Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
23 Июль 2018, 09:23

Көс—берҙәмлектә

Ҡала гәзиттәрендә Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы ярҙамында Уралтау урамында йәшәүселәрҙең үҙ урамдарына таш түшәүҙәре тураһында мәғлүмәт булғайны. Яңы башланғыс башҡаларға өлгө булды һәм изге эшкә этәргес көс бирҙе. Рәсәй (Байыҡтырыусылар-2 ҡасабаһы) һәм Дәүләт (Арҡайым ҡасабаһы) урамдарында йәшәүселәр ҙә урамдарын төҙөкләндереү маҡсаты менән Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа мөрәжәғәт иткән. Башлыҡ был мәсьәләне хәл итеүҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселегенә ҡушҡан.

Ҡала гәзиттәрендә Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы ярҙамында Уралтау урамында йәшәүселәрҙең үҙ урамдарына таш түшәүҙәре тураһында мәғлүмәт булғайны. Яңы башланғыс башҡаларға өлгө булды һәм изге эшкә этәргес көс бирҙе. Рәсәй (Байыҡтырыусылар-2 ҡасабаһы) һәм Дәүләт (Арҡайым ҡасабаһы) урамдарында йәшәүселәр ҙә урамдарын төҙөкләндереү маҡсаты менән Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзаловҡа мөрәжәғәт иткән. Башлыҡ был мәсьәләне хәл итеүҙе торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселегенә ҡушҡан.
—Беҙ тәүҙә был эшкә нигеҙ булырлыҡ документтар, килешеү әҙерләнек. Ҡала етәкселеге карьерҙан таш сығарыуға рөхсәт бирҙе, халыҡ аҡса йыйып, таш тейәргә һәм сығарырға транспорт ялла- ны. Беҙ урамды грейдерлау һәм тигеҙләү өсөн техника менән ярҙам иттек. Уртаҡ хеҙмәт менән Рәсәй урамында 250 метрлыҡ юл һалынды,—ти учреждение директоры Рәшит Марат улы Маликов.—Дәүләт урамында 150 метрға таш түшәлде. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы осорҙа халыҡ етәкселәрҙән генә талап итмәй, үҙҙәре инициатива күрһәтә, дөйөм эшкә хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша.
Талҡаҫ урамында (Байыҡтырыусылар-2 ҡасабаһы) йәшәүселәр үҙ аҡсаларына лампалар һатып алған. Уларҙы бағаналарға элеп сығыуҙа торлаҡ-коммуналь хужалығы ярҙам иткән. Хәҙер урамдар төнөн дә яҡты.
Был эштәрҙе Рәшит Маликов «яҡшы башланғыстар» рәтенә индерә һәм һәр мөрәжәғәтте уртаҡ көс менән тормошҡа ашырырға тырышасағын белдерә.
Беҙ, журналистар, был эштәрҙе үҙ күҙҙәребеҙ менән күреү теләген белдерҙек һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың баш инженеры Марат Зәлимов етәкселегендә ҡала буйлап юлға сыҡтыҡ.
Тәүге туҡталыш—Сармат ҡасабаһының Аҡназаров урамы. Бында урамдарҙы яҡтыртыуға ныҡлап тотонғандар: яңыраҡ ҡына Аҡназаров урамында—8, Степан Злобин урамында—6, Профсоюз урамында—4, Тасимов урамында—4,Ҡылғанлы урамында—6, Хеҙмәт урамында—7, Юбилей урамында—5, Сармат урамында—3, бөтәһе 43 лампа ҡуйылған. Элегерәк, 2014 йылға тиклем, ҡалала төнөн урамды яҡтыртыу эшен модернизациялау программаһы эшләп килгән. Был программа республика һәм ҡала бюджетынан финансланған. Хәҙер ундай программа юҡ. Шуға күрә был эшкә аҡса табыуы еңелдән түгел. 36 лампаны Төйәләҫ ҡасабаһынан сисеп алырға тура килгән (унда улар кәрәгенән артыҡ урынлаштырылған булған), етәүһен һатып алғандар. Үрҙә һанап үткән урамдарҙа яҡтыртыу ҡоролмалары бағанаға эленгән, әммә электр уты әлегә бирелмәгән: торлаҡ хужалығы электр йәшниктәре ҡуйыу һәм коммерция иҫәбен алып барыу нөктәләрен ойоштороу мәсьәләләрен өйрәнә.
