13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, Рәсәй Паралимпия комитеты вице-президенты, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан Республикаһының «Милләт йәшлеге» төбәк фонды рәйесе, бөтә илгә билдәле спортсы Рима Баталова Сибай, Белорет, Учалы ҡалаларының һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр реабилитация дәүләт бюджет учреждениеларына спорт инвентарҙары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.
Рима Аҡбирҙе ҡыҙы бүләк иткән 100 мең һумға үҙәккә теннис өҫтәле, ике велотренажер, йүгереү тренажеры, велоэллипсоид, биш пар саңғы, туптар, өҫтәл хоккейы, спорт балаҫтары һәм башҡа инвентарь алғандар.
—Нәмә кәрәк, нәмә тураһында хыялланһаҡ—хәҙер шуларҙың барыһыла бар,—тип ҡыуана филиал директоры Илүзә Дәүләтбаева.—Бөгөн беҙҙә Сибай ҡалаһынан—30, күрше райондарҙан 15 бала дауаланыу үтә. Спортинвентарь бөтәһенә лә етә.
—Мин һеҙгә бүләктәрҙе тапшырыу өсөн бөгөн таң менән Мәскәүҙән осоп килеп төштөм.—Ошо бүлмәләге бөтә инвентарь ҙа һеҙҙең өсөн. Мин һеҙҙе һау, матур һәм аҡыллы итеп күргем килә,—тине билдәле спортсы балаларҙың арҡаларынан һөйөп.
«Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды «Башнефть» компанияһы менән берлектә «Һәр кем йөрөй алырлыҡ спорт» исемле программаны тормошҡа ашыра. Был программа инвалидтарҙы социаль адаптациялауға йүнәлеш алған һәм Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтереүгә күп көс һала. Ошо программа нигеҙендә республиканың утыҙҙан ашыу коррекция мәктәбе махсус тренажерҙар һәм спортинвентарҙар менән тәьмин ителгән. 2017 йылда Рима Аҡбирҙе ҡыҙы Сибай коррекция мәктәбенә лә шундай спорт инвентары бүләк иткәйне.
—Беҙҙең проект «Тигеҙ мөмкинлектәр спорты» һәм «Һәр кем шөғөлләнә алырлыҡ спорт» тип атала,—тине Рима Баталова.—Мин үҙ-үҙемә республиканың бөтә коррекция мәктәптәрен һәм реабилитация үҙәктәрен спорт инвентарҙары менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғанмын. Хыялдар тормошҡа аша.
Сибай ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы менән төбәктә ғәрип балалар өсөн үҙәк төҙөү мәсьәләһен күтәреүе тураһында әйтеп үтте. Ул үҙәк киң, иркен булырға, бөтә талаптарға ла яуап бирергә тейеш, тине.
Балалар менән аралашҡанда Рима Баталова: «Спортта ла , тормошта ла ниндәйҙер юғарылыҡҡа күтәрелеү өсөн бик күп көс түгергә тура килә. Бирешмәгеҙ! Алға, тик алға!»—тине.
Үҙәктә тәрбиәләнеүселәр ҡәҙерле ҡунаҡтарын йырҙар йырлап, бейеп, үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен биреп оҙатып ҡалды.