Халҡыбыҙҙың күркәм йолалары бик күп. Шуларҙың береһе - ямғыр теләү.
Беҙҙең төбәктә нисәнсе йыл инде ҡоролоҡ. Быйылғы йәй ямғырлы килер тигән өмөт бар ине лә, май айындағы йәшеллек июнь башында һарғая ла башланы. Ҡоролоҡтан ялҡҡан халыҡ ямғыр теләүгә сыға башланы. Мәҫәлән, Хәйбулла районы Байғусҡар ауылында йәше лә, олоһо ла тәбиғәт ҡосағына сығып доға ҡылған. Ошонда уҡ балаларға ярыштар үткәреп, бүләктәр биргән. Балаларҙы ҡыуандырыу - үҙе үк сауаплы, хәйерле эш, ә уларға йолаларҙы өйрәтеү икеләтә маҡтаулы ғәмәл.
Әйткәндәй, байғусҡарҙар социаль селтәрҙә яҙыуҙарынса, теләк телегәндән һуң, ямғыр яуып үткән.
Яҡташыбыҙ, йырсы Сәғиҙулла Баййегет тә ауылдаш инәйҙәренең бөгөн ямғыр теләргә сығыуын белдерҙе.
--Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылында арыуыҡтан бирле ямғыр яуғаны юҡ. Барлыҡ йәшел үлән, емеш - еләк һыуһап бер аҙ һарғая ла башланы. Шунлыҡтан ауылыбыҙҙың ағинәй хажиәләре тәбиғәт ҡосағына сығып, Аллаһы Тәғәләнән ямғыр һорап теләк теләне. Бер юлы рәхәтләнеп, самауыр сәйе менән һыйланыу бәхете миңә лә тейҙе,-- тип яҙа йырсы үҙ сәхифәһендә.
Доғалар ҡабул булһын, ямғырҙар яуһын! Үлән, иген күкрәп үҫһен, йылғаларыбыҙ мул һыулы булһын, тип теләйбеҙ! Яу, яу, ямғырым!