Ҡайһы саҡ уйланған эштәребеҙ килеп сыҡмаһа, йә өмөтләнеп кенә көткәндә хыялыбыҙ тормошҡа ашмаһа, көйөп китәбеҙ. Үҙ-үҙебеҙгә урын тапмай борсолабыҙ, ҡаңғырабыҙ, донъялағы иң бәхетһеҙ кешеләй илап та ебәрәбеҙ, асыуыбыҙҙы яҡындарыбыҙға төшөрөп, үҙебеҙҙең дә, уларҙың да «нервыһын ашайбыҙ», әрләйбеҙ, һүгәбеҙ... Шулаймы? Танышмы был хәл? Шулай икән, туҡта, тыныслан! Аяғыма кейергә юҡ, тип мыжыған саҡта, аяҡһыҙҙар хаҡында уйлан. Үҙеңдән түбәндәргә ҡарап шөкөр ит, өҫтәгеләргә ҡарап фекер ит, тип тә әйтәләр бит әле. Онотма! Йәшәүҙең ҡәҙерен бел! Был донъяға бер тапҡыр ғына киләбеҙ, матур итеп ғүмер кисер, алма ғәҙәттәрҙән ары тор, һаулығың—иң шәп байлығың икәнен дә иҫтән сығарма, тырыш, матур йәшә, эргә-тирәләгеләрҙе ҡәҙер ит! Беҙ мәңгелек түгел!
Эйе, юғарыла яҙылғандарҙан сығып, замандаштарыбыҙға йәшәү ҡәҙерен аңлатырға тырышып, нәҡ ошо исем аҫтында рубрика булдырғайныҡ. Бында беҙ ауыр яҙмышлы кешеләр, хаталар аша тормош мәғәнәһен аңлауға ирешкәндәр хаҡында яҙырға һүҙ ҡуйышҡайныҡ. Тәүгеләре, йәғни яҙмыштары еңелдән булмағандары, күберәк осраны. Шуға ла улар әлеге рубриканың геройҙары булып килә. Бәлки, киләсәктә алама ғәҙәтен ташлап, йәшәү асылын аңлап, тормош юлын ҡырҡа икенсе яҡҡа бороусылар ҙа үҙҙәренең күргән-кисергәндәрен һөйләргә теләр. Ә бөгөнгә беҙҙең мәҡәлә геройы—Миңнур Ҡара-мырҙина.
Баймаҡ районы Ярат ауылына барыр алдынан нәҡ ошо рубрикаға тап килерҙәй берәй кеше биреүҙәрен һорағайныҡ. Ауылдаштары Миңнур апайҙың ауырлыҡтарға бирешмәй, бик матур тормош көтөүен әйтеп, беҙҙе уның йортона йүнәлтте. Килеребеҙҙе 1-2 көн алдан белгән хужабикә өҫтәл тултырып һый әҙерләгән. Беҙ бындай муллыҡты көтмәгәйнек тә, шуға аптырап та, уңай-һыҙланып та киттек. Йөҙөнән йылмайыу китмәгән, өй буйлап йүгергеләп, йә уныһын, йә быныһын эшләгән йылғыр, бөтмөр, теремек апайға ҡарап һоҡланып ултырҙыҡ.
Миңнур Шәкирйән ҡыҙы 1960 йылда Fүмәр ауылында тыуған. Тәүге бала булараҡ, бер һеңлеһенә, 4 ҡустыһына терәк-таяныс була. Улай ғына ла түгел, атаһы ныҡ ауырыу сәбәпле, әсәһенең дә төп ярҙамсыһы булып буй еткерә. Эште айырып ҡарап тормай: бесән дә, утын да әҙерләшә. 21 йәше тулғас, егәрле, һылыу ҡыҙҙы күрше Ярат ауылынан Ҡәнзәфәр атлы егет кәләшлеккә алып ҡайта. Туйҙа уҡ ҡәйнә тейеш кеше: «Мине ҡарайһың инде, ҡыҙым»,—тип әйтеп ҡуя. Сөнки Ҡән-зәфәр ғаиләһендә кинйә малай була. Шулай итеп, Миңнур апай ҡәйнәһе менән 30 йыл бергә тора.
