Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
30 Июль 2020, 13:10

ТЫРЫШ ХАЛЫҠ ӘБЕШТӘ

Район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Оло Әбештә тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. Шуғалыр ҙа киң урамдарҙа иркен йәшәгән халыҡтың йорт-ихатаһы төҙөк. Ауыл менән яҡындан танышыу маҡсатында Оло Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов менән әңгәмәнән башланыҡ.

Хәйбулла районының тарихҡа бай иң боронғо ауылдарының береһе ул—Оло Әбеш.
Ул үҙенең хозурлығы менән башҡаларҙан айырылып тора, төбәктең урман зонаһына ҡарай.
Мәғрүр тауҙар, ҡуйы урмандар, таҙа Һаҡмар йылғаһының араһында бер уйпатта ғына урын алған ауылды
икенсе Швейцария менән дә сағыштыралар.
Район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Оло Әбештә тырыш һәм эшһөйәр халыҡ йәшәй. Шуғалыр ҙа киң урамдарҙа иркен йәшәгән халыҡтың йорт-ихатаһы төҙөк. Ауыл менән яҡындан танышыу маҡсатында Оло Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов менән әңгәмәнән башланыҡ. Әйткәндәй, Таһир Мөғлетдин улы был вазифала 2006 йылдан алып эшләй һәм үҙен тәжрибәле етәксе итеп танытҡан ауыл хакимиәте башлыҡтарының береһе.
—Таһир Мөғлетдин улы, оҙаҡ йылдар буйы бер урында эшләү ялҡытып китмәнеме?
—Юҡ! Яратҡан эш ялҡыта буламы?! Етмәһә, үҙеңдең тыуған ауылыңда. Киреһенсә, ауылдаштарыма ярҙам итә алыуым, ауылымды ниндәйҙер кимәлдә үҫтереү, төҙөкләндереүҙә үҙ өлөшөмдө индереүем менән бәхетлемен.
—Үҙегеҙ етәкселек иткән ауыл биләмәһе менән яҡындан таныштырып үтһәгеҙ ине?
—Беҙгә Оло Әбеш, Оло һәм Бәләкәй Арыҫланғол, Үрнәк, Һаҡмар-Наҙарғол ауылдары инә. Биләмә 1937 йылда барлыҡҡа килә, ул ваҡытта уға Оло һәм Бәләкәй Әбеш, Оло һәм Бәләкәй Арыҫланғол, Һаҡмар-Наҙарғол, Үрнәк, Сәлихйән, татар ауылы Янауыл (Ҡара Күсәк), рус ауылдары Новопетровское, Марс ауылдары ҡараған, бөгөн шуларҙың һуңғы дүртәүһе юҡҡа сыҡҡан ауылдар исемлеген тулыландыра.
Биләмәнең дөйөм майҙаны 360 кв.метрҙы тәшкил итә, барлығы 1180 кеше йәшәй. Ауыл биләмәһе тау-урман зонаһына ҡарай, Һаҡмар һәм Вәзәм һыуҙарын һыулай, яҡында ғына “Шайтантау” тәбиғәт заказнигы урынлашҡан. Күрше Ырымбур өлкәһе менән сиктәшбеҙ, Аҡъярға 70 километр булһа, Ҡыуандыҡҡа ни бары 40 саҡрым. Шунлыҡтан район үҙәгендәге күпселек мәсьәләләрҙе үҙемә хәл итергә тура килә, шулай уҡ ауыл халҡының шәхси йомоштарын да үтәйбеҙ. Алдан уҡ шуны әйтергә мөмкин: урман зонаһында йәшәгән халыҡтың эшкә әрһеҙ булыуҙары башҡа ауылдарҙан айырылып тора һәм донъяларын үҙ көстәре, атап әйткәндә, малсылыҡ, ҡошсолоҡ һәм ҡортсолоҡ менән көтә.
Ауыл биләмәһендә тулы һәм тулы булмаған берешәр мәктәп, “Йәйғор” балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто, дүрт ауыл клубы, биш фельдшер-акушерлыҡ пункты, элемтә бүлеге, Аҡъяр ветеринар станцияһы филиалы, Хәйбулла урман хужалығының Үҫәргән участкаһы, дүрт мәсет һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтары, шәхси эшҡыуарҙар бар.
Ауыл биләмәһенән Бөйөк Ватан һуғышына 337 кеше киткән, шуларҙың 142-е тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡан, ә 195 яугир яу яланында батырҙарса һәләк булған. Советтар Союзы Геройы Ҡәйүм Әхмәтшин менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Әйткәндәй, үткән йылда уның тыуыуына 100 йәш тулды һәм һәм уның тыуған ауылында Герой иҫтәлегенә һәйкәл асылды.
—“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл һайын әүҙем ҡатнашаһығыҙ һәм еңеп сығаһығыҙ.
—Был программаның төп маҡсаты—көнүҙәк проблемаларҙы халыҡ үҙе билдәләй һәм уны хәл итеүгә ҡулынан килгәнсе булышлыҡ итә. Тәүҙәрәк халыҡ бик һағайып ҡына үҙ тәҡдимдәрен индерһә, хәҙер йыл аҙағында киләһе йылға ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеү кәрәклеге, ниндәй проекттар тәҡдим итеүҙәре хаҡында әйтеп тә ҡуя. Был программаны “Беҙҙең ҡотҡарыусыбыҙ” тип тә үҙ-ара шаяртабыҙ. Программала 2014 йылдан алып ҡатнашабыҙ һәм һәр саҡ тәҡдим иткән проект хуплау таба. 2015 йылда Оло Әбеш ауыл зыяратын кәртәләнек, 2016 йылда район үҙәгенән алыҫта йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алып, янғын һүндереү машинаһы өсөн йылы гаражды ремонтлау проектын һайланыҡ. 2017-лә көрәге булған өр-яңы МТЗ тракторын алдыҡ. Ҡыш көнө беҙҙең яҡтарға район үҙәгенә ҡасан юлды таҙартырға килгәнсе, өс-биш көн үтеп китә, ҡайһы саҡта аҙна буйы ауылдан сыға алмай ултырған саҡтар ҙа була. Хәҙер йәнең рәхәте: бар ауыл юлдарын “һә” тигәнсе ҡарҙан да таҙартып ҡуябыҙ, өмәләрҙә лә иң ҙур ярҙамсы булып тора. 2018 йылда янғын һүндереү машиналы булһаҡ, былтыр Һаҡмар-Наҙарғол ауылының зыяраты кәртәләп алынды. Быйыл Бәләкәй Арыҫланғол ауылы зыяратын кәртәләү өсөн тауыш бирҙек һәм еңеп сыҡтыҡ. Проект хаҡы—440 мең һум. Беҙ ауыл халҡы менән кәңәшләштек тә, мәрхүмдәрҙең һуңғы йортон тимер бағаналар менән кәртәләп, профнастил менән ябыуға туҡталдыҡ. Сөнки ағас ҡоймалар, 10-12 йылда сереп ҡолай башлай, ә тимер ҡоймалар зауыҡлы ла, матур ҙа буласаҡ, оҙаҡ йылдар хеҙмәт итәсәк.
—Белеүебеҙсә, башҡа төрлө программаларҙа ҡатнашаһығыҙ, гранттар ҙа яулайһығыҙ...
—Үткән йылда беҙҙең иң ҙур еңеүебеҙ булып Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабында “Иң яҡшы муниципаль тәжрибә” конкурсында III урынды яулауыбыҙ тора. Уға бүленгән 500 мең аҡсаға тракторыбыҙ өсөн арба һатып алдыҡ. Йәнә бер ҡыуаныслы ваҡиға булды: Урал аръяғы райондарынан тик беҙҙең Оло Әбеш биләмәһенә генә республика ярҙамы ресурсынан 4 тонналыҡ һыу цистернаһы тапшырылды. Бының өсөн айырым талаптарҙың булыуы мөһим шарт ине. Алдан әйтеп үтеүемсә, беҙҙең йылы гаражыбыҙ, янғын һүндереү машинаһы бар, ә бына һыу ҡойоп алдан әҙерләп ҡуйыу өсөн һауыттың булмауы ғына бер аҙ ҡыйынлыҡтар тыуҙыра торғайны, хәҙер уныһы ла булды. Әммә быларҙың барыһы ла ултырған урынында тик ултырһын тигән теләктәбеҙ, янғындар булмаһын.
