Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
19 Сентябрь 2017, 11:35

ДӘҮЛӘТКӘ ТИҢ ӘБЙӘЛИЛ

Әбйәлил районы элек-электән гөрләтеп донъя көтә белгән эшһөйәр халҡы, ҡабатланмаҫ тәбиғәте, ерҙәренең байлығы, ырыҫы менән дан тота. «Атайсал» гәзите төбәк баҫмаһы булараҡ Урал аръяғына тарала башлағас та әбйәлилдәр беҙҙең баҫманы тәүгеләрҙән булып алдырҙы. Беҙ ҙә үҙ нәүбәтебеҙҙә гәзит уҡыусыларҙың өмөтөн аҡларға тырышып был тарафтарға йыш командировкаларға сығып, төбәктең һулышын яҡтыртырға тырыштыҡ. Әммә 2001 йылда донъялар үҙгәреп, почта бүлексәһе Белоретҡа ҡушылғас, гәзитте ташыу проблемаға әйләнде. Яңы технологиялар заманында электрон баҫма төшөнсәһе килеп тыуғас, был тарафтарға тағы юлыбыҙ төштө. Әбйәлил районы халҡы бөгөн нисек йәшәй? Ниндәй уңыштары бар? Киләсәктә нимәләргә өмөт итәләр? Элекке дуҫлыҡ күперен яңынан тергеҙергә мөмкинме? Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап алырға теләп, Әбйәлил районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовҡа мөрәжәғәт иттек.

Әбйәлил районы элек-электән гөрләтеп донъя көтә белгән эшһөйәр халҡы, ҡабатланмаҫ тәбиғәте, ерҙәренең байлығы, ырыҫы менән дан тота. «Атайсал» гәзите төбәк баҫмаһы булараҡ Урал аръяғына тарала башлағас та әбйәлилдәр беҙҙең баҫманы тәүгеләрҙән булып алдырҙы. Беҙ ҙә үҙ нәүбәтебеҙҙә гәзит уҡыусыларҙың өмөтөн аҡларға тырышып был тарафтарға йыш командировкаларға сығып, төбәктең һулышын яҡтыртырға тырыштыҡ. Әммә 2001 йылда донъялар үҙгәреп, почта бүлексәһе Белоретҡа ҡушылғас, гәзитте ташыу проблемаға әйләнде. Яңы технологиялар заманында электрон баҫма төшөнсәһе килеп тыуғас, был тарафтарға тағы юлыбыҙ төштө. Әбйәлил районы халҡы бөгөн нисек йәшәй? Ниндәй уңыштары бар? Киләсәктә нимәләргә өмөт итәләр? Элекке дуҫлыҡ күперен яңынан тергеҙергә мөмкинме? Ошондайыраҡ һорауҙарға яуап алырға теләп, Әбйәлил районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Рим Һатыбал улы Сыңғыҙовҡа мөрәжәғәт иттек.
—Рим Һатыбал улы, быйыл гәзитебеҙ ойошторған «Таҙа Һаҡмар» акцияһында әбйәлилдәр ҙур ойошҡанлыҡ күрһәтте. Һеҙ лайыҡлы башлап ебәргәнгә лә ул юғары кимәлдә дауам итте. Барыһы өсөн дә һеҙгә ҙур рәхмәт!
—Изгелек бит ерҙә ятып ҡалмай, шуға күрә Һаҡмар башын таҙалауға ҙур иғтибар бүлдек. Ошо сара арҡаһында әбйәлилдәр «Атайсал»ды яңынан иҫтәренә төшөрҙө. Гәзит беҙҙән айырылғанға ни тиһәң дә 16 йыл ваҡыт үтеп киткән. Мәғлүмәт етерлек заманда йәшәгәнлектән, Урал аръяғы һулышын яҡшы тоябыҙ. Әммә гәзит—гәзит инде ул. Уны алдыңа һалып уҡыуға бер ни етмәй.Киләсәктә был тәңгәлдә эшләп ҡарарбыҙ, теләгән баҫманың электрон вариантын ерҙең ҡайһы мөйөшөндә йәшәһәң дә алдырып уҡып була торған иҫ киткес технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Яҡташтарҙы ҡыуандырырға тырышырбыҙ.
—Ниндәй ул Әбйәлил халҡы?
