АТАЙСАЛ
-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
20 Апрель 2018, 12:08

ИР ТЕРӘГЕ—ЕР

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы эшләп килә. Башлыса малсылыҡ һәм ҡырсылыҡ менән шөғөлләнеүсе Зөфәр Ҡы рымғужиндың хужалығы 2015 йылда дәүләттән ярҙам—грант алған. Грант аҡсаһы башлыса ауыл хужалығы техникаһы, һыйыр малы һатып алыуға йүнәлтелгән.

Хәйбулла районының Яңы Ергән ауылында бер нисә крәҫтиән-фермер хужалығы эшләп килә. Башлыса малсылыҡ һәм ҡырсылыҡ менән шөғөлләнеүсе Зөфәр Ҡы рымғужиндың хужалығы 2015 йылда дәүләттән ярҙам—грант алған. Грант аҡсаһы башлыса ауыл хужалығы техникаһы, һыйыр малы һатып алыуға йүнәлтелгән.
—Үҙем күрше Иләс ауылында тыуып үҫһәм дә, өйләнгәндән алып Яңы Ергәндә йәшәйем. Мәктәпте бөткәс тә ошо хужалыҡта эш башланым. Ике йыл әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡанды һынамаһаң, бер ваҡытта ла ошонан ситкә киткәнем юҡ,—ти Ҡырымғужин крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Зөфәр Фәйзулла улы.—43 йыл эшләү дәүерендә ябай эшсенән совхоз рәйесенә тиклем барып еттем. 2010 йылда КФХ асыуға өлгәштем.
Ергә ереккән, малсылыҡты яҡшы белгән фермерға шәхси эшен башлап ебәреү ҡыйын булмай. Малдары башта 3 баш ҡына булһа, хәҙер улар 100-ҙән ашҡан. Малды ит өсөн аҫрайҙар, райондан, Ырымбур өлкәһенең Гай, Орск, Новотроицк ҡалаларынан һуғым һатып алырға күпләп киләләр.
Хужалыҡ эшселәре көндәр йылыныу менән техникаларын яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләп тә ҡуйған. Орлоҡтары үҙҙәренеке, трактор, сәскестәре лә ремонтланған. Баҫыуҙарға улар бойҙай, арпа, һоло сәсергә иҫәп тота. 150 гектар майҙанды биләгән туғайлыҡтарынан мал аҙығы—бесән сабып алалар. Көндәр йылы торһа, май байрамдарынан һуң, һоло сәсә башларға уйлайҙар.
Ҡырымғужин КФХ-һында Рушан Ишбулдин, Юрий Маликов, Илнур Сәйфуллин, Азамат Аралбаев тырышып эшләй. Ҡыш улар мал аҫраһа, йәй көтөү көтә, баҫыу эштәрендә булыша. Сәғит ауылынан йөрөп эшләгән Хәмзә Рәхмәтов та (һүрәттә) хужалыҡтың алдынғы механизаторы. Ул Зөфәр Фәйзулла улы менән совхозда электән бергә иген иккән, шуға ла уның шәхси хужалыҡ булдырыуын хуплап, артабан да бергә-бергә эшләргә теләк белдергән. 5 йылдан ашыу инде хеҙмәтенә тоғро ҡалып, яҙ, йәй баҫыуҙа булышһа, ҡыш малсылыҡта алыштырғыһыҙ эшсе ул.
Хәмзә Рәхмәтовтың ғаиләһе лә өлгөлө. Ҡатыны Гөлнур Фазлиәхмәт ҡыҙы оҙаҡ йылдар Сәғит мәктәбендә балалар уҡытып, хаҡлы ялға сыҡҡан. Өлкән улдары Замир Хәйбулла районының мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Өйләнгән, кәләше менән Данияр исемле ул үҫтерә. Икенсе улдары Заһир Өфөлә сауҙа селтәре хеҙмәткәре. Ҡыҙҙары Fәлиә быйыл Бөрө педагогия институтын тамамларға йыйына. Балаларының тормошта тиҙерәк үҙ урындарын табыуын теләгән атай көн һайын 17 саҡрым ергә йөрөп эшләй.
—Ауыр түгелме йөрөп эшләү, ҡар-буранлы, ямғыр яуған ваҡыттарҙа ҡалайтаһығыҙ?—тигән һорауға Хәмзә Вәлиулла улы: «Ир кеше үҙ ғаиләһе өсөн яуаплы булырға тейеш. Уның олпатлығы, дәрәжәһе шунда»,—тип яуапланы.
Читайте нас: