АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Май 2018, 11:50

ИЛҺАМЛЫ ХЕҘМӘТ—ИЛГӘ ҠЕҮӘТ

Урал аръяғының иң ҡеүәтле хужалыҡтарының береһе булып танылған Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында яҙғы сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле.

Урал аръяғының иң ҡеүәтле хужалыҡтарының береһе булып танылған Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативында яҙғы сәсеү эштәренең иң ҡыҙған мәле.
Хужалыҡтың баш агрономы Урал Әхмәтйәнов оҙатыуында икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләргә, унда барған ҡыҙыу эш менән яҡындан танышырға сыҡтыҡ. Урал Әбүбәкир улы 40 йылдан ашыу ғүмерен ер эшенә бағышлаған кеше. Шуға күрә йылдың нисек килеүенә бәйле уның үҙ ҡарашы, үҙенең ырым-билдәләре бар.
—Быйыл иген уңыр тип фаразлайым. Ерҙә дым бар. Йәнә бер-нисә көн баҫыуҙа үрмәкселәрҙең ау үреүен күҙәтәбеҙ. Быларҙың барыһы ла йылдың яҡшы килеүен вәғәҙәләй,—ти тәжрибәле агроном.
Беҙ иһә уның фараздарының бойомға ашыуын, йылдың яҡшы килеүен теләйбеҙ. Ни тиһәң дә ерҙең уңдырышлылығы, йыйыласаҡ уңыш күләме туранан-тура һауа шарттарына бәйле.
Таулыҡай ауылы янындағы 150 гектар ерҙә арыш сәселгән. Хужалыҡ эшсәндәре 5 майҙа яҙғы культураларҙы сәсеүгә төшкән. Улар 700 гектарҙа һоло сәскән. Әле ике бригада бойҙай һәм рапс сәсеү менән мәшғүл.
—Арпа ҡырауҙан ҡурҡа, шуға уны аҙаҡҡа ҡалдырҙыҡ. Шулай уҡ 200 гектарҙа рапс менән судан ҡатнашмаһын, донник үләнен сәсергә ниәтләйбеҙ. Баҫыуҙарҙа ҡый сыға башлаһа, химик утауға төшәсәкбеҙ. Йәйгеһен егеттәр бесән сабыу, сенаж һалыу эштәрен башҡарасаҡ,—тип ҡыҫҡаса эш планы менән таныштырҙы баш агроном.
Ауылға яҡыныраҡ баҫыуҙа рапс үләне сәсеп йөрөгән 1-се бригада эшселәре менән яҡындан таныштыҡ. К-700 тракторҙарында Башҡортостандың атҡаҙанған механизаторҙары Айрат Бүкәнбаев менән Наил Солтановтың үҙ-ара ярышып баҫыу киңлектәрен иңләүҙәрен ҡарап тороу үҙе бер тамаша. Белорус тракторында орлоҡ ташыусылар Самат Сәйетов һәм Ҡәнзәфәр Fөлбәйетов та үҙ эштәренә яуаплы ҡарай. Күтәренке кәйефле сәсеүселәр Мөҙәрис Хәсәнов һәм Алмас Сәйетовҡа ҡарап күңел ҡыуана.
2-се бригаданы беҙ ауылдан 5-6 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Fәлим баҫыуында осраттыҡ. Бында ла ир-егеттәр көр күңел менән эшкә егелгән ине. Ер эшкәртеүҙә тәжрибәле механизатор Айрат Туйсинға, сәсеүҙә Фәнил Fәйетбаевҡа етеүсе юҡ. Орлоҡ ташыуҙа Салауат Fөлбәйетов, кәтүкләүҙә Хаҙарис Мортазин, тырматыуҙа Илгиз Уразбаев өлгөлө хеҙмәт күрһәтә. Сәсеүселәр Fәле Мөстәҡимов менән практикант Алсын Әбсәләмов та тырышып эшләй. Бригадир Урал Мостафа улы Fөлбәйетов әйтеүенсә, лениндар яҙғы сәсеү эштәрен тиҙ арала тамамларға иҫәп тота. Ашнаҡсылар баҫыу эшсәндәрен йылы аш-һыуҙары менән ҡыуандырып тора.
Хужалы йортта бәрәкәт бар, тигәндәй Ленин исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе, Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Fәлим Булат улы Сәлимов етәкселегендәге хужалыҡтың барлыҡ тармағында ла эштәр гөрләп тора. Игенселәр ал-ял белмәй баҫыу-ҡырҙарҙы иңләй, малдар—йәйләүҙә, фермалар ремонтлана. Лениндар үҙҙәренең уңғанлығы менән башҡаларға өлгө күрһәтә.
Альбина Таһирова.
Һүрәттә: 1-се бригада рапс сәсеү менән мәшғүл; 2-се бригада бойҙай сәсеүҙе тамамлау өҫтөндә.