АТАЙСАЛ
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Октябрь 2019, 16:38

НИ СЫҠҺА, ШУЛ ИШБИРҘЕЛӘРҘӘН СЫҒА...

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы халҡы берҙәмлеге, дәртле булыуы менән айырылып тора. Һәр бер башланғысты шунда уҡ күтәреп ала һәм оло теләк менән ҡатнаша улар. Республикала нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға тип әйтергә яраталар. Ә баймаҡтар инде: “Ни сыҡһа ла, шул ишбирҙеләрҙән сыға,”—тип һоҡлана.

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы халҡы берҙәмлеге, дәртле булыуы менән айырылып тора. Һәр бер башланғысты шунда уҡ күтәреп ала һәм оло теләк менән ҡатнаша улар. Республикала нимә сыҡһа, шул баймаҡтарҙан сыға тип әйтергә яраталар. Ә баймаҡтар инде: “Ни сыҡһа ла, шул ишбирҙеләрҙән сыға,”—тип һоҡлана.
Халыҡты әүҙемләштереү өсөн Ишбирҙе ауыл советы хакимиәте әленән-әле төрлө саралар үткәрә. “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” кеүек оло саралар ойоштороп, өлгөлө йорт һалыусыларҙы, урамдарын таҙа итеп тотоусыларҙы дәртләндерәләр, республика кимәлендә үткән программаларҙа ҡатнашалар. Ғөмүмән, ауыл халҡының бер ҙә төшөнкөлөккә бирелеп, ҡул ҡаушырып ултырғаны юҡ.
Ишбирҙе ауыл советы хакимиәте башлығы Гөлшат Рәмзә ҡыҙы Иҫәндәүләтова әйтеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһының ярҙамы күп. Ауыл урамдарындағы лампалар 2018 йылға тиклем бөтөнләй хеҙмәтләндерелмәй. Аҙаҡ төҙөкләндереүгә бүленгән аҡсаға ун дүрт яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйһалар ҙа, улар, шәхси территорияла булыу сәбәпле, хужа теләгән ваҡытта ғына яндырыла. Быйыл инде 27 лампаның ауыл урамдарын яҡтыртып тороуы көтөлә. Был эште “Бастион” ойошмаһы үҙ өҫтөнә алған. Шулай уҡ Крепостной Йылайыр һәм Бөрйән-Йылға ауылдары урамдары ла төнөн яҡтыртыласаҡ.
Ишбирҙеләр өс йыл рәттән “Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһы”нда ла еңеп сыҡҡан. Иң тәүҙә мәктәп тәҙрәләрен пластикка алыштыралар. Унан һуң спорт залы тәҙрәләре лә яңыртыла. Аҙаҡ мәктәптәге иҙәндәрҙе, ишектәрҙе алмаштырыуға өлгәшәләр. Ауыл халҡы быйыл һөйөнөслө хәбәр алды. Ниһайәт, Ишбирҙелә күптән көткән кәрәҙле бәйләнеш булдырыла. Әлегә “МТС” операторы ғына тотһа ла, халыҡ уныһына ла бик шат.
Гөлшат Рәмзә ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, ишбирҙеләрҙе борсоған мәсьәләләр ҙә етәрлек. Юл мәсьәләһе бик киҫкен тора. Ауыл район үҙәгенән алтмыш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Шуға күрә халыҡҡа ауырыған һайын юл йөрөү бик ҡыйынға тура килә. Ауыл халҡына беренсел ярҙам күрһәтерҙәй медицина хеҙмәткәрҙәре бар. Әммә медицина пункты юҡ. Шуға ла ауыл советы хакимиәте ике йыл дауамында ҡултамғалар йыя, кәрәкле пункт барлыҡҡа килһен өсөн көс һала. Һәм быйыл, ниһайәт, маҡсаттарына ирешәләр. Тиҙҙән Ишбирҙенең матур урамдарының береһендә модулле фельдшер-акушер пункты ҡалҡып сығасаҡ.
