Ислам лагеры Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетендә 1994 йылда ойошторола һәм 20 йылдан ашыу эшләп килә. Бында балалалрға Ислам дине һәм иман нигеҙҙәрен, пәйғәмбәрҙәр тарихын өйрәтәләр, әхлаҡ темаһына дәрестәр үткәрелә. Быйылғы лагерь Ғаилә йылына арналды һәм шуға ярашлы конкурстар, уйындар үткәрелә.
Лагерға йөрөүсе балалар һаны йылдан-йыл арта. Ҡыҙ баланың оҙон итәкле һәм еңле күлдәк кейеп, яулыҡ ябынып, ә малайҙарҙың тү-бәтәй кейеп мәсеткә йүгереп килеүҙәрен күреү күңелдә шатлыҡ тыуҙыра. Ә дәрестән һуң балаларҙың бергә өйрәнгәндәрен ҡабат-лауҙары, бер-береһенә һөйләүҙәре, өлкәндәрҙе хөрмәт итеп сәләм биреүҙәре ҡыуандыра.
Кесе йәштән Ислам динендә тәрбиәләнгән, хәләлде харамдан айырып үҫкән бала һис ҡасан тура юлдан тайпылмаясаҡ. Шуныһы һөйөндөрә: балалар өйрәнгәндәрен ата-әсәһенә, туғандарына һөйләй икән.
Ислам лагерын ойошторған, финанс һәм кадрҙар мәсьәләһен хәл иткән, үҙе үк бағыусы булған Әғләметдин хәҙрәт Fәзизовҡа, уҡытыусылар Әминә ханымға, Мөслим хәҙрәткә, тәрбиәселәр Әминә Күсәповаға, Рәил Шәриповҡа, Ҡаҙан ҡалаһының «Мөхәммәҙиә» мәҙрәсәһендә белем алыусы шәкерт Даудҡа, балаларҙы тәмле аштары менән һыйлаусы ашнаҡсы Рәйзә апай Ишемғоловаға, ярҙамсыһы Рәйсә апай Илбуловаға ата-әсәләр оло рәхмәтле. Улар үҙҙәре лә ҡыҙ-улдарының ялы күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн бар көсөн һалды. Шәриповтар, Ҡансуриндар, Алсыновтар, Ноғомановтар, Fәзизовтар, Ҡоҙаҡаевтар, Таһировтарҙы һәм тәмле былауы менән балаларҙы һыйлаусы Насретдинды маҡтап ҡына телгә алғы килә. Уларға Аллаһы Тәғәлә сауаптарын насип итһен!
Көндәрҙең эҫе тороуына ҡарамаҫтан, балалар дини белем алыу өсөн лагерға ихлас йөрөнө, файҙалы һабаҡ (таҙа йөрөргә, намаҙ уҡырға, Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап доға ҡылырға) алды. Шулай уҡ алдауҙың, иҫерткес эсемлектәр эсеүҙең, тәмәке тартыуҙың, харам ризыҡ ашауҙың ниндәй ҙур гонаһ икәнен белделәр.
Балаларҙың фекеренә ҡолаҡ һалайыҡ.
Арина: «Мине лагерға өләсәйем алып килде. Бында бик оҡшай. Исемемде уҡытыусымдыҡы кеүек Әминәгә үҙгәрттем, сөнки мин уның кеүек булғым килә. Икенсе йыл тағы ла киләм, Алла бирһә. Уҡытыусы апайымды, әхирәттәремде һағындым инде».
Анжела һәм Амалия: «Лагерға икенсе йыл килдек. Беҙгә бик оҡ-шай. Күп нәмә таныш кеүек булһа ла, үҙебеҙ өсөн күп яңы нәмәлер асабыҙ. Әлегә яулыҡ, хиджаб кеймәһәк тә, Аллаһы Тәғәләгә ышанабыҙ. Киләсәктә, Аллаһ бойорһа, хиджаб та кейербеҙ».
Әлфир: «Мин быйыл лагерға беренсе тапҡыр ғына килдем. Бында дәрестәр, уйындар бик ныҡ оҡшай».
Дания: «Мин дә лагерҙа беренсе тапҡыр, бик оҡшай. Бигерәк тә уҡытыусы һәм тәрбиәселәрҙең сәхнәләштергән тамашалары күңелгә үтеп инде. Шайтан һәр ваҡыт беҙҙең янда йөрөй икән, ул гонаһлы эшкә этәрә, атай-әсәйҙе, өләсәйҙе тыңламаҫҡа, алдарға, һыра эсергә, тәмәке тартырға ҡоторта. Әгәр, Аллаһҡа ышанһаң, Ул шайтандан һаҡлай. Мине әсәйем маҡтай, лагерҙан һуң тыңлаусан, тәртипле булып ҡалдың ти. Аллаһты асыуландырмаҫ өсөн яҡшы мосолман булырға тырышам, сөнки Аллаһы Тәғәлә балаларҙы бигерәк тә ныҡ ярата икән. Икенсе йыл тағы ла киләм».
Хөрмәтле ата-әсәләр! Ислам динен өйрәнеү, уны балаларыбыҙға ла өйрәтеү мөһим. Күркәм холҡобоҙ, эштәребеҙ, һөйләгән һүҙҙәребеҙ менән йәш быуынға өлгө булып йөшәргә тейешбеҙ.
Әйткәндәй, Сибай ҡалаһының «Тәҡүә» мәсетендә 7-13 йәшлек балалар өсөн «Нур» исемле төркөм эшләп килә. Уҡыуҙар октябрь айында (йәкшәмбе көндәре) башлана.