбаева сығарған таҡмаҡтарҙы жюриға тәҡдим итте. Ғөмүмән, ике урам да дәррәү ҡатнашты. Берәүҙәр сәскә, гөл килтерҙе, икенселәре--йәшелсә, өсөнсөләре--емеш-еләк, ҡайһылары ҡорама эшләүгә, бәйләм бәйләүгә оҫта булыуын иҫбатланы.
Әйткәндәй, был ике урам халҡы электән әүҙем. 1985 йылда район буйынса улар “ Иң яҡшы баҡса үҫтереүселәр урамы” булһа, 1989 йылда “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында аш-һыу номинацияһында Гран-при һәм 1-се урындарҙы алды. 2011 йылда район буйынса “ Иң өлгөлө урам”, ә Бикметов Айҙар Әнүәр улының өйө “Иң өлгөлө йорт” исемдәренә лайыҡ булғайны. Тимәк, әлеге көҙгө сараны ошо ике урам башлап ебәреүе лә тиккә түгел. Байрам эстафетаһы Мортазин һәм Октябрь урамына тапшырылды.
Рәйсә Иҫәнбаева.
Ниғәмәт ауылы.