Юл мәсьәләһе әле һаман асыҡ ҡала. Уларҙы нисек тә булһа төҙөклән-дереү өсөн таш һәм ҡом табырға кәрәк. Ауылды урталай тиерлек ярып аҡҡан йылға ла яҙ етеү менән мәшәҡәт тыуҙыра. Ташҡындар ваҡытында йылғаның аръяғында йәшәүселәр бөтә уңайлыҡтарҙан айырыла. Шуға күрә йылға аша ныҡлы күпер һалыу зарур.
“Беҙҙә халыҡ берҙәм. Бер ниндәй ҙә ауырлыҡтарға ҡарамай гөрләтеп донъя көтәләр. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашалар,”—тип дауам итә Гөлшат Рәмзә ҡыҙы.—Ишбирҙеләр бына инде өсөнсө йыл рәттән “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаша. Маҡсаттары—еңеү түгел, ә сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау.
Ишбирҙелә ҡатын-ҡыҙҙар айырыуса дәртле булһа, Йылымда ир-егеттәр әүҙемлек күрһәтә. Уларҙың хатта Руслан, Шәһит һәм Йәмил исемле үҙҙәренең “теге өсәү”ҙәре лә бар икән.
Ғөмүмән алып әйткәндә, ишбирҙеләр милли йолаларҙы һаҡлауға, сәләмәт йәшәү рәүешенә өҫтөнлөк би-рә. Һәм һәр ваҡыт үҙенсәлекле булып ҡалырға тырыша. “Төрлө ҡыҙыҡлы
уйындар уйлап сығарырға, халыҡты яңы атамалар менән йәлеп итергә тыры-шабыҙ. Мәҫәлән, былтыр хаҡлы ялда булғандар өсөн пенсионербол уйындары ойошторҙоҡ. Йәштәр көнөндә “Алпамыша” ярышын үткәрҙек. Унда ауылыбыҙҙың ир-егеттәре таш, суҡмар ташлап ярышты, гер күтәреүҙә көс һынашты. Кескәй балалар ҙа Алпамыша тигән әкиәт геройы тураһында белде,”—ти Гөлшат Рәмзә ҡыҙы.
Ишбирҙе ауылының “Сәләмәт тормош” программаһында әүҙемлек күрһәтеүендә Сәлимйән Мөхтәр улы Иҫәндәүләтовтың роле ҙур. Ул төрлө спорт саралары уйлап табып, халыҡты берләштерә, дәртләндерә. “Ике йыл рәттән спартакиада уйындары ойоштороп киләбеҙ. Бер ваҡытта ла исем өсөн генә булһын тип, бер-ике сара менән генә сикләнгәнебеҙ юҡ,”—ти оҫта ойоштороусы. Үткән йыл 48 төрлө ярышта 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Был ярыштар эскелеккә ҡаршы көрәшкә лә ыңғай йоғонто яһай. Сөнки сара ваҡытында спиртлы эсемлектәр ҡулланыу бөтөнләй тыйыла, хатта саҡ ҡына һыра уртлағандар ҙа сараға индерелмәй.
Округ-ара ярыштарҙа ишбирҙеләр сәмләнеп ҡатнаша. Саралар тамам тигәндә лә, тағы дауам итеүҙе һорайҙар. Сәлимйән Мөхтәр улы әйтеүенсә, быйыл үткәрмәй торорға уйлаһалар ҙа,
ауылдаштары бик үтенеп спартакиада уйындарын дауам итеүҙе һорай. “Былтыр, шул ярыштарға әүрәп, ҡыштың нисек үткәнен дә һиҙмәнек,”—тиҙәр улар. Шуға күрә бындай уйындар быйыл да дауам итәсәк. Спортзал ишектәре һәр ваҡыт асыҡ. Ишбирҙеләр май айына тиклем волейбол, мини-футбол, баскетбол, өҫтәл тенисы уйындарын уйнай аласаҡ. Шулай уҡ шашка, шахмат һәм арҡан тартыш буйынса ла саралар үткәрелеүе көтөлә.
Һәр башланғысты дәррәү күтәреп алырға әҙер генә торған Ишбирҙе ауылы халҡының эштәре артабан да уңышлы ғына барһын, тағы ла яңы үрҙәр яуларға яҙһын.