“Аныҡ эштәр”гә килгәндә, Һаҡмар-Наҙарғол ауылында балалар майҙансығы төҙөлдө, Оло Әбеш хакимиәте бинаһының тәҙрәләре алмаштырылды, Бәләкәй һәм Ҙур Арыҫланғол, Оло Әбеш ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан ауылдаштар өсөн һәйкәл эшләнде, Оло Арыҫланғол клубына тулыһынса ремонт яһалды. Ағымдағы йылда халыҡтың һәм ауыл биләмәһенең ярҙамы менән Үрнәк ауылының зыяраты төҙөкләндерелә, Ҙур Арыҫланғол ауылында балалар майҙансығы эшләнәсәк. Форсаттан файҙаланып, барлыҡ дөйөм эштәрҙә әүҙем ҡатнашҡан, финанс ярҙамы күрһәткән бөтә ауыл халҡына, шулай уҡ ситтә йәшәп ярҙам ҡулы һуҙған ауылдаштарға ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Киләсәктә лә әүҙем, берҙәм булайыҡ!
Шулай уҡ Һаҡмар-Наҙарғол ауылы республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҙур теләк менән ҡатнашҡайны. Күрһәтәһе эштәре, башҡарған изге ғәмәлдәре күп уларҙың. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төрлө сәбәптәр арҡаһында улар еңеү яулай алманы. Әгәр быйыл да был конкурс үтә ҡалһа, беҙҙең ауыл биләмәһен тағы ла ҡатнашырға теләк белдереүселәр бар.
—Төпкөл ауылдарҙа төп проб-лемаларҙың береһе булып урындағы фельдшер-акушерлыҡ пунктарының заман талаптарына яуап биреүе тора. Сөнки район үҙәгенә юл йыраҡ, ә сирлеләргә заманса медицина ярҙамы көн һайын тиерлек талап ителә. Хыялдар ысынбарлыҡта тормошҡа аша түгелме?
—Тап шулай. Ниһайәт, беҙҙең ауылда заманса өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты тиҙҙән үҙ ишектәрен асасаҡ. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проект сиктәрендә сафҡа индерелде. Әлбиттә, ауыл өсөн заманса йыһазландырылған фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлөүе ҙур шатлыҡ. Бинаны тендерҙа еңеп сыҡҡан ойошма төҙөп бөттө, әле унда һыу һәм канализация ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм тоташтырыу, кәрәкле медицина йыһаздарын ҡайтарыу, бина алдын төҙөкләндереү кеүек эштәр ҡалған. Медицина учреждениеһы мөдире Рәйсә Күскилдина, стоматология кабинетының теш табибы Айбулат Ҡырғыҙбаев ФАП-тың асылыуын ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Киләһе йылда ауылдан бер ҡыҙыбыҙ фельдшер дипломына эйә булсаҡ, уның да тыуған ауылына тиҙерәк эшкә ҡайтыуына өмөт ҙур.
—Ауыл биләмәһе башлығын ниндәй проблемалар борсой?
—Рәсәйҙәге кеүек төп проблемаларҙың береһе—юл мәсьәләһе лә беҙҙе урап үтмәгән, район үҙәгенән Йәнтешкә тиклем юлдар ялтырап ята, беҙҙең яҡҡа ла ҡасан асфальт һалыныр тигән һорау һәр йыл тынғылыҡ бирмәй. Икенсенән, ауылдың аҡрынлап “ҡартайыуы” уйландыра. Йәштәр тыуған ауылдарында төпләнергә ашыҡмай, уларҙы ла аңларға мөмкин, район үҙәгенән алыҫ, эш юҡ. Шуға күрә ауыл биләмәһендә демография хәл киҫкен тора, бер нисә йылдан ул белем усағының артабанғы яҙмышына үҙ эҙен һаласағы көн кеүек асыҡ.
Күпселек ғаилә башлыҡтарының вах-та ысулы менән район биләмәһендә урынлашҡан тау сәнәғәте предприятиеларында эшләүе, күрше Ырымбур өлкәһендә, Себер тарафтарына йөрөүҙәре бер яҡтан ғаиләһен ҡарауға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡтан уйлағанда, атайҙар ғаиләһенән айырылып, балалар атай-лы килеш атайһыҙ үҫеүҙәре лә ҙур проблемаға әйләнә бара. Әммә ауылдарҙа эш урыны булдырыу еңелдән түгел, шуға күрә шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барабыҙ. Үҙ эшен асып, уңышлы ғына эшләп йөрөүсе эшҡыуарҙар ҙа юҡ түгел.
Артабан да эшегеҙҙә ҙур уңыштар теләйбеҙ, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас: