Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
29 Апрель 2020, 11:25

Ауыл мәнфәғәтен ҡайғырта

Фәнил Сәғәҙәт улы Саптаров Йылайыр районы Юлдыбай ауылының ирекле янғын һағы командаһы етәксеһе. Тиҫтәгә яҡын кешенән торған команда ут сыға ҡалһа, ҡаза урынына беренселәрҙән булып барып етә. Команда етәксеһе әйтеүенсә, район үҙәгенән янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, улар күп осраҡта утты һүндереп тә өлгөрә.

Көндәр йылыныу менән ауыл халҡы тирә-яғын сүп-сарҙан таҙарта. Кемдер ҡый-һайын сүплеккә илтеп түгә, бәғзеләр уға ут төртөүҙе хуп күрә. Әгәр көн елле булһа, ут сығырын көт тә тор.
--Йылдың һәр миҙгелендә лә янғын сығыу хәүефе ҙур: яҙ сүп яғалар, йәй беҙҙең төбәктә һәр ваҡыт ҡоро килә, көҙ үләнде яндыралар, ҡыш мейесте ҡыҙыу яғыу менән ҡурҡыныс. Шуға ла ауыл ерендә, янғын һағы депоһы булдырыу кәрәкле эш,--ти Йылайыр районының Юлдыбай ауыл биләмәһе хакимиәте водителе Фәнил Сәғәҙәт улы Саптаров.
Водителдең депоға ни ҡыҫылышы бар, тиер күптәр. Фәнил Сәғәҙәт улы ауылдың ирекле янғын һағы командаһы етәксеһе лә икән. Тиҫтәгә яҡын кешенән торған команда ут сыға ҡалһа, ҡаза урынына беренселәрҙән булып барып етә. Фәнил Саптаров әйтеүенсә, Йылайырҙан янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, улар күп осраҡта утты һүндереп тә өлгөрә.
--Телефонға шылтыратыу булғас та, янғын урынына барып етеү ваҡытын иҫәпләгәнем бар: 5 минуттан да артмай. Беҙҙең етеҙлектән күп нәмә тора. Былай, район үҙәге янғын һүндереүселәре гел маҡтай: “Һеҙ ярҙамға бармаһағыҙ, ут майҙаны күпкә ҙурыраҡ, бәләгә тарыусылар һаны ла күберәк булыр ине”,--тиҙәр.
Ирекле янғын һағы командаһы етәксеһен урында депо булып та, уның тулы ҡеүәтенә эшләмәүе борсой. Юлдыбайҙар бер нисә йыл рәттән урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашып, депо булдырыуға өлгәшеүен өлгәшкән. Әммә уның йыһазландырылышы ҡәнәғәтләнерлек түгел. Янғын һүндереү машинаһы бик иҫке, депо бинаһы йылытылмай, штат юҡ.
Шуға ла янғын хәүефһеҙлеге бурысы ирекле янғын һағы командаһына йөкмәтелгән. Ярай әле урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы һәм “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүлеккә ярҙам” милли проекты сиктәрендә трактор, ҡар эткес алып ҡалғандар. Ҡыш көндәре күп һыу һыйҙырышлы һауыттар, мотопомпалар, башҡа кәрәк-яраҡ мәктәп гаражында янғын һүндереүгә әҙер тора. Ҙур һауыттарҙы ауыл кешеләренән ваҡытлыса ҡулланыу өсөн һорап алып торғандар, үҙҙәренең күсмә һыу ташыу ҡоролмаһы юҡ. Шуға ла команда ағзалары быйыл шул уҡ программа сиктәрендә ассенизатор машинаһы алыуҙы күтәреп сыҡҡан. Әгәр ул техниканы ала алһалар, “бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғона баҫалар”. Йәғни, халыҡҡа бысраҡ һыу һурҙырыу хеҙмәтен күрһәтһәләр, икенсе яҡтан янғын була ҡалһа, ҙур һауытлы техника эргәлә була.
Фәнил Сәғәҙәт улы ауыл биләмәһе хакимиәте водителе, ирекле янғын һағы командаһы етәксеһе генә түгел, шәп тракторсы ла икән. Ҡыш буйы ауыл биәләмәһенә ҡараған өс төбәкте—Юлдыбай, Һынташ, Воскресенка ауылдарын ҡарҙан таҙартҡан. Бынан тыш, ул райондың авария-ҡотҡарыу хеҙмәтенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Февраль, март бурандарында Юлдыбай юл сатында ҡарға ҡамалап ҡалыусыларға беренсе ярҙам күрһәтеүсе лә ул булған. Күптәренең автомобилдәрен ҡар өйөмөнән ҡаҙып сығарып, ауылда Урал аръяғы агроинженерия колледжы нигеҙендә булдырылған йылыныу пунктына илткән.
Бына шулай етмеш төрлө һөнәргә эйә Юлдыбай ир-уҙаманы. Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Земфира Марат ҡыҙы Кинйәбаева һәр ваҡыт ярҙамсыл, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыусы Фәнил Сәғәҙәт улының эшенән ҡәнәғәт.
#нацпроекты#миллипроекттар
Читайте нас: