Баймаҡ үҙәк китапханаһында Fаилә йылына арнап һәм ир-ат абруйын күтәреү маҡсатында «Атайҙар һүҙе—аҡылдың үҙе» исемле «түңәрәк өҫ-тәл» артында һөйләшеү уҙғарҙыҡ. Унда Баймаҡтан тормош ҡуйған кәртә-ләрҙе лайыҡлы үткән, өс бала тәрбиәләгән Эльвира һәм Fаяз Байымовтар ғаиләһе, Ҡаратал һәм Буранбай ауылдарында үҙаллы донъя көткән, яҙмыш һынауҙарына бирешмәгән, балаларына атай ҙа, әсәй ҙә, дуҫ та, кәңәшсе лә булған атайҙар Райфат Хисаметдинов һәм Илшат Үтәбаев, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжының Баймаҡ филиалы студенттары, «Fаилә» үҙәге белгестәре, Таулыҡай ауыл биләмәһе башлығы Мәхмүзә Сәғәҙәтова, Ҡаратал ауыл старостаһы Рим Йәнбирҙин, «Атайсал» ҡоро рәйесе Борис Хәйретдинов, Баймаҡ «Ағинәйҙәр» ҡоро ағинәйҙәре Хөрмә Биктимерова, Сәкинә Иҫәнғолова, китапханасылар, китап уҡыусылар ҡатнашты.
Халыҡ ижады үҙәге йырсыһы Әлфир Заманов башҡарыуында атайҙарға арналған йырҙан һуң, сараны алып барыусы бүлек мөдире С.М.Иҙелбаева балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән атайҙар менән яҡындан таныштырҙы. Ҡаратал ауылынан Райфат Хисаметдинов үҙе генә 4 һәм 5 йәшлек ике ҡыҙ тәрбиәләй. Кескәйҙәрҙең әсәһенең яман сирҙән вафат булыуына бер йыл үткән. Атай кеше әсәне алмаштыра алмаһа ла, балаларын үҙе тәрбиәләп, аяҡҡа баҫтырырға, тигән ҡарарға килә. Ауыл старостаһы Рим Сөләймән улы ғаиләне иғтибар үҙәгенә алыуҙарын, һәр саҡ ярҙам итергә әҙер булыуҙарын әйтте, ғаилә башлығына ныҡ булырға, насар ғәҙәттәрҙән йыраҡ тороуын теләне. Райфат Хисаметдинов балаларҙы аҡтан өҙмәй: үҙе һыйыр һауа, уның ағын эшкәртә. Буранбайҙан Илшат Үтәбаев та яңғыҙы ике ҡыҙ тәрбиәләй. «Илшат тураһында тик яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Тырыш, йорттарына барып инһәң һәр ерҙә тәртип, таҙалыҡ. Балалары өсөн өҙөлөп тора. Тормош—ул тәрбиә мәктәбе. Көндәлек тормошобоҙ менән беҙ балаларға өлгө булырға тейешбеҙ»,—тине Мәхмүзә Сәғәҙәтова. Ул сараға килгән студент егеттәргә ысын ир-егет, яҡшы атай, иғтибарлы ғаилә башлығы булыуҙарын теләне.
Сығыш яһаусы оло быуын вәкилдәре Борис Хәйретдинов, Хөрмә Биктимерова, Сәкинә Иҫәнғолова атай абруйы хаҡында һүҙ тотто, үҙ тормоштарынан атайға бәйле хәтирәләре менән бүлеште. Үҙәк китапхана директоры Зилә Мортазина әңгәмәлә ҡатнашыусы ғаиләләргә рух ныҡлығы теләне. «Тормош һынауҙарына бирешмәй, балаларығыҙға лайыҡлы тәрбиә биреп йәшәргә яҙһын»,—тине Зилә Вәкил ҡыҙы.
«Fаилә» үҙәгенең социаль педагогы Ләйсән Ишназарова яңғыҙ атайҙар, уларҙың ғаиләләре менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә булыуҙарын, йорттарына барып, хәлдәрен белешеүҙәрен әйтте. Үҙәк белгестәре ғаиләләргә күстәнәстәр тапшырҙы.
Был көндө атайҙар сарала ҡатнашыусыларҙың дәртләндереү, хуплау ҡатыш йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен ишетте. «Түңәрәк өҫтәл» артындағы һөйләшеү буласаҡ атайҙар—студент егеттәр өсөн дә фәһемле булды.