—Ҡәйнәмә һүҙ тигеҙерлек түгел. Бик аҡыллы, һәйбәт булды. Сабыр ине ул. 3 баламды ла ҡарашты. Мин һауынсы бул-ғас, иртә таңдан эшләнем. Йәйгеһен ҡырҙа булдыҡ. Ҡәнзәфәр тракторсы, малсы ине. Эштән бушаманыҡ тип әйтергә лә була. Шуға балаларҙы, өйҙө ҡарап торған ҡәйнәмә рәхмәтлемен. Үкенескә күрә, ул ғүмеренең һуңғы йылында түшәктә ятты. Ҡараныҡ, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттыҡ,—тип үҙенең тормош юлын һөйләне Миңнур апай.
—Эйе, элек халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен йәштәр ихтирам иткән. Кинйә бала ата-әсәһе менән бергә торорға, ҡарт-тарҙы бағырға тейеш тип ҡаралған. Әле түшәктә ятҡан ҡәйнәһен ҡарау түгел, һауы менән бергә тора алмайҙар. Ауыр булманымы һеҙгә?
—Юҡ, уның нимәһе ауыр булһын. Тормош бит ул,—тип йылмайҙы әңгәмәсебеҙ.
—Хәҙер ирегеҙ түшәктә ята, шулаймы?
—Эйе, беренсе тапҡыр 1996 йылда инсульт кисергәйне. Әле бынан йыл ярым элек өсөнсө инсульты булды ла ятты. Ҡарайым, балалар ҙа ярҙам итә. Өйләнгән улым ошо уҡ ауылда тора. Кесе улым беҙҙең менән. Ҡыҙым Сыңғыҙ ауылында кейәүҙә.
—Шулай ҙа төп көс барыбер һеҙгә төшә бит... 7 йыл ҡәйнәгеҙҙе ҡараған-һығыҙ, әле ирегеҙҙе. Илап ебәргән, бо-шонған саҡтарығыҙ буламы?
—Юҡ, мин уның бер ауырлығын да күрмәйем. Ҡәнзәфәргә еңел түгелдер инде, бер туҡтауһыҙ рәхмәтен әйтеп ята. Ә беҙгә, һау кешеләргә, нимәгә ҡыйынһы- нырға? Мине кейәүгә биргәндә үк әсәйем: «Ҡайтыр ишегең ябыҡ! Үҙ йүнеңде үҙең күр. Һинең артыңдан йәнә 5-әү бар, онотма»,—тигәйне. Шулай туйҙан һуң баш-көллө тормош мәшәҡәтенә сумдыҡ. Уҡыу эләкмәне лә. Ҡайҙа эш бар шунда эшләнек. Әле хаҡлы ялда булһам да эш-ләйем.
—Нисек? Һеҙ эшләргә лә өлгөрәһегеҙме ни,—аптырауыбыҙҙың сиге булманы.
—Өлгөрәм,—тип йылмайҙы әңгәмәсебеҙ.—Тормошҡа зарланып тик кенә ултырып булмай ҙа һуң. Мин улай мыжып ултырырға яратмайым. Барыһынан ҡәнәғәтмен. Шөкөр, мал тотабыҙ, йылҡы ла бар. Ҡош-ҡорт та аҫрайбыҙ, баҡса ла үҫтерәбеҙ. Туғандарҙан ҡуртымға ер алып, сәсеп тә ҡарағайныҡ әле. Бушаған саҡтарҙа бәйләргә яратам. Әсәйем дә, ҡәйнәм дә ҡул эшенә маһир булды. Ҡәйнәм бигерәк тә шәл бәйләүгә оҫта ине...
—Мал тотҡас, бесән дә әҙерләр кәрәк бит әле.
—Ҡустылар, ҡайнағалар күмәкләп ярҙам итә. Ауылдаштарым, күршеләрем дә һәйбәт.
—Ирегеҙ генә түгел, өйҙәге улығыҙ ҙа икенсе төркөм инвалиды. Дарыуға ла аҡса күп китәлер...
—Бушлай дарыуҙар, льготалар бар. Әммә һатып алырға ла тура килә. Шулай ҙа мин матди байлыҡҡа иҫем китеп ҡарамайым. Улайға китһә, етешһеҙлеккә зарланып, был тормоштан бөтөнләй төңөлөргә була бит. Күрәһе яҙмышым шулдыр, тим дә, бар нәмәне лә тыныс ҡабул итәм,—тип йылмайҙы Миңнур апай.
Хушлашҡанда көслө рухлы ҡатындың өйөнән ҡот китмәүен теләп ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Сибайға еткәнсе Миңнур апайҙың һәр беребеҙгә килеп йылмайып иркә-ләнгән, тәтелдәгән бәләкәй генә Гөлиә исемле ейәнсәре лә, эскерһеҙ балалай саф күңелле Миңнур апай үҙе лә күҙ алдынан китмәне.