Рәсәй урамында Юнир Ибраһимовты тап иттек. Ул 2008 йылда башлаған өйөнә дүрт йыл элек күскән. Ун йыл буйы юлһыҙ этләнгәндәр. Яҙлы-көҙлө һәм көслө ямғырҙарҙан һуң урам транспорт үтә алмаҫлыҡ батҡаҡҡа әйләнгән, балаларҙы мәктәпкә йөрөтөү ҙур бер проблемаға әйләнгән. Быйыл Юнир үҙе менән бер урамда йәшәүселәрҙе саҡырып йыйылыш үткәргән һәм аҡса йыйып юлды бергәләп рәтләргә күндергән. Инициатив төркөм ҡала округы башлығы Рөстәм Әхмәткәрим улына урамға таш түшәүҙә булышлыҡ итеүен һорап мөрәжәғәт иткән. Ун биш йорт хужаһы таш тейәүҙе һәм ташыуҙы ойоштороу өсөн 130 мең һум тирәһе аҡса йы-йып тапшырған, торлаҡ-коммуналь хужалығы автогрейдер, тейәгес һәм «КамАЗ»дар биргән. Ике аҙна эсендә 250 метрлыҡ киң юл әҙер ҙә булған.
—Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур эш эшләнде. Ярҙамдары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәт. Шулай булмаһа, тағы нисә йыл ыҙалар инек әле,—ти Юнир Ибраһимов.
Артабан Марат Зәлимов беҙҙе Талҡаҫ урамына алып китте. Быйыл яҙ бында яҡтылыҡ үткәргәндәр, юл һалғандар, хәҙер һыу өсөн торба һуҙалар. Беҙҙе инициатив төркөм ағзалары Зөлфирә Рамаҙанова менән Дмитрий Барабанов ҡаршы алды. «Беҙҙең урам 2007 йылда төҙөлә башланы. Шунан алып юлһыҙ, һыуһыҙ йәшәнек, ҡараңғыла эләгеп-йығылып йөрөнөк,—ти Зөлфирә.—Үткән йыл ярҙам һорап хакимиәткә барғайныҡ, иғтибарһыҙ ҡалдырманылар».
Талҡаҫ урамы халҡы лампалар һатып алырға килешә. Уның берәүһе ике-өс йортто яҡтырта алыуын иҫкә алып, улар 6 яҡтыртыу ҡоролмаһына аҡса йыя. Һәр өйҙән 1-1,5 меңәр һум килеп сыға. Хәҙер төнөн урамда яҡты, ҡурҡмай йөрөргә була.
Иң һуңынан юлыбыҙ Арҡайым ҡасабаһының Дәүләт урамына төштө. Бында ла яңыраҡ ҡына юлды таҙартып, ҡом-таш түккәндәр. «Беҙ тик ҡом-ташты тейәү һәм ташыу өсөн генә 20 мең 400-шәр һум түләнек. Беренсе көндә үк торлаҡ хужалығы грейдеры юлды өҫкө тупраҡтан таҙартып «кәритә» яһаны. 150 метрлыҡ таш юл бер аҙнала әҙер булды. Ошо ғына эш өсөн нисә йыл ыҙаланғанбыҙ,—ти шул урамда йәшәүсе Әлфиә Байегетова.
Дәүләт ярҙамына ғына өмөт итеп, ситтән ғәйеп эҙләп кенә йәшәп булмай. Яҡшы йәшәйем тиһәң, үҙеңә лә әҙерәк уйларға, ҡыбырларға кәрәк. Күп кенә мәсьәләне дәүләт, муниципалитеттарға таянып халыҡ үҙе лә хәл итә ала. Бөгөн йорт ихаталары яндары ошо принципҡа таянып ҡына төҙөкләндерелә, мәктәп, балалар баҡсалары, мәҙәниәт объекттары шулай ремонтлана.
Һүрәттә: ҡом-таш түшәлгән Рәсәй урамы.
Читайте нас: