Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район етәкселәренә һәр кесаҙна төбәккә инвесторҙарҙы йәлеп итеү, уларға уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм эшҡыуарлыҡ өсөн отошло шарттар тәҡдим итеү маҡсатында урындарҙа һәр аҙнала «Инвестиция сәғәте» үткәреү бурысын ҡуйҙы.
Сибай ҡалаһы хакимиәтендә үткән тәүге «Инвестиция сәғәте»ндә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов, уның иҡтисади эштәр буйынса урынбаҫары Наил Әбелғужин, иҡтисади үҫеш, инновация һәм инвестиция буйынса бүлек мөдире Ирина Ирназарова һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Рөстәм Афзалов белдереүенсә, власть һәм инвесторҙар, эшҡыуарҙар һәм бизнес-инкубатор вәкилдәре менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү бик мөһим. Етәкселәр иң беренселәрҙән булып һөт етештереү буйынса махсуслашҡан «Экопром» һәм «Технострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре етәкселәре менән фекер алышты. Инвестиция күләме 40 миллион һум тәшкил итә һәм 50 кешегә эш урыны булдырыу көтөлә.
Баймаҡтар был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ тип билдәләй. Улар беренсе сарала өс инвестиция проектын ҡараны.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев әйтеүенсә, йүнселдәр тәҡдим иткән проекттарҙың береһе ауыл ерендә ағас эшкәртеүгә бәйле булһа, ҡалғандары төбәккә башҡа тармаҡтар буйынса килем килтереү маҡсатын ҡуйған.
«Инвестиция сәғәте»ндә проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса аныҡ ваҡыт билдәләнде, артабан тейешле хеҙмәттәргә мөрәжәғәт итеү бурысы ҡуйылды.
Йылайыр районындағы «Инвестиция сәғәте»ндә район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азамат Fәлин, банк вәкилдәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Сарала ҡаралыуға тәҡдим ителгән проекттарҙың икеһе лә төбәктең иң ҙур байлығы—урманға бәйле булды: «ЙылайырСоюзЛесПром» һәм «Леспром-М» йәмғиәттәренә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды.
Уларҙың тәүгеһенә эшен артабан киңәйтеү, үҫтереү өсөн заманса урман етештереү техникаһы, яңы ҡорамалдар һатып алыуға дәүләт ярҙамы талап ителә. Икенсе йәмғиәт етәкселегенең ағасты тәрән эшкәртеү буйынса завод төҙөү теләге бар. Уларға ер тәҡдим ителде, шулай уҡ сеймал өсөн диләнкә кәрәклеге билдәләнде. Икенсе һорау Урман хужалығы министрлығында ҡаралғас, аныҡ яуап биреләсәк.
Шулай уҡ Иван-Ҡыуалат ауылынан йәш эшҡыуар икмәк бешереү цехы асыу буйынса үҙ һорауҙарын бирҙе. Белгестәр уға кәңәштәрен еткерҙе.