Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
1 Декабрь 2017, 11:53

ҠАҘ ҠАНАТЫ ҠАУРЫЙ—ҠАУРЫЙ

Элек-электән ҡаҙ өмәһен халҡыбыҙ ҙур байрам итеп үткәрә. Календарҙа ҡыҙыл менән билдәләнмәгән, әлбиттә. Әммә бала саҡтан әсәйҙәрҙең, апай-еңгәйҙәрҙең шау-гөр килеп, күңелле генә берҙәм эш алып барғанын күреп үҫкәнгәме, ул аңыбыҙға байлыҡ, муллыҡ байрамы булараҡ һеңгән.Әле Баймаҡ районының Байыш ауылында ла һәр өйҙә тиерлек ҡаҙ өмәләре үтә. Йыл һайын күпләп ҡаҙ, өйрәк һәм бройлер тауыҡтары алып үҫтереүсе уңған ғаилә—Рауил һәм Мәүлиҙә Ҡолмөхәмәтовтарҙың ихатаһында ла өмәләрҙең ҡыҙған сағы.

Элек-электән ҡаҙ өмәһен халҡыбыҙ ҙур байрам итеп үткәрә. Календарҙа ҡыҙыл менән билдәләнмәгән, әлбиттә. Әммә бала саҡтан әсәйҙәрҙең, апай-еңгәйҙәрҙең шау-гөр килеп, күңелле генә берҙәм эш алып барғанын күреп үҫкәнгәме, ул аңыбыҙға байлыҡ, муллыҡ байрамы булараҡ һеңгән.
Әле Баймаҡ районының Байыш ауылында ла һәр өйҙә тиерлек ҡаҙ өмәләре үтә. Йыл һайын күпләп ҡаҙ, өйрәк һәм бройлер тауыҡтары алып үҫтереүсе уңған ғаилә—Рауил һәм Мәүлиҙә Ҡолмөхәмәтовтарҙың ихатаһында ла өмәләрҙең ҡыҙған сағы.
Fаилә башлығы Рауил Әхәт улы Урал аръяғы МТС-ында водитель булып эшләй. Ленин орденлы данлыҡлы «Йылайыр» совхозының Байыш бүлексәһендә 20 йылдан ашыу һауынсы булған. Мәүлиҙә апай 2011 йылда хужалыҡ тарҡалып, ферма бөткәс бер ҙә юғалып ҡалмай. Өс баланы уҡытыу өсөн мал-тыуарҙы ишәйтеп, күпләп ҡош-ҡорт аҫрауға тотона.
—Өйҙә ятып та аҡса эшләргә була. Һыйырҙың ағын һатыуҙан йәйгеһен аҙнаһына 3 мең һумға тиклем килем алһам, ҡышҡыһын ҡаҙ итен һатып, 5-6 мең эшләп торам. Ҡаҙ түшкәләренең ауырлығы 5-5,5 килограмға етә. Элегерәк 100 ҡаҙ, 70 өйрәк һәм 50-60-лап бройлер тауыҡтар алып көтә инек. Быйыл уларҙың һанын кәметергә булдыҡ. Шулай итеп, 70 ҡаҙ, 30 өйрәк һәм 30 бройлер тауыҡ үҫтереп алдыҡ. Иртәнсәктән эңер төшкәнсе Урғаҙа йылғаһында йөҙөп, болон үләнен ашап үҫкән ҡаҙ-өйрәктең ите бигерәк татлы була. Аллаға шөкөр, балалар менән бергәләп ашауға ла, һатыуға ла етә,—ти егәрле хужабикә.
Ишле мал-тыуар һәм ҡош-ҡорт көтөүселәрҙең һыйы ла мул шул.
Мәүлиҙә Фәтих ҡыҙы әйтеүенсә, бройлер себештәрен улар—апрелдә, ҡаҙҙы—майҙа, өйрәктәрҙе июнь айында ала икән.
—Августа—бройлерҙар, сентябрҙә өйрәктәр өлгөрә. Көндәр һалҡынайыу менән ҡаҙ өмәләрен башлайбыҙ. Тәүҙә Зилиә ҡыҙым менән 10 ҡаҙҙы йолҡоп алдыҡ. Шунан Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылынан ярҙамға килгән Һандуғас апайым, ауылда йәшәүсе дүрт һеңлем менән өмәләп 22-һен һуйып, эшкәртеп ҡуйҙыҡ. Тағы ла өмә ойоштороп, эште йомғаҡлап ҡуйырға ине,—ти хужабикә.
Һүрәттә: «Һандуғас апайым менән эштәр бигерәк ырамлы бара»,—ти Мәүлиҙә Ҡолмөхәмәтова (һулда).