Искәндәр Сәйетбаттал улы Аҡҡужин менән декабрь баштарында танышҡайныҡ. Йылайыр районының урман яғы ауылдары буйлап «Атайсал» гәзитенә яҙылырға өндәп йөрөгәндә Йомағужа ауылына ла туҡталдыҡ. Был эштә әҙерәк әрһеҙерәк булмай ҙа ярамай. Һорашып ауылдағы фермер хужалығы етәксеһе Искәндәр Аҡҡужиндың өйөнә үк барып индек.
—«Атайсал»ды беҙ электән алдырабыҙ. Һәйбәт гәзит. Быныса ергә беҙҙе эҙләп килгәс, буш сығара алмайым бит инде,—тип биш дана гәзиткә яҙылды. Һуңынан ғына төшөндөм: үҙе етәкләгән хужалыҡтың бер ағзаһын да онотоп ҡалдырмаған икән. Шулай итеп, ул ауылдаштарына бына тигән Яңы йыл бүләге эшләне.
Ике меңенсе йылдар башында һин дә мин эшләп торған «Һабыр» совхозы тарҡатылғас, күп кеше аптырауға төшә. Инде ни эшләргә? Ҡайҙа барырға? Ҡайҙан аҡса табырға? Fаиләне ҡарарға кәрәк бит!
«Беҙ, биш ауылдаш, берләштек тә, 350 гектар ер алып, бергә эшләп ҡарарға хәл иттек. Апрель айы. Техника боҙоҡ. Кеҫәлә бер тин аҡса юҡ. Эш хаҡы юҡ. Бөтәбеҙ ҙә механизатор. Эште беләбеҙ, ләкин... ғүмер буйы ни әйтһәләр, шуны эшләп өйрәнгән кешеләр нимәгә тотонорға ла, нисек аҡса эшләргә лә белмәйбеҙ,—тип хәтергә ала ул хәтәр йылдарҙы Искәндәр.—Китһәм, емерә һуғып, баш һуҡҡан яҡҡа сығып та китә ала инем. Район чемпионы булып йөрөгән кеше эш табыр инем әле. Ауылдаштарымды йәлләнем. Китмәнем. Хәҙер үкенмәйем. Алай ҙа китмәгәнмен тип шатланып та ҡуям».
Үкенмәйем, тейеүе бик үк дөрөҫлөккә тура килмәй Искәндәрҙең. Үкенә ул. Тик ауылда ҡалғанына түгел, армияла хеҙмәт итергә ҡалмағанына.
«Бала саҡтан бескозырка кейергә хыяллана инем. Хоҙай Тәғәлә ишетеп торғандыр, армияға Тымыҡ океан флотына алындым да ҡуйҙым бит. Рус утрауында учебка үткәс, флагман крейсерына эләктем. Өс йыл хеҙмәт итеү осоронда Һинд океаны буйлап 9 айлыҡ походта, Иран менән Ирак, Афғанстан конфликтын хәл иткән хәрби хәрәкәттәрҙә, иғлан ителмәгән һуғыштарҙа ла ҡатнашырға тура килде. Эй-й, старшина мине яратты! Ҡайтма, ти ҙә ҡуя. Бына миңә хәҙер алтмыш тулып килә, флотта ҡалмағаныма һаман үкенәм».
Тәүҙә игенселек менән генә шөғөлләнергә уйлайҙар. Ләкин иген үҫтереү—миҙгел эше, ҡыш та файҙа килтерерлек ниндәйҙер бер төшөмлө эш менән булырға кәрәклеген тиҙ аңлайҙар. Барлы-юҡлы игенде һатып ҡына йәшәп булмай икән. Яйлап тәүҙә йылҡы, шунан һыйыр үрсетә башлайҙар. Йәшәй-йәшәй йылҡысылыҡтан да баш тартырға мәжбүр булалар. Ялан яғында, Хәйбулла, Баймаҡ райондарының дала зонаһында, йылҡы йыл әйләнәһенә тейерлек ҡырҙа тибендә йөрөй. Февраль аҙағы-март баштарында ҡар ҡатып боҙға әйләнгән осорҙа ғына бикләп, бер ай тирәһе ашатып тоталар. Урманда ҡыш йылҡыны тибенгә ебәреп булмай. Күп итеп бесән әҙерләргә кәрәк. Һуңғы йылдарҙа тағы бер бәлә өҫтәлә: йылҡылары юғала башлай. Йыл һайын бер-икәүһе зым-зыя юҡ булып тик тора. Береһенең дә осона сыға алмайҙар. Хәҙер 35 баштан 13-ө генә ҡалған.