—Тырыш, юҡтан бар яһарға торған йүнселдәр төйәге ул Әбйәлил. Районыбыҙ географик яҡтан бик уңайлы ерҙә урынлашҡан төбәктәрҙең береһе. Эргәлә эре металлургия комбинатлы Магнитогорск ҡалаһының, шифахана, курорттарҙың, тимер юлы, аэропорттың булыуы беҙҙең халыҡтың йәшәйешенә бик ҙур йоғонто яһай. Шуға ла әбйәлил халҡы менталитеты, үҙенең йәшәү кимәле буйынса башҡа яҡтарҙан ныҡ айырыла. Халыҡтың егәрлелеге райондың географик урынына ныҡ бәйле тип әйтер инем. Районда 16 мең шәхси ихата иҫәпләнә. Кешеләр хужалыҡтарында етештергән бөтә нәмәһен дә—ризыҡтан алып тормош-көнкүреш әйберенә тиклем аҡсаға әйләндереп ала. Шуға ла бында тормош кимәле күпкә юғары. Районда бөгөн 15 ауыл советы эшләй. Бөтәһе 45 меңдән ашыу 17 милләт вәкилдәре дуҫ, татыу йәшәй.
—Быйылғы йылдың 9 айлыҡ һөҙөмтәләре ҡыуанырлыҡмы?
—2017 йыл баштан ыңғай, матур башланып китте. Һуңғы 2 йылда беҙ бик күп эштәр эшләнек. Иң мөһиме оҙаҡ йылдар киҫкен һаналған мәсьәләләрҙең хәл ителеүе ҡыуандыра. Мәҫәлән: балалар баҡсаларына сират бөтөүе, халыҡты күптән йонсотҡан урындарға күперҙәр һалыныуы. Йылылыҡһыҙ, һыуһыҙ интеккән ауылдарға инженер селтәрҙәре һуҙылды.
Быйылғы йылдың 9 айында район бюджетының килем өлөшө плюс менән сығып килә. Килемле эшләгәс, халыҡ алдындағы бурыстарҙы үтәп сығырбыҙ тип ышанам.
—Белеүебеҙсә, төбәктә сәнәғәт предприятиелары юҡ тиерлек. Тимәк, ауыл хужалығы ныҡлы үҫешкән.
—Әйе, аграр район булараҡ, эштәребеҙ күберәк ауыл хужалығына бәйле. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был тармаҡта беҙҙә 1 меңгә яҡын ғына кеше шөғөлләнә. Төбәктә 20 ауыл хужалығы эшләп килә. 100-ҙән ашыу крәҫтиән-фермер хужалыҡтары теркәлгән. Фермерҙар һуңғы йылдар нисек кенә ауыр булмаһын эштәрен башлап, аяҡтарына ныҡлы баҫып тороуҙары менән күптәргә үрнәк. Һәр ваҡыттағыса «Красная Башкирия» флагман булып тора. Улар эшмәкәрлектәрендә сит ил технологияларын уңышлы ҡуллана. Уларҙан ҡала килгән хужалыҡтар рәтенә «Башаҡ», «Күсем», «Завет», «Аграрий», «Сорт участок» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрен индерер инем. Юлдыбаев Рәмил, Сербко Владимир, Рәхмәтов Тимербулат, Мортазина Сания, Бараҡов Азамат, Вәлиев Азамат, Старцевтың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ҡырсылыҡты ла, малсылыҡты ла берҙәй тигеҙ алып бара. Эштәрен башлап ебәреүсе фермерҙарҙың күбеһе дәүләт гранттарын алып, хужалыҡтарының ҡеүәттәрен арттырҙы.
—Төбәктә урып-йыйыу эштәре нисек бара?
—Бөгөнгө көн күрһәткестәре буйынса бөтә сәселгән ерҙәрҙән уңыш йыйып алынды. Гектар ҡеүәте 21, 7 центнер тирәһе. Әлеге көнгә яҡынса 70 мең тонна иген культуралары йыйып алынған. Фаразлауымса, уңыш былтырғыға ҡарағанда ла яҡшыраҡ буласаҡ. Дөйөм алғанда вал йыйылмаһы 90-95 мең тонна булыр тип көтәбеҙ. Тәбиғәт шарттары ныҡлап аяҡ салмаһа, сентябрь аҙағына шундай күрһәткестәргә ышаныс бар. Йылдағыса урып-йыйыу эшендә «Красная Башкирия» хужалағында, «Сорт участок», «Башаҡ» йәмғиәттәре алда бара. Ошо хужалыҡтарҙа гектар ҡеүәте 30-55 центнер тирәһендә тирбәлә. Төбәктә ужым арышын сәсеү дауам итә. Көҙгө ерҙе эшкәртеү ҙә башланып тора.
