Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Ғинуар 2019, 15:56

Радий Хәбиров: «Беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ауырлыҡта яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ»

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһының экологик хәленә бәйле эш сәфәрен көкөрт еҫенең төп сығанағы булған карьерҙы ҡарауҙан башланы. Радий Фәрит улы килеп тыуған хәл буйынса етәкселәрҙе генә тыңлап ҡалманы, социаль селтәрҙәге «Сибай дыши» төркөмө әүҙемселәре менән дә аралашты.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһының экологик хәленә бәйле эш сәфәрен көкөрт еҫенең төп сығанағы булған карьерҙы ҡарауҙан башланы. Радий Фәрит улы килеп тыуған хәл буйынса етәкселәрҙе генә тыңлап ҡалманы, социаль селтәрҙәге «Сибай дыши» төркөмө әүҙемселәре менән дә аралашты.
Fинуар урталарында ҡалала тағы ҡырҡыу еҫ көсәйҙе, карьерға яҡын ятҡан Алтын, Таулы ҡасабаһында, Рудалы (3-сө магазин биләмәһе) урамында йәшәүселәр һауа шарттарына, һаулыҡтарына зарланды. Күптәр йүтәлләү, сөскөрөү, күңелдәре болғаныуға, ауыҙҙарында ниндәйҙер тәм тойоуҙарын белгертте. Күсмә лаборатория белгестәре 16 ғинуарҙа һауала зарарлы матдәләрҙең Нуриманов, 8 Март урамдарында 2,4 һәм 3,6 тапҡырға юғары булыуын күрһәткән.
Башы 1-се биттә.
Радий Хәбиров Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеген экологик именлекте тәьмин итеү йәһәтенән тейешле сара күрмәгән өсөн ҡаты тәнҡитләне.
—Кешеләрҙе Сибайҙағы һауаның бысраныуы ныҡлы борсой, ә мәсьәлә тейешенсә хәл ителмәй,—тине ул.—Ошо килеп тыуған хәлде Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында тикшерҙек. Был ваҡиға мине лә бик борсой. Халыҡ зарлана, мәсьәлә хәл ителмәй. Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы күргән саралар беҙҙе ҡәнәғәтләндермәй.
Комбинаттың Сибай филиалы директоры Йәүҙәт Биккинов әйтеүенсә, төтөн ҡаплаған участканың майҙаны әле ике мең квадрат метр тәшкил итә, элек иһә алты мең квадрат метр ине.
—Беҙ быҫҡып ятҡан усаҡтың температураһын үлсәп торабыҙ. Әлбиттә, быны онлайн-тәртибендә эшләп булмай, тик компьютер эшкәртеүендә генә. Карьер төбөндә йәки өҫтә—тикшереү майҙансығында елләтеү ҡулайламаһын урынлаштырыу мөмкинлеген өйрәнәбеҙ,—тине Йәүҙәт Биккинов.
Сибайҙа Радий Хәбиров Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышын да үткәрҙе. Унда киҫкен хәл эҙемтәһен бөтөрөү буйынса ведомство-ара штаб төҙөлдө. Штаб эшенә Башҡортостандың Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселек итәсәк.
Төбәк етәксеһе Сибай ҡалаһы хакимиәте, хакимиәт башлығы сайтында һәм сәхифәләрендә, шулай уҡ социаль селтәрҙәге «Сибай, дыши», «Подслушано Сибай» төркөмдәрендә һауаның бысраныуы тураһында мәғлүмәт бирергә, уны ике сәғәт һайын яңыртып торорға ҡушты.
Fәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Fүмәров ҡалала һулар һауалағы зарарлы матдәләрҙе үлсәүҙең ике сәғәт һайын—иртәнге 06.00 сәғәттән киске 21.00 сәғәткә тиклем—ойошторолоуы, мәғлүмәттең социаль селтәрҙә һәм комитеттың сайтында урынлаштырылыуы тураһында белдерҙе.
Радий Хәбиров хәл яйға һалынғанса балаларҙы саф һауала йөрөтмәҫкә, ҡалаға бер айға пульмонолог, токсиколог, кардиолог кеүек табиптарҙы ебәрергә ҡушты. Ҡала Советы депутаттарын һәм йәмәғәт палатаһы вәкилдәрен халыҡ араһында аңлатыу эше алып барырға саҡырҙы.
