Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
9 Февраль 2018, 13:02

ХАЙБУЛЛАЛАР БАЙ БУЛА

Һағынышлы тыуған яҡ сәләмдәрен унан ситтә йәшәүсе яҡташтарға йыр-моң, дәртле бейеүҙәр аша ғына тулыһынса тапшырып булалыр. Хәйбуллаларҙың рухи күстәнәсен баш ҡала тамашасыһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафонында тәмләне. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған бөтә муниципаль берәмектәрҙең ижади программалар эстафетаһына старт биреү хәйбуллалар өлөшөнә төштө.

Һағынышлы тыуған яҡ сәләмдәрен унан ситтә йәшәүсе яҡташтарға йыр-моң, дәртле бейеүҙәр аша ғына тулыһынса тапшырып булалыр. Хәйбуллаларҙың рухи күстәнәсен баш ҡала тамашасыһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән «Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан!» фестиваль-марафонында тәмләне. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышланған бөтә муниципаль берәмектәрҙең ижади программалар эстафетаһына старт биреү хәйбуллалар өлөшөнә төштө.
Филармония холында йәйелдерелгән ҡул эштәре оҫталарының, тарихи, республика үҫешенә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәргә, башҡорт ырыуҙарына ҡағылышлы күргәҙмәләр райондың социаль-иҡтисади үҫешен сағылдырҙы. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан һөйөклө республикабыҙға нигеҙ һалыусыларға, уның данын күтәреүселәргә арналған рәхмәт һәм хөрмәт кисәһен Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рәил Хазморат улы Ибраһимов асты. Залда ултырыусы хөкүмәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәрен, ғалимдар, әҙәбиәт һәм сәнғәт әһелдәрен, мәҙәниәт, мәғариф хеҙмәткәрҙәрен, студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы, иң мөһиме, баш ҡалаға ҙур делегация менән килгән хәйбуллаларҙы Республика Башлығы исеменән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тәбрикләне.
—Республикабыҙҙың һәр төбәге—ынйы. Ошондай мәҙәни ҡорҙар шул ынйыларҙы асыу, ҙур майҙандарға сығарыу маҡсатында уҙғарыла ла инде. Мөһим датаға әҙерлек сиктәрендә төбәгебеҙҙә шулай уҡ тарихи, ғилми саралар, 100 объект төҙөү, Башҡортостан ҡалалары һәм райондарында инфраструктураны яҡшыртыу ҡаралған,—тине Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова.
Хәйбуллаларҙың 3 сәғәтлек байрам концертын Урал Торомтаев башҡорт халыҡ йыры «Урал» менән башлап ебәрҙе. Өфө тамашасыһы алдында «Түңгәүер» халыҡ ҡурайсылар, «Ҡош юлы» фольклор, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге Балалар сәнғәт мәктәбенең «Йондоҙсоҡ», Исмәғил Тасимов исемендәге тау колледжының «Тау гәлсәрҙәре», «Сиҙәм» бейеү ансамблдәре, район мәҙәниәт һарайы солистары һәм башҡа артистар аһәңләнеп сығыш яһаны. Халыҡсанлыҡ, ябайлыҡ бөркөлгән концертты баш ҡала алҡыштарға күмде. Хәйбуллаларға был мәҙәни ҡор йыл йомғаҡтары кеүегерәк тә булыуы бигерәк тә уңышлы килеп сыҡты. Сөнки тап баш ҡала сәхнәһендә күп кенә яҡташтарыбыҙҙың намыҫлы хеҙмәте баһаланып, уңыштары барланып, гранттар тапшырылды.
...Хәйбулла районында 1952 йылдарҙа сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе һөрөү башлана, яҡшы иген уңышы алына. Ошо юғары уңыштарға ҡаҙаныуҙа етәкселәр Николай Батанов, Fилман Яҡупов, Лотфулла Ҡарамышев, Борис Петров юғары хөкүмәт наградаларына һәм маҡтаулы сиҙәмсе исеменә лайыҡ була. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы уңайынан Хәйбулла районы хакимиәте төбәктең алдынғы етәксеһе Fилман Яҡупов исемендәге грант булдырҙы. Беренсе грантҡа Илдар Юлышевтың крәҫтиән-фермер хужалығы эйә булды.
1934 йылда Бүребай мәғдән идаралығы асыла. Рәсәйҙең тәүге техник юғары уҡыу йорто—Санкт-Петербург тау институтын асыусы мәғдән сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы төбәктә уңышлы эшләп килә. Геолог Усман Дәүләтбаев, академиктар Миниәхмәт Моталов, Илшат Әбделмәнов, таусы Зариф Туғыҙбаевтарҙың исеме республикала яҡшы таныш. Район хакимиәтенең сираттағы гранты «Тау-таш белгесе академик Миниәхмәт Моталов» исемендәге маҡтау билдәһе Аҡъяр тау колледжы студенты Айнур Түләшевҡа бирелде.
Хәйбулла—илгә иң күп иген тапшырған алтын ырҙын да. Районда ҡаты сортлы бойҙай үҫтереүҙә дан ҡаҙанған ялан батырҙарының (Абдулла Фәйзуллин, механизаторҙар Сабирйән Аслаев, Михаил Кириков, Камил Рәхмәтуллин, Гаврил Девицкийҙың ғаилә подряды) күп булыуы «Хәйбулланың алтын башағы» грантын булдырыуға этәргән. Уға иһә селекционер, фермер Әмир Шәйәхмәтов лайыҡ булды.
«Бөйөк эштәр һәр ваҡыт бөйөк ҡаршылыҡтарға тап була. Кеше өсөн иң ҙур ҡаршылыҡ—ялҡаулыҡ һәм наҙанлыҡ. Үҙ-үҙен еңгән кеше бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңә»,—тигән Fатаулла ишандың аманат һүҙен яҡташтары бер ваҡытта ла иҫтәренән сығармай. Башҡортостан һәм Рәсәй фәненә, тел һәм тарих ғилеменә ҙур өлөш индереүсе тарихсылар—Данир Үзбәков, Әмир Юлдашбаев, Миҙхәт Мәмбәтов, Илшат Насыров, Рафаил Рәхимов менән дә яҡташтар сикһеҙ ғорурлана. Fатаулла ишан исемендәге грант сәсәниә, Йәнтеш ауылы ағинәйҙәр клубы етәксеһе Фәниә Арыҫлановаға тапшырылды.
Хәйбулла районы арҙаҡлы табиптары, уҡытыусылары менән дә дан тота. Ошонан сығып һаулыҡ һаҡлау, мәғариф гранттары ла булдырылды һәм улар әлеге көндә ошо һөнәр эйәһе нескәлектәренә төшөнөп йөрөүсе уҡыу йорттары студенттарына бирелде.
Хәйбулла районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла республикала иң яҡшыларҙан һанала. Михаил Гаврилович Некрасов музейҙы ойоштороусы һәм алыштырғыһыҙ директоры булған. М.Некрасов исемендәге грантты райондың тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Рәзилә Байғусҡарова яуланы.
Ағинәй Әсмә Усманова үҙе иҫән саҡта ете ырыуҙың еләндәрен, күлдәктәрен, баш кейемдәрен өйрәнеп 30-ға яҡын башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары милли кейемен теккән. Фәҡәт Әсмә Усманованы милли кейемде фәнни һәм практик яҡтан тергеҙеүсе беренсе оҫта тип атарға мөмкин. Остаз исемендәге фиҙаҡәрлек гранты Вәзәм һуҡма шәле клубы етәксеһе Fөлназ Суринаға, райондың «Аҡтамыр» этно төркөмө етәксеһе Гөлфиә Хәләфетдиноваға тапшырылды.
Беренсе башҡорт дирижеры—Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы егете Fәйнетдин Хәйретдин улы Моталов юғары хөкүмәт наградаларына лайыҡ булған халыҡ артисы. Опера йырсыһы Зәйтүнә Fәзизова—Хәйбулла моңон һәм илһамын профессиональ сәхнәгә сығарған шәхес. Фестиваль-марафонда хәйбуллаларҙың матур тамашаһын алып барыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев, бейеүселәр шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Мөхәммәт Иҙрисов, Айытбай Фәйзуллиндар ҙа данлыҡлы Хәйбулла ерендә тыуып үҫкән. Сәнғәт әһелдәре гранты «Йондоҙсоҡ» балалар бейеү ансамбле солисы Нурислам Юламановҡа бирелде.
Таштуғай ауылы, Турат сағылы, Көнбикә ташы, Ҡанифа юлы—Хәйбулла районында, Таналыҡ һәм Һаҡмар йылғаһы буйҙарында. Башҡортостандың боронғо сәсәндәр тауышы һәм аһәңе—Хәйбулла яғының рухи үрҙәре, йәндәй күргән ғәзиз ҡомартҡылары. Уларҙы һаҡлап халҡыбыҙға тапшырыусы ҡобайырсы һәм йыраусы Мөхәмәтйән Абдулла улы Ҡаҙаҡбаев—бөтә Башҡортостанға сәсән ауазын еткергән шәхес. Сәсәндәр традицияһын районында әле лә ҡәҙерләп һаҡлап йөрөтөүселәр араһында Асия Fәйнуллина һәм Камил Илембәтовтың исемдәрен атап үтмәйенсә мөмкин түгел.
М.Ҡаҙаҡбаев исемендәге грант Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юнысов Илдар Әбделмән улына тапшырылды.
Хәйбулла яҙыусы, шағирҙар Fәзим Шафиҡов, Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясова, Фәрзәнә Аҡбулатова, рәссамдәр Дамир Ишемғолов, Сулпан Билалова, Фәтҡулла Аҡбулатовтарҙы үҫтергән илһамлы төбәк. Фестивалдә F.Шафиҡов исемендәге грантҡа Аҡъяр телерадио студияһы хәбәрсеһе Фәнилә Баширова эйә булды.
Хәйбулла—ҡурайсылар иле. Башҡортостан исеменән донъя сәхнәһенә күтәрелгән ҡурайсы Йомабай Мотийғулла улы Иҫәнбаев, уның моңон дауам иткән Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтов, Ишморат Ҡәйүм улы Илбәков—моң илселәре. «Йомабай Иҫәнбаев көндәре»—республикала әле лә аҫыл арҙаҡлы ҡурайсыларҙы ҡеүәтләп торған оло мәҙәни-рух байрамы булып тора.
«Хәйбулла ҡурайы» грантын билдәле ҡурайсы Илмир Ҡоҙабаев алды.
Хәйбуллаларҙың сығыштарында йырҙары ла, уйҙары, юлдары ла, эштәре лә тыуған республикабыҙҙың ҡеүәтен арттырыуға, данлауға арналғаны асыҡ күренде. Улар тән һәм йәндәре менән Башҡортостанға, туған халҡыбыҙға хеҙмәт итеүҙәрен иҫбатланы. Ҡунаҡсыл һәм йомарт хәйбуллалар юғары дәрәжәлә башлап ебәргән фестиваль-марафонды әлшәйҙәр ҡабул итте. Бөтә муниципаль берәмектәр ҙә был мәҙәни ҡорға яуаплы ҡарар, эстафетаны юғары кимәлдә дауам итер, тип ышанабыҙ.