Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Октябрь 2018, 14:04

Йәштәргә таянабыҙ

Баймаҡ районының Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәтенә Кәрешкә, Әбдрәхмән, Татлыбай, Йәнйегет, Хәсән, Fәле ауылдары ҡарай. Бөтәһе 376 шәхси хужалыҡ, унда 1550 кеше, шул иҫәптән 10 хеҙмәт ветераны йәшәй. Биләмәләге хәлдәр һәм яңылыҡтар менән Татлыбай ауыл хакимиәте башлығы Руслан Әхтәм улы Иҙрисов таныштыра:

Баймаҡ районының Татлыбай ауыл биләмәһе хакимиәтенә Кәрешкә, Әбдрәхмән, Татлыбай, Йәнйегет, Хәсән, Fәле ауылдары ҡарай. Бөтәһе 376 шәхси хужалыҡ, унда 1550 кеше, шул иҫәптән 10 хеҙмәт ветераны йәшәй. Биләмәләге хәлдәр һәм яңылыҡтар менән Татлыбай ауыл хакимиәте башлығы Руслан Әхтәм улы Иҙрисов таныштыра:
—Мәғариф өлкәһендәге үҙгәртеп ҡороуҙар беҙҙең биләмәгә лә ҡағылды. Кәрешкәләге 9 йыллыҡ белем усағы беҙҙең база мәктәп һанала. Әбдрәхмән һәм Татлыбай ауылы балалары шунда йөрөп уҡый. Татлыбайҙа башланғыс кластар белем алһа, Иҫке Сибай мәктәбе филиалы булған Йәнйегеттә 9 йыллыҡ белем биреү учреждениеһы эшләй. Кәрешкә, Татлыбай ауылдарында балалар баҡсаһы һәм Йәнйегеттә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн айырым төркөм бар. Үкенескә күрә, ауылдарҙа йәштәр әҙәйә. Әммә тырышып донъя көткән йәш ғаиләләребеҙ бар һәм уларға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе фермерҙарыбыҙ арта. Әбдрәхмәндән ҡырсылыҡ менән шөғөлләнеүсе Илфат Юлдашбаев, 2014 йылда ҡырсылыҡ һәм малсылыҡты йәйелдереүгә грант алыусы Илнур Буранбаев һәм яңы ғына эш башлап тороусы Fәйсәр Буранбаев башҡаларға үрнәк булып тора. Кәрешкәнән Айтуған Йәнтилин, Линар Әхмәтов, Айгөл Юлдашбаева ҡырсылыҡ һәм малсылыҡ тармағын үҫтереүгә тос өлөш индерә. Үҙҙәренең шәхси хужалыҡтарында күпләп йылҡы һәм һыйыр малы үрсетеп, ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙан файҙа күреүсе Рөстәм һәм Гөлгөнә Юлдашбаевтар, Әсләм һәм Резеда Юлдашбаевтар бар яҡтан да өлгө. Татлыбайҙан Нәсимә һәм Сергей Александровтар ауылдаштарын һәм сибайҙарҙы иртә яҙҙан үҙҙәренең теплицаһында өлгөргән йәшелсә менән тәьмин итә. Йәнйегеттән Фаил Ҡоланбаевтың крәҫтиән-фермер хужалығы—районда иң ҡеүәтлеләрҙән һанала. Атанан күреп уҡ юнған тигәндәй, Фаил Исрафил улының улдары ла баш-көллө ер эшенә сумған. Хәсән ауылында социаль-производство объекттары юҡ. Әммә мал көсө менән матур итеп донъя көтөүселәр бихисап. Был тәңгәлдә Рәфил һәм Рәмзилә Яхиндарҙың өлгөлө ғаиләһен билдәләп үтергә кәрәк. Улар мал-тыуарҙарын ишәйтеп, һөт ризыҡтары етештереп һата. Fәле ауылында 12 кеше йәшәй. Үҙ нигеҙен ташламай, ауылды һаҡлап тороусыларҙың береһе—90 йәшлек хеҙмәт ветераны Ирғәле Fөбәйт улы Морапталов. Биш ауылда мәсеттәр эшләп тора. Тиҙҙән Әбдрәхмәндә лә иман йорто асыласаҡ. Эшҡыуарҙарҙан Хәсән ауылы эргәһендәге «Самрау» кафеһын тотоусы Руслан Абдуллиндың эше яйлы бара. Кәрешкәнән Гөлнур Йәнтилина ҡул эштәре оҫтаһы булараҡ танылыу яуланы. Уның эшен дауам итеүсе тип Татлыбайҙан Фирүзә Йосопованы атарға була. Ағастан һырлап эшләү буйынса Хәсән ауылынан Рәүеф Мөхәмәтовҡа етеүсе юҡ.
Урындағы инициативаларға ярҙам программаһы буйынса ла эштәребеҙ уңышлы бара. 2017 йылда Кәрешкә мәктәбенең тәҙрәләрен пластикка алмаштырһаҡ, быйыл биләмә халҡы менән бергәләшеп МТЗ-82 тракторын алырға хәл иттек. Сөнки юлды ҡарҙан таҙартырға ла, сүп-сар түгергә лә техника кәрәк. Ошоға тиклем урындағы фермерҙар ярҙам итте. 2015 йылдан «Аныҡ эштәр» программаһында ҡатнашабыҙ. Уның сиктәрендә Йәнйегет һәм Әбдрәхмән ауылдарында һыу скважиналары ҡаҙҙырҙыҡ. 2016 йылда Кәрешкә мәктәбендә спорт залының һәм балалар баҡсаһының тәҙрәләре пластикка алмаштырылды. 2017 йылда Татлыбай балалар баҡсаһында ла ошондай уҡ эштәр башҡарылды. Быйыл халыҡ һорауы буйынса Кәрешкәнең 4 урамына яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйҙыҡ. Беҙгә ихлас ярҙам күрһәтеүсе бағыусыларыбыҙ: Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы директоры, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Й.У.Биккиновҡа, ауылдарҙың старосталарына, ветерандар Советы рәйестәренә, эшҡыуарҙарға, фермерҙарға ҙур рәхмәт. Киләсәктә Сибай-Ишмөхәмәт арауығындағы юлды ремонтлау эштәре йәнләндерелер тип өмөтләнәбеҙ. Хәсән ауылының яңы урамдарына газ үткәрергә, урам юлдарына ҡырсынташ түшәргә һәм яҡтыртыусы ҡорамалдар ҡу-йырға ниәтләйбеҙ. Яңы йылға тиклем Йәнйегеттең бер урамына газ трассаһы үткәреү планлаштырылған. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын, эшҡыуарҙарҙы берләштереп, эре кооперативтар һәм агрохолдингтар ойоштороу—көн талабы. Киләсәктә беҙгә лә ошо йүнәлештә эшләргә кәрәк.