Үткән быуаттың 90-сы йылдарында беҙҙең ҡалала эксперимент рәүешендәме, бәлки, төҙөлөштө арзанайтыу тигән яҡшы уй менәндер, халыҡта «йомшаҡ түбәле» тип атап йөрөтөлгән ҡыйыҡһыҙ йорттар төҙөлгән. Йылы климатлы көньяҡ ҡалалары өсөн улар, бәлки, яҡшылыр ҙа. Ләкин һауа температураһы минус 40-тан плюс 35-кә тиклем һикергән киҫкен климатлы Уралда ятыҡ түбәләр үҙен аҡламаны.
«Бындай йорттарҙа һыу ағыҙыу торбалары һәр ваҡыт таҙа булырға тейеш. Торба тығылып йә туңып һыу ағыу туҡтаһа, өҫкө ҡаттағы плита менән «йомшаҡ түшәм» араһына һыу конденсаты йыйыла, һыуыҡ төшөү менән ул туңа. Боҙ «йомшаҡ түшәмде» йырта, тишкеләй. Шунан өҫкө ҡаттағы фатирҙарҙың түшәмдәре еүешләнә, һыу аға башлай»,—тип аңлата төҙөүселәр. Баҡтиһәң, был бер Сибайҙың ғына «бәләһе» түгел икән. Ҡыйыҡһыҙ йорттар Стәрлетамаҡта, Ишембайҙа, Аҡъярҙа, Ҡырмыҫҡалы районында ла бар икән.
90-сы йылдар башында төҙөлөп, Ветерандар урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан өс ҡатлы йорт та шулар рәтенә керә. Бында Учалы ҡалаһының «Мастер төҙөлөш компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте егеттәре ҡыйыҡ өсөн сатыр ултыртып йөрөй. Беҙ килеп төшкәндә, эш ваҡыты күптән тамамланыуға ҡарамаҫтан, ике егет сатыр ағастарын утҡа һәм бөжәктәргә ҡаршы махсус шыйыҡса менән эшкәртеп йөрөй ине. Мин фотоға төшөрә башлағас, мастерҙары Руслан Зәйнулла улы Сәфиуллин мине төп эш урынына—ҡыйыҡҡа менергә саҡырҙы.
«Бригадала ун кеше эшләй, бөтәһе лә Учалы егеттәре,—тип башланы һүҙен Руслан.—Был беҙҙең Сибайҙағы икенсе объект. Бер ай самаһы элек Горький урамындағы 47-се йорттоң ҡыйығын бөтөрөп тапшырҙыҡ. Ул йорт тәүге һынауҙарҙа—Сибайҙан үткән көслө ямғырҙарҙа—йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Бөгөн генә шул йортҡа барып халыҡ менән һөйләшеп килдем: беҙҙең эштән барыһы ла ҡәнәғәт».
Бригада был йортто август урталарында тапшырырға йыйына. «Беҙгә бер кем дә аныҡ ҡына ваҡыт билдәләмәгән, шулай ҙа, ниңә һуҙырға, тиҙерәк эшләп бөтөргә лә ҡайтырға кәрәк»,—ти бригадир.