Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Октябрь 2019, 16:41

ЕГЕТТӘР ТӨЙӘГЕН ТАШЛАМАЙ

Ишбирҙенең үҙенә күрә бер тартыу көсө бар. Уны үҙ ҡосағына алған урманы шулай йоғонто яһаймы, әллә башҡа сәбәп бармы. Һәр хәлдә лә, был ауылда тыуып-үҫкән ир-егеттәр унан китергә ашыҡмай. Ауылдың төпкөллөгөнә, эшһеҙлеккә һәм кәрәҙле бәйләнештең юҡлығына ла ҡарап тормай, шунда төпләнеп, матур итеп донъя көтәләр. Ергә ереккән Ишбирҙе егеттәре. Тыуған төйәктәренә яҡын ятҡан Сибай, Баймаҡ кеүек ҡалаларҙа йәшәүселәр ситкә китеп эшләргә мәжбүр булғанда, Ишбирҙе йәштәре ауылда төпләнеүҙе хуп күрә. Ишбирҙелә йәштәргә һәр яҡлап ярҙам да күрһәтергә тырышалар.

Ишбирҙенең үҙенә күрә бер тартыу көсө бар. Уны үҙ ҡосағына алған урманы шулай йоғонто яһаймы, әллә башҡа сәбәп бармы. Һәр хәлдә лә, был ауылда тыуып-үҫкән ир-егеттәр унан китергә ашыҡмай.
Ауылдың төпкөллөгөнә, эшһеҙлеккә һәм кәрәҙле бәйләнештең юҡлығына ла ҡарап тормай, шунда төпләнеп, матур итеп донъя көтәләр. Ергә ереккән Ишбирҙе егеттәре. Тыуған төйәктәренә яҡын ятҡан Сибай, Баймаҡ кеүек ҡалаларҙа йәшәүселәр ситкә китеп эшләргә мәжбүр булғанда, Ишбирҙе йәштәре ауылда төпләнеүҙе хуп күрә.
Ишбирҙелә йәштәргә һәр яҡлап ярҙам да күрһәтергә тырышалар. Йәш ғаиләләргә, ауылда берегеп йәшәп китеү өсөн, өйлө булыу мөһим. Әлеге ваҡытта биш өр-яңы өй төҙөлөү өҫтөндә. Әммә йорт күтәреү күп сығымдар талап итә. Шуға күрә, йәштәргә ярҙам күрһәтеү маҡсатында, төрлө эштәр башҡарыла. Бы-йыл Йәштәр көнөндә ауылда төпләнергә уйлаған йәш ғаиләләрҙең береһенә йәрәбә буйынса бер буралыҡ ағас бирелергә тейеш ине. Йәрәбә Ғәзинур һәм Дилара Тулыбаевтарға эләкһә лә, был сараның бағыусыһы Уран Марс улы Латыпов башҡаларҙы ла мәхрүм итмәҫкә булды. Шулай итеп, ошо көндәрҙә Илнар менән Илзи-рә Оморҙаҡовтар, Фаил менән Зилиә Иҫәндәүләтовтар бер буралыҡ ағас алып ҡыуанды.
“Баймаҡ урман сәнәғәтселәре союзы”н ойоштороусы, Өмөтбай ауылында ғүмер иткән Уран Марс улы Латыпов, ғөмүмән, ауыл йәшәһен, йәштәр ауылға ҡайтһын тип тырыша. Шуға күрә йәш ғаиләләргә хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә. “Ауылда йәшәү үҙе бер кинәнес бит. Әммә мәктәптәрҙең ябылыуы, балаларҙың ҡайҙалыр ситкә уҡырға йөрөргә мәжбүр булыуы йәштәрҙе ауылдан ситләштерә”,—ти ул.
Уран Марс улы 2000 йылда уҡ үҙ эшен асып, ең һыҙғанып эшкә тотонһа ла, күп ауырлыҡтар аша үтеп 2007 йылда ғына күтәрелеп китә. Шул ваҡыттан алып, тырыш эшҡыуар ауылды төҙөкләндереүгә бар көсөн һала, күп сараларҙың бағыусыһы булып тора. Ишбирҙе ауылы
халҡы ла, йәштәрҙе дәртләндергәне, тормош башлап китергә ярҙам ҡулы һуҙғаны өсөн уға бик рәхмәтле.
Читайте нас: