Быйылғы йәй Урал аръяғы баҡсасылары өсөн уңышлы булды тип әйтеп булмай. Йылы миҙгел инәлтеп кенә килде, унан ҡоролоҡ йонсотто. Баҡсаһына туҡтамай тиерлек һыу һибеүселәр кишер, һуған, сөгөлдөр, картуфты үҫтереп алды ла ул, ә бына ундай мөмкинлеге булмағандарға төбәктә гөрләгән көҙгө йәрминкәләр бик ҡулай. Йәрминкә, баҙарҙа сауҙа йәшелсә-емешкә, иткә, балға хаҡты төшөртөп алып булыуы менән дә уңайлы.
Сибай ҡалаһында һәр шәмбелә үткән сауҙа сараһында аҙыҡ-түлек тонналап үтә. Әйтәйек, тәүгеһенә 12,5 тонна картуф, 12,2 тонна кәбеҫтә, 11,2 тонна һуған, 6,6 тонна кишер, 7,9 тонна ит, 9,3 тонна бал килтерелгән. Дөйөм алғанда 5 миллион һумдан ашыулыҡ 82,4 тоннанан ашыу аҙыҡ-түлек һатылған. Ҡала үҙә-гендәге сауҙа урынына 118 йөк машинаһы үткән. Икенсеһе күләме буйынса тағы ла киңерәк булып сыҡты: күрше Силәбе өлкәһенән, Күгәрсен, Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ райондарынан килгән һатыусылар халыҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек тауар тәҡдим итте. Был юлы 166 автомобиль килһә, 7 миллион һумдан ашыулыҡ 110,6 тонна аҙыҡ-түлек, көнкүреш тауарҙары сауҙаға сығарылды.
Ҡала халҡы бигерәк ит, бал, йәшелсә-емеш һатылған ергә күпләп эркелде. Көҙгө йәрминкәнең биҙәге башҡорт халҡының иң шифалы ризығы—бал булды. Төрлө төбәктәрҙән килгән ҡортсолар үҙҙәренең татлы һәм шифалы продукцияһын тәҡдим итте. Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылынан Күсәрбаевтар умартасылыҡ менән 15 йыл шөғөлләнә.
—Бал үтә, баҙар бит. Быйыл ҡоролоҡ булғас татлы ризыҡ уртаса ғына, былтыр яҡшыраҡ ине,—ти хужабикә.
Шул уҡ райондың Биҡҡужа ауылынан Илдус Кәлимулла улы менән Фирүзә Fабдрахман ҡыҙы Күсәрбаевтар ҙа 1991 йылдан бал ҡорттары үрсетә.
—Сибайға башлыса йүкә, сәскә, ҡара бойҙай балы алып килдек. Силәбе яҡтарына ла йөрөп һатабыҙ. Әйтергә кәрәк, ҡайһы тарафҡа барһаҡ та башҡорт балы үтә. Әлбиттә, беҙҙең ризыҡ бик татлы, әммә уны алыу ҙа ҙур тырышлыҡ, көс, хеҙмәт талап итә. Ауыҙыңда бал да май булһын тиһәң, ҡыбырларға кәрәк,—ти Күсәрбаевтар.
Күгәрсен районынан Владимир Лукьянов үҙенең умартаһын Бөрйән районы Ырғыҙлы ауылы янында тота. Уның ризығына ихтыяж ҙур. Ҡатыны Анастасияға балды һауыттарға тултырып ҡына өлгөрөргә кәрәк. Күгәрсендән килгән Рифат Бикбулатов та йәрминкәнән бик ҡәнәғәт.
Һатып алыусыларҙы бигерәк тә Темәс картуфы, Шишмәнең көнбағыш майы, Ейәнсура балы, Азов ҡалаһынан шәрбәт, тәмлекәстәр, Силәбе өлкәһендә үҫтерелгән татлы борос, һуған үҙенең хаҡы һәм сифаты менән йәлеп итте. Әбделкәримдән Рима Йәнйегетова үҫтергән кәбеҫтә тиҙ арала һатылып та бөттө. Тәмле, сифатлы, экологик яҡтан таҙа йәшелсәне эшҡыуар бөтәһе 3 гектар майҙанда сәскән.
—Быйылғы һауа шарттарында яҙ көнө 600 мең һумға һатып алынған һыу һиптергес ҡоролмаһы ныҡ ярҙам итте. Йәшелсәселек буйынса крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, субсидия юллаһаҡ та, дәүләт ярҙамы алғаныбыҙ юҡ. Ярҙам эсте тишмәҫ ине, күрәһегеҙ бит, беҙҙең кәбеҫтәләрҙе халыҡ ни тиклем яратып һатып ала!—ти ул.
Был көндө шулай уҡ йәнең теләгән һөт ризыҡтарын, ҡомалаҡ икмәген, ҡаҙ, тауыҡ, өйрәк, һыйыр, йылҡы, сусҡа итен дә, шифалы үләндәрҙе һатып алырға мөмкин ине. Баҡсасылар киләһе йыл уңышын алдан хәстәрләп, төрлө емеш ағастарын алып һөйөндө, үҙҙәренә оҡшаған сәскә үҫентеләрен һайланы. Ҡоролоҡ үҙенекен иткәндер, иген культураларын һатыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине. Үткән йәрминкәләрҙә күренмәгән тағы бер нәмәгә юлыҡтыҡ—туҙ һағыҙы. Уны Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе Күсәрбаев Айбулат (һүрәттә) эшләп алып килгән.
Сибайҙар йыл һайын ауыл хужалығы йәрминкәләрен көтөп ала. Ике яҡ өсөн дә отошло сауҙала тауар төрлөлөгөнөң бай булыуы һөйөндөрә, ҡала халҡы экологик яҡтан таҙа һәм сифатлы аҙыҡ-түлек алып ҡыуана.