—Йыйып алған уңышты ҡайҙа һаҡлайһығыҙ?
—Иген күп булһа ла, булмаһа ла ҡыйын. Ҡоролоҡ та бәкәлгә һуға. Игендең күп булыуы хаҡтарға йоғонто яһай. Бәлки, ҡыш, яҙ көнө игенгә хаҡ күтәрелер тигән өмөт менән үҙ келәттәребеҙҙе тултырабыҙ. Әлмөхәмәт элеваторы, Магнитогорскиҙың СИТНО йәмғиәте лә иген культураларын ҡабул итә. Тағы шуныһы: быйыл 100 процент орлоҡ һалып ҡалдырырға йыйынабыҙ.
—Тимәк, һатыу баҙарында игенгә артыҡ һорау юҡ.
—Әлегә юҡ шул, бәлки тора бирә хәлдәр үҙгәреп тә китер. Ошондай хәлдән сығыу өсөн һуңғы йылдарҙа баҙарҙа ниндәй иген культуралары ҙур һорау менән ҡуллана шуларҙы күберәк сәсергә тырышабыҙ. Ул да булһа техник культуралар. Май һығыу өсөн рапс, етен, көнбағыш талап ителһә, ҡара бойҙай, гәрсистең дә хаҡы ярайһы уҡ юғары. Бойҙай, арпа, һоло сәсеп кенә бөгөн иҡтисадты күтәреп булмай.
—Малсылыҡ тармағы нисек үҫешә? Малдарҙы ҡышлатыуға әҙерлек нисек?
—Райондың бөтә төр хужалыҡтарында 32 мең баш эре мөгөҙлө мал аҫрала, 40 меңдән ашыу һарыҡ, 9 меңдән ашыу йылҡы иҫәпләнә. Шәхси ихаталарҙан айырмалы рәүештә ауыл хужалыҡтарында малдар артыҡ күп түгел, барлығы 5 мең баштан ашыу. Быйыл һәр бер баш малға 30-35 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләгәнбеҙ. Әлеге көндә силос һалыу дауам итә. Һөтсөлөк тә ярайһы ғына табыш килтерә. Районда көнөнә 27 тонна һөт етештерелһә, шуның 10 тоннаһын «Красная Башкирия» хужалығының ике фермаһында аҫралған тоҡомло һыйырҙар бирә.
Йылҡысылыҡ буйынса беҙ республикала күрше Баймаҡтан ҡалышып икенсе урында торабыҙ. Ҡымыҙ етештереү буйынса ла икенсебеҙ. Бөгөн районда башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү буйынса 4 шәхси йәмғиәт—«Яҡташ», «Иҙел», «Ҡаҙмаш», Рәжәпова яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре эшләп килә. 350-400 баш йылҡы аҫраусы фермерҙар ҡымыҙ, ит һатып ярайһы уҡ килем ала. Фермер Мәхейәнов Рөстәм йылҡыларына махсус йәйләү булдырып, ҡымыҙ яһау цехы асты. Бейәләрҙе һауыу аппараты ярҙамында бәйләйҙәр. Етештергән ҡымыҙҙары күрше Магнитогорскийға, Яҡтыкүлгә, Өфөгә, Сибайға, Белоретҡа һатыуға оҙатыла. Урында һәр кем йылҡы тоторға тырыша ла ул, был тармаҡтың икенсе яғы ла бар. Аттарҙы яҡшылап көтмәйҙәр, ҡайҙа теләй шунда йөрөгән йылҡы өйөрҙәре күпләп игенлектәрҙе, көтөүлектәрҙе тапай. Хужаларҙың көтөүлектәрҙе ойоштормауы район иҡтисадына ҙур зыян килтерә. Рентабеллеге 90 проценттан ашып киткән йылҡысылыҡ тармағы киләсәктә көтөүлектәр ойошторолоп, тәбиғәткә, экологияға зыян килтермәҫлек итеп үҫешеүен теләйем.
—Белеүебеҙсә республиканың 100 йыллығына—100 объект исемлегенә һеҙҙең төбәктән дә проекттар ингән. Сер булмаһа, юбилей йылында ниндәй объекттар сафҡа инәсәк?
