Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
22 Декабрь 2017, 11:45

ТАТЫУЛЫҠ БАЙЛЫҠТАН АРТЫҠ

Хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла боронғо, традицион башҡорт ғаиләләрен осратыуы ауыр. Был бик һирәк күренеш. Белеүебеҙсә, бындай ғаиләлә элек-электән килгән йола буйынса кесе улы ата-әсәһен, ҡартатай-өләсәһен ҡарап бергә йәшәгән. Бер ҡаҙанға ике һарыҡ башы һыймай, тиһәләр ҙә, килен кеше ҡәйнәһе менән һыйышып, донъя көткән. Әлбиттә, бында ғаиләнең иң өлкәненә, атай кешегә айырым хөрмәт күрһәтелгән. Сөнки уның һүҙе бар нәмәне лә хәл иткән. Fәҙәттә бындай ғаиләләрҙең балалары ҡараулы, тәрбиәле булыуы менән айырылып торған. Нәҫелдең шәжәрәһе лә быуындан-быуынға күсә килгән. Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған һәм был рухи ҡиммәттәребеҙ киләсәк быуынға аманат итеп тапшырылған.

Хәҙер төпкөл ауылдарҙа ла боронғо, традицион башҡорт ғаиләләрен осратыуы ауыр. Был бик һирәк күренеш. Белеүебеҙсә, бындай ғаиләлә элек-электән килгән йола буйынса кесе улы ата-әсәһен, ҡартатай-өләсәһен ҡарап бергә йәшәгән. Бер ҡаҙанға ике һарыҡ башы һыймай, тиһәләр ҙә, килен кеше ҡәйнәһе менән һыйышып, донъя көткән. Әлбиттә, бында ғаиләнең иң өлкәненә, атай кешегә айырым хөрмәт күрһәтелгән. Сөнки уның һүҙе бар нәмәне лә хәл иткән. Fәҙәттә бындай ғаиләләрҙең балалары ҡараулы, тәрбиәле булыуы менән айырылып торған. Нәҫелдең шәжәрәһе лә быуындан-быуынға күсә килгән. Халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре һаҡланған һәм был рухи ҡиммәттәребеҙ киләсәк быуынға аманат итеп тапшырылған.
Ошондай матур ғаиләләрҙең береһен беҙ эш сәфәре барышында Йылайыр районының Һабыр ауылында осраттыҡ. Мөхәмәтйән Әхмәтйән улы һәм Көнһылыу Янсаф ҡыҙы Булатовтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһен ауылдаштары ихтирам итә. Fаилә башлығы йәштән алып хаҡлы ялға сыҡҡанса совхозда водитель, гараж мөдире булып эшләй. Көнһылыу Янсаф ҡыҙы мәктәптә башланғыс кластарҙы уҡытҡан. Ашҡаҙар һәм Һабыр мәктәптәрендә маҡтаулы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән уҡытыусының эш стажы 38 йыл тәшкил итә Фиҙакәр хеҙмәте өсөн К.Я.Булатоваға РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы тигән маҡтаулы исем бирелгән. Быйыл Булатовтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 55 йыл тулған.
Fаилә булып йәшәүҙәренең тәүге көндәренән улар Мөхәмәтйән ағайҙың бер туған Нәзифә апаһы менән бергә көн итә. 89-сы йәшкә ҡараған инәй—тыл ветераны.
—Миңә 7 йәш булғанда атайым репрессияға эләкте. Өс баланы аҫрайым тип ҡышҡы сатнама һыуыҡта ат менән Бүребай баҙарына ит һатырға барған әсәйем туңып, ҡаты һалҡын алдырып ҡайта. Ошо сирҙән йүнәлә алмай беҙҙе етем ҡалдырып гүр эйәһе булып ҡалды,—тип хәтерләй инәй. Һеңлеһен һәм ҡустыһын үҫтереп аяҡҡа баҫтырыу ҙа ошо сибек кенә ҡыҙ баланың иңенә төшә. Ул бәләкәстәргә әсәй ҙә, атай ҙа булып ҡала. Һуғыш ваҡытында колхозда ағас ҡырҡыу эшендә йөрөй. Ауыр эштең аҙабылыр күрәһең, ул аяғын һындырып зыян күрә. Ваҡытында тейешле медицина ярҙамы алмаған ҡыҙҙың бер аяғы икенсеһенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ булып уңала. Эшкә бөтмөр Нәзифә инәй ғүмер буйына совхозға бил бөгөп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Ҡара таңдан эңергәсә хеҙмәт иткән һәм кесе туғандарын ҡайғыртҡан ханымдың үҙ ғаиләһен ҡороуға ваҡыты ла, мөмкинлеге лә булмағандыр инде. Нәзифә инәй ярты быуаттан ашыу Мөхәмәтйән ҡустыһы, Көнһылыу килене һәм уларҙың балалары менән бергәләп татыу ғүмер кисерә, уларға аҡыллы кәңәштәрен биреп, терәк-таяныс булып тора.
Мөхәмәтйән менән Көнһылыу Булатовтар дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың береһе лә тыуған ауылдарын ташламаған. Рус халыҡ мәҡәлендә әйтелгәнсә, «Где родился, там и пригодился» тигәндәй, ҡыҙҙары Гүзәл, Гөлдәр, Гөлсөм Һабырҙа йәшәй. Кесе улдары Алмас халҡыбыҙҙың боронғо традицияһына тоғро ҡалып үҙ ғаиләһе менән ата-әсәһе эргәһендә көн итә. Элек ул совхозда водитель булып эшләгән. Егәр-ле ир-егет хужалыҡ тарҡалғас ҡул ҡаушырып ятмай. Трактор һатып ала һәм ауылдаштарының тормошон еңеләйтеү маҡсатында уларға йөк ташыу хеҙмәте күрһәтә.
Килендәре Әсмә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғынә хас сабыр ҙа, уңған да, аҡыллы ла. Килен ҡәйнә тупрағынан ярала, тигәндәй Әсмә Нуритдин ҡыҙы ла 25 йыл ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған. Талапсан, үҙ эшен еренә еткереп башҡарған педагог уҡыусыларға география серҙәрен өйрәтә. Оҙайлы һәм маҡтаулы хеҙмәт өлгөһө күрһәткән уҡытыусы Ә.Н.Булатова Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы исеменә лайыҡ булған. Республика һәм район күләмендә бирелгән Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап уның.
Ауылдаштары араһында ҙур ихтирам яулаған Булатовтар бына 23 йыл инде аталы-уллы, ҡәйнәле-киленле булып татыу, берҙәм донъя көтә. Ысын башҡорт ғаиләһендә береһенән-береһе өс һылыу ҡыҙ үҫә. Өлкәндәре Зөһрә менән Зөлхизә—студенттар, икеһе лә Өфөлә уҡый. Кинйә ҡыҙҙары Элмира 5-се класта белем ала. Ололарҙы ололау, ихтирам итеү тигән төшөнсәләрҙе бик яҡшы аңлайҙар был ғаиләлә. Наҙ һәм һөйөүгә сорналып үҫкән ҡыҙҙар ҡартатаһын, ҡартәсәһен, Нәзифә инәһен, ата-әсәһен бик ныҡ ярата, хөрмәт итә. Бәхетле ғаилә булып йәшәүҙең сере нимәлә, тигән һорауға Булатовтар бер ауыҙҙан «Сабыр булып, үҙ-ара аңлашып йәшәүҙә!» тип яуап бирҙе.
Тырыш ғаиләнең йорто ла, ихатаһы ла ялтлап тора. Кәртә тулы малтыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, йәшелсә-емеш үҫтерәләр улар.
Был ҡотло ғаиләнең ҙур, иркен йортонан кеше өҙөлмәй. Уңған хужаларҙың самауыры һәр ваҡыт ҡайнаған, аштары бешкән була. Булатовтарҙың балалары, 9 ейән-ейәнсәре һәм 4 бүлә-бүләсәһе атай нигеҙен һыуытмай килеп, хәл-әхүәл белешеп, ярҙам итеп тора. Ошонан да ҙур бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?
Һүрәттә: берҙәм Булатовтар ғаиләһе