АТАЙСАЛ
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Сентябрь 2020, 12:00

БАЙМАҠ БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ

Баймаҡ ҡалаһының күп ҡатлы йорттарының береһендә йәнә бер графитти барлыҡҡа килә. Фәнис Ҡормашев менән Альберт Сәйетҡолов С.Юлаев проспектында урынлашҡан 27-се йорт фасадында эшләй. Бында милли геройыбыҙ Салауат һыны кәүҙәләндерелә.Быйылғы йылда Баймаҡ ҡалаһында тағы ниҙәр эшләнелгән. Хәбәрсе Кәримә Усманова һеҙҙе Баймаҡ буйлап сәйәхәт итергә саҡыра. Сайтҡа күҙ һалығыҙ.

Көндән-көн Баймаҡ ҡалаһының төҙөк һәм матур була барыуына баймаҡтар ҙа, ҡала ҡунаҡтары ла иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Урамдар төҙөкләндерелә, ихаталар яңыра, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар һалына, иң мөһиме--йәшәү өсөн ҡала халҡына уңайлы һәм заманса шарттар тыуҙырыла. Мөхитте тағы ла сағыуыраҡ итеү маҡсатында ҡала быйыл ике федераль проектта ҡатнаша.
Баймаҡтың бөгөнгөһө һәм киләсәге ниндәй, ҡала халы ниндәй уй-ниәттәр менән йәшәй, быйыл иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылын нисек ҡаршылағандар, ниндәй эштәр атҡарылған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Иҫәнбаев менән ҡала урамдары буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ.
Бер һорау ҙа яуапһыҙ ҡалмай
Күптәр Баймаҡ районы һәм ҡала хакимиәттәре бер үк тип уйлай, һәм яңылыша. Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы тик ҡала тормошо, ошонда йәшәүсе һәр кешенең уңайлы һәм заманса шарттарҙағы тормошо өсөн яуаплы. Етәксе иңенә ҡалалағы сәнәғәт, торлаҡ-коммуналь хужалығы, көнкүреш, мәҙәниәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкә ҡарай. Йыл һайын район үҙәгендә ауылдарҙан күсеп килеүселәр иҫәбенә халыҡ һаны һаны арта, яңы йорттар төҙөлә, өр-яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә. Быларҙың барыһы ла өсөн дә Радмир Фитрат улы яуаплы, шуға күрә әңгәмәсемдең ваҡыты үтә тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең менән аралашырға, хатта ҡала буйлап сәхәтәт ҡылырға ваҡыт бүлә алыуына ҙур рәхмәт.
“Еңеү” паркы--баймаҡтарҙың иң яратҡан урыны
Былтыр асылған “Еңеү” паркы баймаҡтарҙың иң яратҡан ял урынына әйләнгән. Бында ата-әсәләр балалары менән рәхәтләнеп ял итергә килә: уйын майҙансыҡтарында кескәйҙәр уйнай, ата-әсәләр үҙ-ара аралаша, теләүселәр спорт менән шөғөлләнә.
Быйыл яҙҙан алып паркта йәшелләндереү эштәре алып барыла. Ейәнсура районынан килтерелгән 25 күк шыршы ултыртылған, уларҙың барыһы ла тамырланған, әле матур булып үҫеп ултыра. Шулай уҡ башҡа үҫентеләрҙең дә 60 проценттан ашыуы яңы ерҙе үҙ иткән. Әйткәндәй, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап, ҡаланың ике күп ҡатлы йортоноң фасадында Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары--112-се башҡорт атлы дивизияһының данлыҡлы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм Дан орденының тулы кавалеры Әҙеһәм Әлибаевтың һындары барлыҡҡа килгән. Артабан Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғоловтың да граффитын эшләү планлаштырыла.
Светофор урынлаштырылған, тротуарҙар яңыртыла
Радмир Иҫәнбаев белдереүенсә, ҡаланы төҙөкләндереүҙә һәм күпселек проблемаларҙы хәл итеүҙә төрлө йүнәлештәге программа һәм проекттарҙа ҡатнашыу һәм еңеп сығыу ныҡ ярҙам итә.
—Ысынлап та, ҡаланы төҙөк, таҙа һәм уңайлы итер өсөн күп күс һалырға тура килә. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк-ара, республика һәм федераль программаларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. 2017-2020 йылдарға иҫәпләнгән “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Баймаҡта бик күп эштәр тормошҡа ашырыла. “Баймаҡтың алтын ҡулсаһы” проекты йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар булдырыуҙы, ҡала уртаһындағы быуа янында ял итеү зонаһы төҙөүҙе хәл итергә ярҙам итһә, “Башҡорт ихаталары” күп ҡатлы йорттар янындағы ихаталарҙы тулыһынса төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Унда йәшәүселәр өсөн заманса талаптарға яуап биргән шарттар тыуҙырыла: балалар майҙансығы, машиналар ҡуйыу урыны, йәйәүлеләргә махсус тротуарҙар булдырыла. Иң мөһиме-видеокүҙәтеү камералары урынлаштырыласаҡ. “Күп ҡатлы йорттарҙың подъездарын ремонтлау” программаһында ла беҙ теләп ҡатнашабыҙ. Уға ярашлы, әле ҡалала 5 күп ҡатлы йорттоң 16 подъезын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланды. Ағымдағы йылда “Уңайлы ҡала мөхите” программаһын тормошҡа ашырыуға 38 млн һум аҡса бүленде, бында шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу буйынса ла эш алып барыла.
Һәр муниципалитеттың төп “баш сире”нә әйләнгән юлдар проблемаһы ла беҙҙең ҡаланы ситләтеп үтмәй. Ҡайһы бер урамдар тиҫтә йылдар ремонт күрмәгән, шунлыҡтан улар тетелеп бөткән. Ниһайәт, тап шундай Салауат Юлаев, Белов, Шайморатов, Тухачевский, Копылов урамдарының юлдары төҙөкләндерелде, 17 урамда юл һыҙаттары һалынды. Салауат Юлаев проспектына һәм өлөшләтә Юбилей, Батыр Вәлид урамдарына асфальт түшәлде. Нисәмә йылдар буйы балалар хәүефһеҙлеген булдырмау маҡсатында ата-әсәләр мөрәжәғәт итеп тә, әммә ошоғаса хәл ителмәгән ҡаланың 1-се мәктәбе эргәһендә светофор урынлаштырыуға өлгәштек. Был светофорҙың үҙенсәлеге шунда, улар менән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ҙа файҙалана ала. Ҡоролмаға тауыш сигналы ҡуйылған, ишетеү һәм күреү һәләтенән мәхрүм булыусылар үҙҙәренә кәрәкле мәлдә махсус төймәгә баҫып, юлды хәүефһеҙ үтеү мөмкинлегенә эйә. Яҡын арала халыҡ телендә “Ключевая” тип атап йөрөтөлгән юлдар киҫелешендәге урында светофорҙы яңыртыу ҡарала. Юлдарҙағы хәрәкәттәрҙе көйләү маҡсатында 13 видеофиксация камераһы урынлаштырылды. “Хәүефһеҙ ҡала” программаһы буйынса автомобилдәр күп йөрөгән һәм хәүефле тип аталған урындарҙа 9 видеокамера ҡуйылды,—ти Радмир Фитрат улы.
Контейнерҙар ҡуйылған,
әммә сүп-сар “осоуын” дауам итә
Ҡала урамдары аша үтеп, ысынлап та та юлдарҙың инфрастуктураһының яҡшырыуына шаһит булһаҡ та, тирә-яҡта әле унда, әле тегендә сүп-сарҙың осоуы, ҡайһы бер урында сабылмаған үләндәрҙең гөрләп үҫеүе лә күҙгә ташланмай ҡалманы.
Хәйер, тәртип һәм таҙалыҡ һәр кемдән, үҙ йортонан, үҙе йәшәгән ерҙән башлана. Юҡҡамы ни, йыйыштырылған урын таҙа түгел, сүпләмәгән урын таҙа, ти халыҡ. “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Баймаҡ ҡалаһында бихисап эштәр башҡарыла. Шуларҙың иң мөһимдәренең береһе- Баймаҡ ҡый полигонының рекультивациялау буйынса федераль проектта еңеп сығыуы. Республика буйынса алты объект ошо федераль проектҡа ингән, улар араһында Баймаҡ полигоны ла бар. Тимәк, киләсәктә ҡыйлыҡ урынытаҙартыласаҡ, әле белгестәр тарафынан ул тулыһынса тикшерелә. Экспертиза эштәре тамамланғандан һуң, 2022-2023 йылдарҙа Баймаҡта ҡый полигоны тулыһынса юҡ ителәсәк.
Экология милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” федераль проектына ярашлы, “Эко-Сити” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яңы техникалар менән тәьмин ителгән, “Ҡый” реформаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡалала барлығы 96 сүп-сар түгеү өсөн тәғәйенләнгән контейнерҙарҙы урынлаштырыу өсөн махсус ҡулаймалар сафҡа индереләсәк, уларҙа бөтәһе 160 евроконтейнер урынлаштырыласаҡ.
—Киләсәктә төбәк операторҙары сүп-сарҙы сортҡа бүлеп йыйыуҙы яйға һаласаҡ, шуға күрә әле үк был йәһәттән эште башланыҡ тиһәк тә була. Һәр ҡый түгеү өсөн махсус майҙансыҡтарҙа контейнерҙар дүртәү урынлаштырыла, уларҙың һәр береһенә ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм эшкәртеү буласаҡ, йәғни “ноль ҡалдыҡ” принцибы индерелә. Иң мөһиме--халыҡ элекке кеүек ҡапсыҡтарҙа сүп-сарын ҡалдырып китмәй, ә махсус билдәләнгән урынға алып килергә тейеш. Беҙ ҡайҙа уларҙы төҙөү буйынса халыҡ менән кәңәшләшеп, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып эшләйбеҙ. Элекке, йәғни ҡаланың иң тәүҙә барлыҡҡа килгән урамдарында ҡый урыны майҙансығын урынлаштырыу ауырыраҡҡа тура килә, сөнки урамдар тар, бер кем дә үҙенең йорто янында сүп-сар һалынасаҡ урын менән риза түгел. Шулай ҙа аңлатыу эштәре алып барыу, йорт хужалары менән һөйләшеүҙәр үҙ йоғонтоһон бирмәй ҡалмай,--ти ҡала хакимиәте башлығы.
Сатлама һыуыҡтар ҡурҡытмай
Ҡаланы даими һыулы иткән, йылыла тотҡан торлаҡ-коммуналь хужалығын да ситләтеп үтмәнек. Әле ҡышҡы миҙгелгә әҙерлектең иң ҡыҙған осоро: һыу, йылылыҡ торбалары алмаштырыла, күп фатирлы йорттарҙа ремонт эштәре бара, бер һүҙ менән әйткәндә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ял да, байрам да юҡ. Шуға күрә улар торлаҡ йорттарҙы уңайлыҡтар менән тәьмин итеүгә, ҡаҙанлыҡтар һәм йылылыҡ селтәрҙәрен, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу сығарыуға әҙер булыр тигән ышаныста, Радмир Фитрат улы ла.
Ҡаланы йәшелләндереү буйынса быйылдан башлап яңы йәмғиәт төҙөлгән, “БРСУ” МУП-ы эшселәре парк-скверҙарҙа, ҡала урамдарында сәскә ултыртҡан һәм уны тәрбиәләү менән шөғөлләнә. Ҡаланың Үҙәк майҙанында айырыуса матурлыҡ күҙгә ташлана: ҙур гөл һауыттарында ла, түтәлдәрҙә лә күҙҙәең яуын алыр сәскәләр ултыртылған, әммә ҙур һауыттарҙа ултыртылған ҡайһы бер гөлдәрҙең бер төн эсендә һауыты менән юҡҡа сығыу осраҡтары ла булған. Халыҡ өсөн тыуҙырылған матурлыҡты ошонда йәшәүселәрҙең үҙҙәре үк юҡҡа сығарыуы башҡа һыймай. Ҡайһы бер шәхси магазин, ойошма, ҙур һатыу нөктәләре урынлашҡан бина алдарында ҡый үләндәре “сәскә атҡан”, сүп-сар өйөлөп ята. Халыҡтың мәҙәнилеге етешмәй әле, шулай булмаһа көн һайын ҡаланы таҙартыу өсөн генә әллә күпме торлаҡ-хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә таңдан тороп ҡала халҡының ташлаған сүп-сарын йыйырға тура килер инеме?!
“Баймаҡ. Яңырыу еле”нә әҙерләнә.
Баймаҡ ҡалаһы бик ҙур үҙгәрештәргә алып килеүсе, үҙәк майҙанды танымаҫлыҡ итеп яңыртыусы, өр-яңы заманса һулыш бирерлек федераль программала үҙ проектын тәҡдим итте һәм еңеп сыҡты. Тиҙҙән был проект тормошҡа ашасаҡ һәм баймаҡтар был урынды танымаҫлыҡ итеп үҙгәртеләсәк.Тимәк, Баймаҡ “Яңырыу еле” нә әҙер.
Баймаҡ буйлап сәйәхәтебеҙҙе “Уңайлы ҡала мөхите” программаһына ярашлы, ике йыл рәттән төҙөкләндерелгән Салауат Юлаев проспектындағы аллеяла тамамланыҡ. Ҡала халҡы өсөн ял итеү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған аллеяла яҡтыртыу ҡоролмалары ла урынлаштырылған. Йәнә бер матур күренешкә туҡталмау мөмкин түгел. Баймаҡ ҡалаһы уртаһынан аҡҡан Таналыҡ йылғаһына һуңғы йылдарҙа аҡҡош һәм ҡыр өйрәктәренең күпләп ҡайтыуын, уны төйәк итеүен күҙәтергә мөмкин. Быйыл да Таналыҡта бер нисә аҡҡош парын осратырға мөмкин. Тоғролоҡ һәм мөхәббәт символын кәүҙәләндергән был һоҡланғыс аҡҡоштар әле балаларын үҙ арттарынан эйәртеп, талғын аҡҡан Таналыҡта йөҙөүҙәрен дауам итә икән, тимәк, Баймаҡта ла тормош дауам итә, киләсәктә уның мәңге иҫкән елдәре “яңырыу” елдәренә лә ҡанат ҡуйыр.
Кәримә Усманова.
Баймаҡ ҡалаһы.
Читайте нас: