АТАЙСАЛ
+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
7 Сентябрь 2018, 16:32

Көҙ уңышы менән матур

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре тамамланыуға бара. Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре арыш менән һолоно һуғып алып, бураларға һалған да инде. Был иген культураларының уртаса гектар ҡеүәте 18 центнер тәшкил иткән. Әле лениндар бойҙай баҫыуҙарын иңләй. Һуңынан рапс культураһын урып-йыйыуға төшәсәктәр.

Төбәктең ауыл хужалығы предприятиеларында һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәре тамамланыуға бара. Баймаҡ районының Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәре арыш менән һолоно һуғып алып, бураларға һалған да инде. Был иген культураларының уртаса гектар ҡеүәте 18 центнер тәшкил иткән. Әле лениндар бойҙай баҫыуҙарын иңләй. Һуңынан рапс культураһын урып-йыйыуға төшәсәктәр.
Иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 9-ға тиклем баҫыуҙа эшләүсе ир-егеттәрҙең күңелдәре көр, дәрте ташып тора. Колхозсыларҙы көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән һыйлайҙар. Эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр, кәрәк икән бесән, һалам, ашлыҡ би-рәләр, техника менән дә ярҙам итәләр. Шундай мөнәсәбәт булғанда, тырышып эшләргә генә ҡала. Белеүебеҙсә, Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы үҙенең тотороҡло, берҙәм коллективы менән дан тота. Бында ун, егерме йылын, хатта унан да күберәк ғүмерен ауыл хужалығы тармағына бағышлаған ир-егеттәр хеҙмәт итә. Уңған механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин менән Фәнил Fәйетбаев үҙҙәренә беркетелгән комбайн һәм тракторына ултырып ҡолас ташлап бойҙай баҫыуын сабыуға тотонған. 37 йыл стажы булған Зәки Булат улы республикала иң яҡшы игенсе булараҡ танылып, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан «Нива» автомобиле менән бүләкләнде. Фәнил 1997 йылда хужалыҡҡа килгән. Бөгөн ул атаһы мәрхүм тапшырған эстафетаны дауам итеүенә ҡыуана. Мәтдин Хөсәйен улы Fәйетбаев бар ғүмерен туған хужалығына бағышлаған шәп механизатор булған.
Иң өлкән комбайнсыларҙың береһе Биктимер Килдин «Бөтә класс менән колхозға!» тигән лозунгы аҫтында тәрбиәләнгән кеше. Әрмегә барып ҡайтҡандан һуң, 1982 йылда хужалыҡҡа эшкә төшә һәм бөгөнгәсә уға тоғролоҡ һаҡлап эшләүен дауам итә. Тәжрибәле механизаторҙар Fәлим Fәлин менән Зөлфәр Кәримов ашлыҡ йыйыуҙа, водителдәр—ике туған Дамир һәм Наил Үҙәнбаевтар игенде ырҙынға ташыуҙа алдынғылыҡты бирмәй. Инженер Fәле Fайса улы Сәғәҙәтов техниканың торошон күҙәтеп, сменаның тотороҡло эшләүенә булышлыҡ итә.
Хужалыҡтың баш агрономы Урал Әбүбәкер улы Әхмәтйәнов әйтеүенсә, көндәр ҡоро торһа көҙгө эштәрҙе сентябрь урталарына тамамларға ниәтләйҙәр. 5 сентябргә алынған мәғлүмәт буйынса, лениндар 13226 центнер бесән, 50089 центнер сенаж һәм 3460 центнер һалам әҙерләгән. 1360 гектарҙа иген культуралары урып-йыйып алынған, тулайым йыйым 12810 центнер тәшкил иткән. Тағы ла 985 гектарҙа бойҙай сабылған.
Һүрәттә: механизаторҙар Зәки Ҡотлоғужин һәм Фәнил Fәйетбаев, кооператив эшсәндәре бойҙай баҫыуында
Читайте нас: