Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
12 Июль 2018, 09:32

Иҫәнбәттәр эшләй ҙә, ял да итә

Эш сәфәре менән Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылына барған һайын унда йәшәгән кешеләрҙең ихлас күңелле, матур һүҙле, үҙ-ара берҙәм һәм ихтирамлы булыуҙарын күреп һөйөнөп ҡайтабыҙ. Бер ғаилә һымаҡ татыу көн иткән иҫәнбәттәр һәр эште бергәләп атҡара, байрамдарҙы ла күмәкләп үткәрә. Күптән түгел улар (сәңгелдәктә ятҡан сабыйҙан алып 90 йәшлек Диниә инәй Йыһангироваға тиклем) матур сараға—Балалар һабантуйына йыйылды. Ауыл эргәһендәге Азамат туғайы, Төйәләҫ йылғаһы буйы был көндө гөрләп торҙо. Мәктәп уҡытыусыһы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәйетова менән клуб мөдире Вәлимә Хәлиулла ҡыҙы Фәйзуллина балалар өсөн төрлө уйындар, конкурстар, спорт ярыштары ойошторҙо. Кескәйҙәр оло кинәнес менән йомаҡтар систе, шиғыр һөйләне, йырланы һәм бейене. Ололар ҙа байрамдан ситтә ҡалманы. «Һандуғас» фольклор ансамбле ағзалары башҡарған дәртле йырҙар аҡланға байрамса төҫ бирҙе.

—Беҙ юҡҡа ғына Балалар һабантуйы өсөн был мәлде һайламағанбыҙ. Төрки халыҡтарында 22 июндән 5 июлгә ҡәҙәр Йәйге нардуған байрамы уҙғарыла. Беҙ ҙә еләк, бесән ваҡытына тиклем бер аҙ ял итеп, күңел асып алыу өсөн йыйылдыҡ. Ауылыбыҙҙа бик тырыш кешеләр йәшәй. Улар йәй буйына еләк йыйып, мал-тыуар, ҡош-ҡорт көтөп, үҙҙәре етештергән ауыл хужалығы продукцияһын һатып табыш ала. Ауылдаштарымдың уңғанлығына ҡарап таң ҡалырлыҡ. Һеҙҙең ғаиләләрегеҙгә иҫәнлек, именлек, муллыҡ теләйбеҙ,—тине үҙ сығышында Рәзимә Юныс ҡыҙы. Артабан инәйҙәр Бикбау тауына менеп ямғыр һорап, теләк теләне, балалар һыу һирпеште. Һуңынан йәше-ҡарты бер табынға ултырып ҡаҙанда бығып бешкән бутҡанан ауыҙ итте, тәмләп сәй эсте. Сараны ойоштороусылар байрамдың бағыусылары, атап әйткәндә, урындағы мәсеткә, Иҫәнбәт мәктәбенең элекке уҡыусыһы Илсиә Сириаждановаға, Себерҙә эшләүсе медицина хеҙмәткәре Гөлсәсәк Аҫылбаеваға, Фирүзә Фәтхулбаяноваға, Зөбәйер Сәйетовҡа ҙур рәхмәт белдерҙе.
Был көндө Иҫәнбәт ауылы халҡы араһында «Атайсал» төбәк гәзитенә яҙылыу ойошторолдо. Быға тиклем почта бүлексәһе аша 9 кеше яратҡан баҫмаһына яҙылған ине. Беҙ тағы ла 7 кешене гәзитле иттек. Үҙебеҙҙең гәзит уҡыусылары менән көнүҙәк темаларға һөйләшеп, улар араһында бүләктәр отторҙоҡ.
Иҫәнбәт ауылының мәктәпле, клублы һәм мәсетле булыуы киләсәккә ышаныс бирә. Башланғыс мәктәпте тәжрибәле уҡытыусы һәм ауылдағы барлыҡ сараларҙы ойоштороусы Рәзимә Юныс ҡыҙы Сәйетова етәкләй. Уға Басайҙан килеп уҡытып йөрөүсе Мөслимә Әхмәтзәкир ҡыҙы Сәйетова ярҙамлаша. Быйыл был белем усағын дүрт бала тамамлаған. Ата-әсәләр ярҙамы менән бинаға ремонт яһалған. Йәйге каникул осоронда балалар үҙҙәре мәктәп баҡсаһын тәрбиәләй, сәскәләргә һыу ҡоя, түтәлдәрҙе утай. Үҙе ашнаҡсы ла, үҙе йыйыштырыусы ла ролен башҡарыусы Светлана Бүләкәнова балаларҙы тәмле аштар менән һыйлай, уҡыу бүлмәләрендә таҙалыҡ һәм тәртип урынлаштыра. Иҫәнбәт мәктәбен тамамлаған балалар артабан да үҙҙәрен бар яҡтан тырыш итеп таныта.
Иҫәнбәттәрҙең эшһөйәрлегенә хайран ҡалырлыҡ. Улар өс ай эсендә ауыл уртаһында өр-яңы клуб төҙөп ултыртҡан! Вәт әй! Беҙҙең бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла бындай нәмә хаҡында ишеткәнебеҙ булманы. Мәсеттең имам-хатибы ярҙамсыһы, ауыл Советы депутаты Тимерғәле Бүләкәнов әйтеүенсә, ауыл халҡы күптән яңы клуб тураһында хыялланған. 2017 йылдың сентябрендә Иҫәнбәт ауылында йәшәүселәр «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашырға теләк белдергән һәм халыҡтан аҡса йыйған. Был эшкә бигерәк тә хаҡлы ялдағы оло ағай-апайҙар теләп ҡушылған. Таш ташыуҙа Исрафилов Азамат һәм Лотфуллин Азамат ағайҙар ҙур әүҙемлек күрһәткән. Улар үҙҙәренең техникаһы менән ярҙам иткән. Йәштәр ҙә был изге эштән ситтә ҡалмаған. Улар нигеҙ һалыу эшендә берҙәмлек күрһәткән. Күсей ауыл хакимите башлығы Сәриә Рәшит ҡыҙы Йыһаншинаның, уҡытыусы Рәзимә Сәйетованың, балалар баҡсаһы мөдире Фәимә Туҡтамышеваларҙың ярҙамы ҙур булған. Клубтың стенаһын инси-блоктан күтәреүгә һәм ҡыйығын эшләүгә оҫталар яллағандар. Аш бешереүсе Исрафилова Мәрзиә һәм Исрафилова Нәзифә инәйҙәр өмәселәрҙе йылы аштары менән ҡыуандырып торған. Ауыл халҡы шулай уҡ Хәләф Илбуловҡа, Исрафилов Фәнилгә, Яҡупов Сәмиғулла ағайға, депутат Исрафилов Хөрмәт Өммәт улына рәхмәтле. Клубты эсен һылау, буяу эштәрендә ауылдың барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙары ла ҡатнашҡан. Шулай итеп, декабрь аҙағында иҫәнбәттәр берҙәм көс менән төҙөгән клубтарын туйлаған.
Һүрәттә: гөрләп тора Төйәләҫ буйы.