«Беҙгә үҙ йомошо менән бер ҡаҙаҡ килеп йөрөй,Таңатар исемле. Шул бер килгәнендә:
—Атығыҙ юғаламы?—тип һорай.
—Эйе,—тинем. Шунан, тора биргәс:—Ниңә улай тип һорап ҡуйҙың әле?—тинем аптыраңҡырап.
—Сөнки иң тәмле ит һеҙҙә, Башҡортостанда,—ти был.—Беҙҙә, Ҡаҙағстанға төпкәрәк ингән һайын, ит тәмһеҙләнә. Шуға һеҙҙән урлайҙар. Алып ҡайтыу менән һуялар. Таба алмауығыҙҙың сәбәбе лә шунда,—тип серҙе аса биреңкерәп ҡуйҙы».
Игенселектә уңыш юғарыраҡ та булыр ине, әгәр мал тапамаһа. Хәҙер ауылдарҙа көтөү тотоу тигән нәмәне оноттолар. Урман тулы мал. Ҡарауыл яллап та, үҙҙәре ҡыуып та ҡарағандар—көнө-төнө һаҡлап ултырып булмай бит инде, барыбер мал инә, барыбер тапай. Аптырағас етмеш гектар сәсеүлектәрен кәртәләп ҡуйғандар. «Шул кәртәләнгән 70 гектарҙан элекке 350 гектарға ҡарағанда күберәк уңыш йыйып алдыҡ,—тип ҡыуана бөгөн Искәндәр.—Яйлап шул эште дауам итергә тура килер инде».
Хәҙергә хужалыҡҡа аҡса биреп торған берҙән-бер тармаҡ—һауын һыйырҙары. Уларҙың һаны, таналарҙы ла ҡушһаң, иллегә яҡынлаған. «Йәйен һәр һыйырҙан һауым14 литр тирәһе була, хәҙер 12 литр һауабыҙ. Һөт ташыусы машина килеп көн дә алып китеп тора. Киләсәктә ошо тармаҡҡа баҫым яһарға тура килер инде»,—ти Искәндәр Сәйетбаттал улы.
—Ҡышҡы селләлә һәр һыйырҙан 12 литр һауып алыу насар түгел инде.—Һыйырҙарығыҙ һөтлө тоҡомдандыр?
—Һыйырҙың мул һөтлөлөгө ниндәй тоҡомдан булыуынан ғына түгел, хужаларҙың малға булған мөнәсәбәтенән дә килә. Беҙҙең утыҙлап һыйырыбыҙ октябрь-ноябрь айында уҡ быҙаулай, ғинуар баштарына быҙау алып бөтә яҙабыҙ. Көҙ быҙаулаған һыйыр ҡыш буйы быҙауы өсөн, йәйгә сыҡҡас—яңы үлән иҫәбенән һөттө мул бирә. Һуң быҙаулағаны йәй бирә лә сентябргә теге һыйырҙар менән бергә һыуала ла ҡуя. Беҙ шулай һыйырҙарҙың быҙаулау осорон үҙебеҙгә яраҡлаштырып һөт алыу осорон күпкә оҙайтабыҙ. Д өйөм әйткәндә, ҡыш һыйырҙарҙы быҙаулатыу өсөн яҡшы осор һанала: имеҙергә һөт күп булғас, быҙау ҙа көр була, төрлө эс китеү ауырыуҙарына ла бирешмәй. Ҡайҙан ишеткәндәрҙер, хәҙер беҙгә хатта ҙурыраҡ фермер хужалыҡтарынан, күрше райондарҙан да тәжрибә өйрәнергә киләләр.
Бына шулай, аҡса, байлыҡ артынан артыҡ ҡыумай, ҡабаланмай, сәбәләнмәй генә, үҙҙәре өсөн эшләп тик йөрөй Йомағужа ауылындағы «Аҡҡужин» крәҫтиән-фермер хужалығы эшселәре. Киләсәктә лә яҡташтарыма иҫәнлек-һаулыҡ, еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләп ҡалайыҡ.
Һүрәттә: «Эшләй-эшләй өйрәнәбеҙ,—ти Йомағужа фермеры Искәндәр Аҡҡужин (уңдан беренсе).