Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
16 Октябрь 2018, 11:24

Проекттар бойомға аша

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда бик һәйбәт программа эшләп килә. Ул урындағы башланғыстарҙы яҡлау тип атала. Уға ярашлы, ҡала-ауылдарҙа байтаҡ эштәр атҡарылды. Шуныһы яҡшы: халыҡ инициатива күрһәтә, республика бюджетынан күпмелер аҡса бүленә, бер аҙын урындағылар (халыҡ һәм үҙидара орган) үҙҙәре табырға тейеш. Бында халыҡтың дәррәү булыуы, үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүгә сығым бүлеүҙән баш тартмауы ҡыуандыра.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанда бик һәйбәт программа эшләп килә. Ул урындағы башланғыстарҙы яҡлау тип атала. Уға ярашлы, ҡала-ауылдарҙа байтаҡ эштәр атҡарылды. Шуныһы яҡшы: халыҡ инициатива күрһәтә, республика бюджетынан күпмелер аҡса бүленә, бер аҙын урындағылар (халыҡ һәм үҙидара орган) үҙҙәре табырға тейеш. Бында халыҡтың дәррәү булыуы, үҙҙәре йәшәгән төбәкте төҙөкләндереүгә сығым бүлеүҙән баш тартмауы ҡыуандыра.
Хәйбулла районының иң бәләкәй, йәғни Аҡъюл ауыл билмәһе лә программала әүҙем ҡатнаша, һәр төрлө проекттар әҙерләй һәм һайлап алыу турҙарын уңышлы үтә. Биләмәгә дүрт ауыл—Аҡьюл, Аҡнаҙар, Fәлиәхмәт, Урыҫбай ауылдары ҡарай. Төбәктә барлығы 816 кеше йәшәй. Биләмә менән йәш егет Буранбай Ислам улы Илбәков етәкселек итә. Хужаһы ниндәй—халҡы шундай тигәндәй, йәш етәксенең ҡулы аҫтындағыларҙың да энергияһы ташып тора, бер генә проектты күҙ уңынан ысҡындырмайҙар. Мөмкин тиклем ауыл үҫешенә булышлыҡ итеүҙе уйлап, тырышып эшләйҙәр. Халыҡ та етәкселекте хуплай, мөмкин тиклем ярҙам итә. 2016 йылда Fәлиәхмәт ауылында спорт майҙансығы төҙөлгән, уға 987 мең һум аҡса тотонолған. 2017 йылда ошо ауылда аҡҡан Ташкисеү йылғаһы быуылып, уға 300 мең һум сарыф ителгән. Быйыл иһә Аҡнаҙар ауылында эш ҡайнай. Иҫке башланғыс мәктәп бинаһын ремонтлап, уны социаль-мәҙәни үҙәк итмәкселәр. Унда ауыл клубы, медпункт һәм коммерция өсөн бина урынлашасаҡ. Проект хаҡы 302 мең һумға торошло. Август айы аҙағында конкурс процедураһы уҙғарылған. Аукционда «ПМК-Строймонтаж» йәмғиәте (директоры Р.З.Рәхмәтуллин) еңеп сыҡҡан. Әлеге көндә объектта эш ҡайнай. Бинаны ремонтлауҙа М.Ишҡыуатов етәкселегендә ауыл халҡы ла әүҙем ҡатнаша.
—Биләмә халҡы дәррәү һәм дәртле. Һәр проектҡа ыңғай ҡарап, хуплап ҡына торалар. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса ла күп кенә эштәр атҡарылды. Мәҫәлән, 2015 йылда Аҡъюл ауылында һыу скважинаһы эшләнде, ә 2016 йылда Fәлиәхмәттә мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үткәрелде. Проект бу-йынса 506 мең һум бүленгәйне, клубты сайдинг менән көпләп ҡуйҙыҡ. 2017 йылда Урыҫбай ауылында зыяратты тәртипкә килтерҙек. «Аныҡ эштәр» буйынса бүленгән аҡсаға Урыҫбайҙың элекке мәктәбе ремонтларға уйлайбыҙ, унда социаль-мәҙәни үҙәк эшләй башлаясаҡ. Хәйбулла районы муниципаль район хакимиәте, шулай уҡ тө-бәктән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтайға 3-сө, 4-се, 5-се саҡырылышта депутат итеп һайланған Й.С.Ильясова һәр яҡлап ярҙам итте. Әле Урындағы инициативаларға булышлыҡ итеү программаһы буйынса 2019 йылға проект әҙерләргә уйлайбыҙ, йыйылыштар үткәрергә ниәт итәбеҙ. Унда ла халыҡ әүҙем ҡатнашыр, үҙ фекерен әйтер тип ышанам. Биләмә ҡарамағында янғын һүндереү машинаһы (АРС-14) һәм трактор (МТЗ-80) бар. Улар өсөн йылы гараж төҙөргә лә яйыбыҙ бар. Бәлки, кәрәҙле телефон бәйләнешен нығытыу һәм сигналды көсәйтеү ҡоролмаһы урынлаштырыу проектын әҙерләрбеҙ. Халыҡ менән кәңәшләшергә кәрәк, башҡа тәҡдимдәрҙе лә тыңлау мөһим. Уртаҡ фекергә килеп, йәнә программала ҡатнашырбыҙ тип уйлайым,—ти Аҡъюл ауыл биләмәһе башлығы Б.И.Илбәков.
Читайте нас: