Уҡыусыларыбыҙ менән танышайыҡ, үҙебеҙҙе күрһәтәйек тип Матрай яҡтарына юлға сыҡҡайныҡ. Сидоровкаға, халыҡса әйткәндә Сиҙергә, алдан һөйләшелгән ваҡыттан бер сәғәткә алдараҡ килеп төштөк. Урамда бер кем юҡ. Ауыл хәкимиәтенә инһәк—Йылайырға киткәндәр. Һабантуйға әҙерләнәләр икән. «Ҡалай ваҡытһыҙ килдек»,—тип буш урамда ҡайғырышып торһаҡ, ҡаршы йорттан йүгереп тигәндәй бер һылыу килеп сыҡты. Ауыл китапханасыһы Ләйсән Ҡотоева икән.
—Әйҙәгеҙ, китапханаға рәхим итегеҙ, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ! Хәҙер ҡыҙҙарҙы саҡырам,—тине.
Ысындан да, ярты сәғәттән ыҡсым ғына китап йорто халыҡ менән тулы ине.
Сиҙерҙә эш һәм мәктәп юҡлыҡтан күрше ауылдарҙан күсеп сығырға мәжбүр булған халыҡ йәшәй. Элек ул ҙур ғына урыҫ ауылы ине. Хәҙер бер урыҫ ғаиләһе лә ҡалмаған. Башҡорттар ғына йәшәй. Халҡы ла сағыштырмаса йәш. Ҙур ауылдарҙан ситтәрәк ятҡас, был яҡты профессиональ артистар ураңҡырап үтә. Оло, күләмле күңел асыу саралары был яҡ өсөн ятыраҡ күренеш. Ләкин бит...йәшәргә кәрәк! Ике-өс йылға бер килгән артистарҙы көтөп ятаһыңмы ни инде? Быйыл Аралбайҙан сыҡҡан «ҡыҙҙар» йыйылып һөйләшкәндәр ҙә, еңгәй-килендәрен эйәртеп, китапхана янында этнотөркөм ойоштороп ебәргәндәр.
—Fинуарҙан алып китапхана тупһаһын тапайбыҙ. Тәүҙә балаҫ һуғырға өйрәндек. Балаҫ һуҡҡан арала «Урал батыр» эпосын ят-ларға ҡарар иттек. Шикләнеп кенә тотонғайныҡ, хәҙер был боронғо әҫәрҙең күп өлөшөн яттан һөйләй алабыҙ. Шунан буҙа ҡо-йорға оҫтарҙыҡ. Шәп эсемлек икән! Нишләп электән белмәгәнбеҙҙер? Юлдыбай ауылының «Ҡәнифә» ағинәйҙәр ҡоро менән бәйләнешкә инеп, селтәр эшләр-гә өйрәндек. Китапханасыбыҙ Ләйсән оҫта ойоштороусы булып сыҡты, бер нәмә уйлап табып ҡына тора; мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар, ҡобайырҙар эҙләп табып алып килә. Fаилә йылына арнап әҙерләгән программабыҙ менән Үрге Fәле, Хәйбулла ра-йонының Петропавловка ауылдарында сығыш яһаныҡ. Хәҙер Баймаҡ районының Аҡморон ауылына барырға йыйынып йөрөйбөҙ. Унда ҡарттар йортонда беҙҙең ауылдашыбыҙ, хеҙмәт ветераны Алмабикә Ҡотоева йәшәй. Барып ҡыуандырып ҡайтырға ине уй,—ти этнотөркөмдө ойоштороусоларҙың береһе Люциә Һибәт ҡыҙы Таһирова.
Сәлимә Тауылбаева, Мәфрүзә Түләбаева, Гөлъямал Аллабирҙина, Зөбәйҙә Ҡасҡынова, Сания Боҫҡонова, Файза Ласынова, Гөл-нара Ҡотоева, Гөлнара Боҫҡонова, Гөлсирә Дәүләтҡолова, Гөлнур Әбделмәнова, Зилә Рәхмәтова төркөмдәренә борон йәшәгән ауылдары Аралбайҙың тарихи ҡомартҡыһы булған күлдең исемен ҡушҡан. «Гәүһәр күл» тип атаған улар этнотөркөмөн. Бик урынлылыр. Кеше ҡайҙа ғына йәшәһә лә тыуған ерен, эскән һыуын оноторға тейеш түгел. Шулай бит?
Онота яҙғанмын. «Гәүһәр күл»дәр Баймаҡҡа күлдәк тектерергә заказ биргән. «Беҙ кү-мәкбеҙ, барыбыҙ ҙа барып йөрөй алмай»,—тигәс Баймаҡ оҫтаһы Әнисә Байрамғолова, үҙе килеп, үлсәмдәрен алып киткән. Сағыу башҡорт күлдәгендә сәхнәгә сығып баҫһалар күрерһегеҙ әле минең ауылдаштарымды! Былай ҙа:
—Татыуһығыҙ, матурһығыҙ! —тип маҡтап ҡына торалар.