Яҙа торған һүҙем халҡыбыҙҙың йыр-моңона битараф булмаған, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлап, тергеҙеп, пропагандалап, уны киләсәк быуынға еткереүҙә ҙур эштәр алып барған Буранбай ауылының "Гәүһәркәй" фольклор ансамбле тураһында. Ул 2002 йылда ойошторолдо. Шуныһы ҡыуаныслы: ансамблдә урта һәм пенсия йәшендәге апай-инәйҙәр ҙур теләк менән шөғөлләнә.
Тап ошо төбәккә хас булған йырҙар, таҡмаҡтар, бейеүҙәр, йолалар, мөнә-жәттәр, бәйеттәр “Гәүһәркәй”ҙең репертуарында төп урынды биләй. Бай тәжрибәгә эйә, халыҡ ижады ынйыларын үҙендә туплаған, үҙ йөҙө булған ансамбль ауылда, ауыл хакимиәтендә, районда, республикала уҙғарылған мәҙәни саралар уртаһында ҡайнай. 2006 йылда Өфөлә Конгресс-Холда "Бишек йыры"н йырлап тамашасыларҙы әсир иттеләр. Һабантуйҙарҙа ҡунаҡтарҙы йырлап ҡаршылау уларға йөкмәтелә. "Буранбай таҡмаҡтары", "Ғәнитә көйө", "Бишбармаҡ", "Башҡортостанға мәдхиә" таҡмаҡтарын үҙенсәлекле бейеү менән башҡаралар. Репертуарҙа "Наза", "Дүртмөйөш", "Сылбыр" уйындары бар, халыҡ йырҙарынан "Йәнгүзәл", "Төйәләҫ", "Гөлнәзирә", "Бер алманы бишкә бүләйек", "Ғүмер" яратып йырлана. "Сыбыртҡылау", "Ҡалъя килтереү", "Баш итенә саҡырыу", "Кәкүк сәйе", "Килен һөйөү", "Өләсәйем һандығы", "Ҡатыҡ ялатыу", "Яҙҙы ҡаршылау" кеүек бик матур йолаларҙы әҙерләп башҡарҙылар. “Гәүһәркәй” йыл һайын үткәрелгән үҙешмәкәр коллективтар араһындағы смотрҙа, районда ойошторолған таҡмаҡтар, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, йолалар конкурсында ҡатнашып призлы урындар яулай. Ансамблде ҡасандыр Буранбаева Ҡафия, Байрамғолова Баныу, Ғәйетбаева Мәрйәм, Хәмитова Мөнирә, Аралбаева Таңһылыу, Ҡотоева Зөһрә, Ғәйетбаева Сәғирә инәйҙәр биҙәне. Әле лә ғорурланып һөйләрлек инәйҙәр улар! Буранбаева Ҡафия инәй һәр йыл һайын һабантуй тирмәләрен ҡул эштәре менән биҙәне, шиғыр һөйләү оҫтаһы булды. Мәрйәм инәй менән Мөнирә инәй шиғыр яҙһа, Таңһылыу инәйебеҙ матур итеп тыпырлатып бейеп ебәрә ине. Йәне йәннәттә булһын! Хәҙер уларҙың эшен икенселәр дауам итә, йыл һайын тулыланып, яңырыу кисереп йәшәй, йәшәрә "Гәүһәркәй". Шиғыр һөйөүсе, сәсәниә инәйҙәр ҙә бар. Раева Гөлнур Ғүмәр ҡыҙы район һәм республика шиғыр бәйгеләре лауреаты, "Килен һәм ҡәйнә" конкурсы еңеүсеһе, сәсәндәр әйтешендә ал бирмәй, Һағынбаева Фәриҙә—"Иң яҡшы өләсәй" бәйгеһе еңеүсеһе, Раева Мәүсүрә инәй, Раева Фәннүрә "Ҡоймаҡ байрамы"нда иң шәп ҡоймаҡ ҡойоусолар булып табылды, Гөлсирә Ҡотоева гармунда уйнап, оҫта йырлай, Сәрүәр Хәмитова халыҡ йыры конкурсы лауреаты, милли күлдәктәр тегеү оҫтаһы булһа, үҙешмәкәр композитор, 100-ләгән йыр авторы Рәхимә Ғәйетбаева матур йырҙары менән тамашасыларҙы һөйөндөрә. Уның йырҙары әленән-әле республикала популярлыҡ яулай бара. Шулай уҡ ауылда бөтмәҫ эш булһа ла, ҡул эшенә ваҡыт тапҡан, матур күлдәктәр теккән, ҡорамалар ҡорған инәйҙәребеҙ бар! Раева Миңьямал, Раева Өмөкамал, Ғөбәйҙуллина Айһылыу, Раева Фәриҙә, Үтәбаева Рәйлә, Нәүширбанова Хәҙисә—ансамблдең йөҙөк ҡаштары. Әйткәндәй, “Гәүһәркәй”ҙәр үҙҙәренә үҙҙәре сәхнә костюмы әҙерләй, йә тегәләр, йә тектереп алалар.
Бына ошондай дәртле апайҙарҙы, еңгәйҙәрҙе, инәйҙәрҙе берләштергән ансамбль ауылыбыҙ мәҙәниәтен һүндермәй, киреһенсә уға йән өрөп, дәртләнеп ижад итә! Улай ғына ла түгел, һәр береһе йәштәргә үрнәк булып донъя көтә! Үҙем етәкләгән "Гәүһәркәйҙәр"гә оло рәхмәт еткереп, һаулыҡ, ғаилә бәхете, балалар ҡыуаныстары теләйем! Афарин, тип әйтәһе генә ҡала, ысынлап та ауылымдың гәүһәрҙәре һеҙ! Ижадығыҙ талмаһын, гөрләп-гөрләтеп йәшәгеҙ!