АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
9 Июнь 2020, 21:20

ҺАҠМАР АША БАҪМА ҺАЛДЫМ...

--Элек-электән күпер, баҫма эшләүселәргә халыҡ бик рәхмәтле булған, сөнки уларҙың ҡулы менән эшләнгән баҫма йылға аша сығыуҙың берҙән-бер юлы һаналған. Ҡасандыр ауыл аша ташып аҡҡан йылғалар ҙа юҡ хәҙер, күптәре тауыҡ кисеп сығырлыҡ булып ҡалды. Әммә яҙ көнө Һаҡмарҙың ташып киткән осраҡтары булғылай, йәй көнө үтә ныҡ һарыҡһа ла, ҡоромай. Ауыл халҡы тап ошо баҫма аша фельдшер-акушерлыҡ пунктына, мәктәпкә, балалар баҡсаһына һәм китапханаға йөрөй. Уйлап ҡараһаң, көнөнә күпме кеше үтә, күпме рәхмәт әйтелә. Шуға күрә ике ярҙы тоташтырыусы баҫма ныҡ, төҙөк һәм күркәм булырға тейеш,--ти Әнүзә Мәжитова.

Халҡыбыҙҙа бер-береңә ярҙам итеү маҡсатында уҙғарылған өмәләрҙең бөгөн дә күп ауылдарҙа дауам ителеүе ҡыуаныслы. Экологик өмәләр булһынмы, төҙөкләндереү эштәреме, йә иһә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы сиктәрендә атҡарылған эштәрҙә ҡатнашыумы--барыһын да ауылда йәшәүсе халыҡ үҙ иңендә күтәрә һәм ярҙам күрһәтә.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән үткән шәмбе Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө тип билдәләнде. Был көндә Баймаҡ районының һәр ауыл биләмәһендә зыяраттарҙы һәм ҡәберлектәрҙе тәртипкә килтереү, таҙартыу буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарылды, халыҡ үҙе лә изге ғәмәлгә ихлас ҡатнашты. Өмөтбай ауылы халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы, ауыл зыяратында өмә үткәрҙе.
Районда өмөтбайҙарҙың берҙәм, уңған һәм тырыш икәнлеген барыһы ла белә. Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда йәштәрҙең төпләнеп ҡалыуы, йорт һалып, балалар үҫтереүе лә хуплауға лайыҡ. Күптән түгел Өмөтбай ауылы уңғандары Һаҡмар йылғаһы аша һалынған баҫманы үҙҙәре үк йүнәтеп ҡуйҙы. Ауылдың әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, “Әүлиә” ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Әнүзә Мәжитова әйтеүенсә, ике ярҙы тоташтырыусы күпер ауылда иң изге урындарҙың, ә уны йүнәтеү иң сауаплы эштәрҙең береһе һанала.
--Элек-электән күпер, баҫма эшләүселәргә халыҡ бик рәхмәтле булған, сөнки уларҙың ҡулы менән эшләнгән баҫма йылға аша сығыуҙың берҙән-бер юлы һаналған. Ҡасандыр ауыл аша ташып аҡҡан йылғалар ҙа юҡ хәҙер, күптәре тауыҡ кисеп сығырлыҡ булып ҡалды. Әммә яҙ көнө Һаҡмарҙың ташып киткән осраҡтары булғылай, йәй көнө үтә ныҡ һарыҡһа ла, ҡоромай. Ауыл халҡы тап ошо баҫма аша фельдшер-акушерлыҡ пунктына, мәктәпкә, балалар баҡсаһына һәм китапханаға йөрөй. Уйлап ҡараһаң, көнөнә күпме кеше үтә, күпме рәхмәт әйтелә. Шуға күрә ике ярҙы тоташтырыусы баҫма ныҡ, төҙөк һәм күркәм булырға тейеш,--ти Әнүзә Мәжитова.
Ауыл баҫмаһын төҙөкләндереүҙә ауыл Советы депутаты Тимерғәле Рәхмәтуллин, Венер Мөсәлимов, Азамат Ғүмәров, Даян Бүләковтар ҙур ярҙам күрһәткән. Әйткәндәй, ауылдың был уңған ир-азаматтары һәр өмәлә әүҙем ҡатнаша. Ауыл биләмәһе башлығы Илдар Саптаров өмөтбайҙарға кәрәкле матераилдар менән ярҙам күрһәтһә, уларҙы ауыл старостаһы үҙенең шәхси тракторы менән алып килгән. Эшҡыуар Рәмзил Садыҡов ауылдаштарына таҡта бысып бирһә, мәктәп етәксеһе Вәлимә Зәйнуллина өмәселәрҙе тәмле аш-һыу менән һыйлаған.
Өмөтбайҙарҙың өмөтлө эштәре былар менән генә сикләнмәй: бөгөн ауыл урамдарына ҡырсынташ түгелә, юлдар рәтләнә. Бында ла ауылдың уңғандары үҙҙәренең шәхси тракторҙары менән ярҙамға килгән.
Һәр кем үҙ ерендә, үҙ ауылында тормошто үҙенсә ҡора: кемдер район етәкселәренән ярҙам көтөп ултырһа, икенселәре, тап өмөтбайҙар кеүек, өмәләр үткәреп, ауыл тормошона йәм өҫтәп, матур йәшәүҙәрен дауам итә.