—Билдәле булыуынса, 2019 йылда республикабыҙ үҙенең автономия яулауына 100 йыллығын киң билдәләргә йыйына. «100 йыллыҡҡа—100 объект» проекты сиктәрендәТупаҡ ауылында 120 урынға иҫәпләнгән урта дөйөм белем биреү мәктәбе, 60 урынға балалар баҡсаһы төҙөләсәк. Ҙур әһәмиткә эйә булған Асҡар-Сибай юлы төҙөкләндереләсәк. Юлдың бер өлөшө бер нисә йыл элек үк эксплуатациялауға тапшырылды. 2018-2019 йылдарҙа Хәлилдән Әлмөхәмәткә табан 18 саҡрым юл рәткә килтереләсәк. Был трассаның Төйәләҫ менән Казанка, Сибай ҡалаһы араларын Сибай, Баймаҡ хакимиәттәре хәл итһә, идеаль тороштағы юл килеп сығасаҡ.
—Әлеге көндә районда нимәләр төҙөлә?
—Сиҙәм мәктәбе капиталь ремонтлана. Республиканың социаль маҡсатлы программаһы аша был юҫыҡҡа 40 миллион һум аҡса бүленде. Белем усағы танығыһыҙ булып үҙгәреп, яңы төҫ алып килә. Бина эсендә ремонт тамамланды, тышҡы эштәр дауам итә әле. Атауҙы ауылында фельдшер-акушер пункты һалынып ята. 6 октябрҙә Республика көнө уңайынан Ҡаҙмашта клуб асырға йыйынабыҙ. Үҙ көсөбөҙ менән мәҙәниәт усағын яңырттыҡ. Шулай уҡ архивҡа бина хәстәрләнек.
Район бюджеты аҡсаһына Хәлил ауылында Советтар Союзы Геройы Fәбдрәүеф Дәүләтовҡа, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарына бағышланған стелла астыҡ.
Урындағы инициативарға ярҙам итеү программаһы буйынса Ташбулат ауыл биләмәһе трактор һатып алырға йыйына, Красная Башкирия халҡы урамдарҙы яҡтыртыу инициативаһын яҡлап сыҡты. Был тәңгәлдә 1 ноябргә ҡәҙәр эштәр тамамланырға тейеш. Шулай уҡ бер нисә ауыл халҡы мәктәптәрҙең тәҙрәләрен пластикка алыштырыуҙы хупланы. Әбдрәш, Ишҡол, Аслай ауылдарында зыяраттар профлист менән кәртәләнеп алынасаҡ. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Аныҡ эштәр» проекты буйынса Ҡырҙас, Ҡужан, Иҙәш, Ишбулды ауылдары клубтары рәтләнәсәк.
—Әбйәлилдә халыҡ дәртле. Быйыл 15 ауылда «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙыу ҙа ошоға ишара түгелме?
— Быйыл осрашыуҙар үткән ауылдарҙа халыҡтың 40 миллион һумға яҡын аҡсаһы төҙөкләндереү эштәренә йүнәлтелде. Матур сараға һөҙөмтә лә яһайбыҙ. Быйыл беренсе урынды Хәлил ауылы алды. Ауыл хакимиәте биләмәһенә 50 мең һум күләмендә дәртләндереү премияһы бирҙек. Икенсе урынды Ишкилде ауылы (Көрәк) яуланы. Улар 40 мең һум алды. Өсөнсө урынды яулаған Ишҡол ауылына 30 мең һум күләмендә дәртләндереү призы эләкте.
—Әбйәлил ере инвесторҙарҙы нимәһе менән ҡыҙыҡтыра?
—Әлмөхәмәт ауылынан алып Магнитогорскийға тиклемге ер аҫты арауығын мәрмәр ятҡылыҡтары биләй. Австрия инвесторҙары Первомайка, Йәнгел ауылдары янында 100 гектар урында карьер ҡаҙыу өсөн ерҙе рәсмиләштереүгә документтарын йыя башланы. Инвестор 500 эш урыны булдырырға ниәтләй. Беҙҙең районға 200 миллион евро инвестиция булараҡ һалынасаҡ. Был төбәк өсөн бик ҙур аҡса. Уртаса эш хаҡы 25 мең һум тирәһе булған эш урындары барлыҡҡа киләсәк.
—Туризм тармағы табыш килтерәме?
—Әлбиттә. Тәбиғәттең иҫ киткес төрлөлөгө, хозурлығы, күлдәребеҙҙең күплеге туристарҙы йәйен дә, ҡышын да ылыҡтыра. Был тәңгәлдә Яҡтыкүл район, Рәсәй бюджетына ярайһы ғына табыш килтерә. Шуға туризмды үҫтереү буйынса махсус программа эшләгәнбеҙ. Республика проекттарында ла ҡатнашабыҙ.
Читайте нас: