Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
4 Август 2018, 09:28

Айырылышһаҡ та... дуҫтар кәрәк

Үткән аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Беларусь Республикаһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Минск өлкә ойошмаһы делегацияһы Сибай ҡалаһында булып китте.

Үткән аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән килгән Беларусь Республикаһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Минск өлкә ойошмаһы делегацияһы Сибай ҡалаһында булып китте.
Был матур дуҫлыҡ бәйләнешенең үҙ тарихы бар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, фашистар Белоруссияны баҫып алғас, Минск янындағы бәрелештәрҙә ауыр яраланған яугирҙарҙы аяҡҡа баҫтырыу бурысын беҙҙең яҡташ, Ишембай районында тыуып, Башҡорт дәүләт медицина институтын (хәҙер университет ) тамамлаған Кургаев Филипп Федорович исемле табипҡа ышанып тапшыралар. Кургаев йәшерен госпиталь аса, Тарасов-Ратом подпольеһы менән бәйләнеш булдыра. Туғыҙ ай эшләп ҡалған госпиталдә һауыҡ-ҡан 80 һалдат һәм офицер партизан отрядтарына оҙатыла. Һуңғы төркөм менән Ф.Ф.Кургаев та китергә тейеш була, әммә подпольщиктарҙы «һаталар», язалап, атып үлтерәләр.
Урындағы халыҡ атылған подпольщиктарҙы Тарасов исемле ауыл зыяратында туғанлыҡ ҡәберенә ерләй. Һуңыраҡ, 1970 йылда, ул ауылда ҡәберлек өҫтөнә обе-лиск ҡуялар, Ратом ауылы урта мәктәбендә музей асыла. Тарасов-Ратом подпольеһы эшмәкәр-легенә арналған ул музей бөгөн дә эшләй.
Башҡортостан медицина университетында Кургаевҡа мемориаль таҡта ҡуйылған, музейҙа туғанлыҡ ҡәберенән алып киленгән тупраҡ һаҡлана. Университетта ойошторолған төбәк студенттар отряды ла Ф.Ф. Кургаев исемен йөрөткән. 1970 йылдан алып йыл һайын медицина хеҙмәткәрҙәре араһында Кургаев иҫтәлегенә саңғы ярыштары уҙғарыла.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына Башҡортостан Республикаһының ун медицина хеҙмәткәренән торған делегацияһы Белоруссияла Кургаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарҙа булып, уның һәм Тарасов-Ратом подпольеһының эше менән танышып ҡайта. Был программаны тормошҡа ашырыуға Беларусь Республикаһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Минск өлкә ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтә. 2015 йылдың 10 июнендә улар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.
Беларусь Республикаһы делегацияһының Башҡортостанға яуап сәфәре Сибай ҡалаһынан башланды. Ҡала хакимиәтендә иҫтәлеккә бүләктәр тапшырып ҡаршы алғандан һуң, делегация ҡаланың үҙәк дауаханаһы, Басир Шәрипов етәкләгән профсоюз ойошмаһының эштәре менән ентекләп танышты. Баш табип урынбаҫары Юрий Лысенко менән медицина буйынса урынбаҫар Рида Өмөтбаева ҡунаҡтарҙы бүлектәр буйлап алып йөрөнө. Улар кардиология, телемедицина бүлектәрендә, операция яһау блогында булып, палаталарҙы ҡарап сыҡты, дауалауҙа ҡулланылған ҡоролмалар менән танышты.
Дауахананың эше менән танышҡандан һуң, ҡунаҡтарҙы Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейына алып барҙылар. Экскурсовод Миңнур Шәһиева ҡунаҡтарҙы төбәк тарихы һәм мәҙәниәте менән таныштырҙы. Беларусь делегацияһының сәфәре бөтә донъяға билдәле Сибай карьерын ҡарау менән тамамланды.
Кисен ҡунаҡтар һоҡланғыс тәбиғәтле Бөрйән районына юл тотто. Бөрйәндә район дауаханаһының эше менән танышҡандан һуң, улар «Шүлгәнташ» мәмерйәһен үҙ күҙҙәре менән күреп сыҡҡан. Республика буйлап сәйәхәттең һуңғы көндәрендә Өфөлә Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында булғандар һәм Башҡорт медицина университетында ойошторолған бер нисә сарала ҡатнашҡандар.
Ф.Аралбай.
Һүрәттә: Ҡунаҡтар дауахананың эше менән таныша.