Әйткәндәй, ултырышта Сибай телевидениеһының февралгә тиклем эшләмәүе асыҡ-ланды. Уларҙың тапшырыуҙар алып барыуға лицензиялары тамамланған. Төбәк етәксеһе мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү бурысын ҡуйҙы.
—Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының ғәмәлдәре ҡәнәғәтләндермәй. Киҫкен хәл 1 айҙан ашыу дауам итә. Алға китеш юҡ. Предприятиеның, шахталарҙың именлеге түгел, ә меңдәрсә халыҡ йәшәгән ҡала яҙмышы борсой мине,—тине Радий Фәрит улы. —Кешеләргә хәлде аңлатырға һәм дөрөҫ мәғлүмәт бирергә кәрәк. Мотлаҡ атмосфераға сығарылған матдәләргә асыҡ мониторинг системаһын ойошторасаҡбыҙ. Сибайҙа экология мәсьәләһен хәл итеүгә ул ике аҙна ваҡыт бирҙе.
Республика етәксеһе урындағы хакимиәттең эшен штаб тәртибенә күсерҙе, көн һайын иртән һәм кисен күрелгән саралар, һауалағы бысраҡ матдәләр миҡдары тураһында отчет бирергә ҡушты. Ҡала халҡына иһә урамға һирәгерәк сығырға, респиратор, марля битлектәр ҡулланырға, күҙҙе, танауҙы, ауыҙҙы һыу менән йыуырға, биналағы һауаны дымландырып торорға, шыйыҡсаны күберәк эсергә кәңәш ителә.
—Ҡала халҡына, һис һүҙһеҙ, ярҙам, республиканың улар менән бергәлеген, техноген процесты туҡтатыу өсөн көс һәм мөмкинлек етерлеген аңлау кәрәк. Урында киҫкен хәлде булдырғандарҙан етешһеҙлекте сифатлы, яуаплы рәүештә, сығымдарҙы иҫәпләмәйенсә бөтөрөргә мәжбүр итәсәкбеҙ—тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, әлеге мәлдә айырыуса медицинаны көсөргәнешле эш режимына күсереү мөһим.
—Ҡалаға аллерголог, лор һәм башҡа ныҡлы талап ителгән тар белгестәр киләсәк,—тине Радий Хәбиров.—Проблеманы ике аҙнала хәл итеү бурысын ҡуйҙым. Эш барышын контролдә тотасаҡмын. Был хаҡта күп тапҡыр әйткәнем булды: беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ауырлыҡта яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса киләһе ултырышты 29 ғинуарҙа үткәрергә ҡарар ителде.
Башлыҡ шулай уҡ Төнъяҡ ҡасабаһы халҡы менән дә осрашты. Яңы ҡасабала йәшәүселәр һыу, газ, юл мәсьәләләрен күтәрҙе, мәктәп кәрәклеген белдерҙе. Ҡасабаға һыу үткәреү проекты әлеге көндә дәүләт экспертизаһын үтә. Һыу үткәреүгә республика ҡаҙнаһынан 70 миллион һум аҡса бүленәсәк. Юлдарға ҡырсын түшәүҙе ҡала хакимиәте ҡасабаны төҙөкләндереү барышында хәл итәсәк.
Артабан Радий Фәрит улы Сибай үҙәк дауаханаһында булды. Сибайҙа киҫкен хәл осоронда зыян күреүселәр өсөн дауаханала 102 урын бүленгән. Медицина учреждениеһы тулы әҙерлек шарттарында эшләй. Үҙәк дауахананың баш табибы учреждение профилле белгестәр менән тәьмин ителеүен, пульмонолог һәм аллерголог ҡына етешмәүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
—Һеҙҙең бурыс—кешеләрҙе дауалау,—тине Радий Хәбиров.—Хәл-торошто ныҡлы күҙәтеп барырға кәрәк. Беҙ һәр кеше өсөн ҙур уңайлылыҡ тыуҙырырға тейешбеҙ—улар сөскөргән һайын табипҡа сиратһыҙ килеп мөрәжәғәт итерлек булһын. Әгәр койкалар етмәй икән, ярҙам итәсәкбеҙ, кәрәк икән—Өфөгә алып барырлыҡ булһын,— тине ул һүҙен йомғаҡлап.
Гөлдәр Ҡадаева.
Читайте нас: