АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
31 Август 2017, 13:17

ҠУРСАЛАМАҺАҠ КҮЛЕБЕҘҘӘН НИ ҠАЛЫР?

Баймаҡ районының брендына әүрелгән Талҡаҫ күленең матурлығы тураһында республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә йәшәүселәр ҙә яҡшы белә. Уның оҙонлоғо—4000, киңлеге—1250, ә тәрәнлеге 12-15 метрға етә. Талҡаҫ—«тал ҡаҙы» тигәнде аңлата. Күл яры буйҙарындағы ләмдең дауалау үҙенсәлектәре борондан билдәле булған. Fалимдарҙың тикшеренеүе һөҙөмтәһендә унда 5 миллион тоннанан артыҡ ләм тәшкил итеүе асыҡланған. Шифалы батҡаҡ ярҙамында йөрәк, ҡан тамырҙары һәм нервы системаһын дауаларға мөмкин. XX быуаттың 80-се йылдарынан алып «Сибай» санаторий-профилакторийында һәм Баймаҡ ял йортонда («Талҡаҫ» шифаханаһы) шифалы ләм менән дауалайҙар. Урындағы халыҡ уны йыш ҡына быуындар һыҙлаған ваҡытта ҡулланған.

Баймаҡ районының брендына әүрелгән Талҡаҫ күленең матурлығы тураһында республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙә йәшәүселәр ҙә яҡшы белә. Уның оҙонлоғо—4000, киңлеге—1250, ә тәрәнлеге 12-15 метрға етә. Талҡаҫ—«тал ҡаҙы» тигәнде аңлата. Күл яры буйҙарындағы ләмдең дауалау үҙенсәлектәре борондан билдәле булған. Fалимдарҙың тикшеренеүе һөҙөмтәһендә унда 5 миллион тоннанан артыҡ ләм тәшкил итеүе асыҡланған. Шифалы батҡаҡ ярҙамында йөрәк, ҡан тамырҙары һәм нервы системаһын дауаларға мөмкин. XX быуаттың 80-се йылдарынан алып «Сибай» санаторий-профилакторийында һәм Баймаҡ ял йортонда («Талҡаҫ» шифаханаһы) шифалы ләм менән дауалайҙар. Урындағы халыҡ уны йыш ҡына быуындар һыҙлаған ваҡытта ҡулланған.
Заманында күлдә балыҡ күп булды. Һуғыш йылдарында һәм унан һуң Иҫән ауылында, Түбә ҡасабаһында йәшәүселәр күлдең балығы менән туҡланды. Ул йылдарҙа «Таналыҡ», Салауат исемендәге колхоздарҙа һәм Баймаҡ ял йортонда үҙҙәренең балыҡ тотоусы бригадалары булды.
1970 йылдарҙа күл тирәһендә төҙөкләндереү эштәре алып барылды. Көнсығыш һәм көньяҡ яр буйҙарында, Исмәғил тауы итәгендә ағастар, күбеһенсә шыршылар ултыртылды. Хәҙерге көндә улар бик матур булып үҫеп киткәндәр. Талҡаҫтың арғы ярына транспорт менән үтеү тыйылды, Түбә ҡасабаһы яғындағы ярҙа тәрән соҡор ҡаҙылды. Күлдең көнсығыш ярындағы пионерҙар лагеры эргәһендә һаҡ ҡуйылды. Машинала усаҡ яғырлыҡ утын булһа, уның водителенә кеше һанына ҡарап аҡса түләгәндән һуң, квитанция буйынса ғына үтергә рөхсәт бирелде. Иҫән ауылына яҡын ярында машиналар ҡуйыу урыны булдырып, кәртәләп алынды һәм һаҡлау пункты урынлаштырылды. Ял итеү өсөн тәғәйенләнгән урындарҙа 20-нән ашыу бәҙрәф эшләнде. Бер-нисә урынға сүп-сар контейнерҙары ҡуйылды. Уларҙы Баймаҡтан килгән сүп-сар ташыу машиналары хеҙмәтләндерҙе. Түбә ҡасабаһы яғындағы урман башланған ерҙән Таналыҡ йылғаһы ағып сыҡҡан урынға тиклем йыуан тимер сыбыҡтан трос һуҙҙылар. Хәҙер ул урыны-урыны менән өҙөлгән, шуға ла машиналарын һыуға индереп йыуыусылар осрай.
Бер көн Иҫәндән Баймаҡҡа ҡайтҡанда ошо арауыҡтағы юлдан бер сәғәт эсендә 96 машина үтеүен иҫәпләнем. Уларҙың һәр береһенә кәм тигәндә лә 3-4 кеше ултырып алған ине. Ә көн буйына Талҡаҫ буйында күпме кеше ял итеүен асыҡ ҡына әйтеүе лә ҡыйын. Тағы ла төнгөлөккә йоҡлап ҡалыусылар һанын ҡушһаң. Ял итеүселәр ҡайҙан ғына килмәй, ҡайҙа ғына туҡтамай? Бәҙрәфтәр булмағас, халыҡ яҡындағы йорттарҙың туалетына йөрөргә мәжбүр.
Мин үҙемдең ата-олатайҙарым йәшәгән урынға йорт төҙөнөм. Ул Талҡаҫҡа бик яҡын. Урамды штакетник менән кәртәләгәнмен. Үкенескә ҡаршы, ял итеүселәр минең һәм күршеләрҙең ҡоймаларын, йорттарының йоҙаҡтарын ватып инә. Балалар ял лагерҙарында һәм «Талҡаҫ» шифаханаһында ял итеүселәрҙән әҙерәк оялырға кәрәк. Кискеһен, күлдең аръяғына ҡараһаң, тиҫтәләгән усаҡтар ҡабына. Был күренеш хатта «Сталинград алышы» фильмын хәтерләтә. Форсаттан файҙаланып, күл буйына килеүселәргә бөгөнгө көн менән генә йәшәргә ярамай, тип әйтер инем. Быйыл Экология йылында мин телгә алған һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәһәк, киләһе быуын кешеләре беҙҙе ғәфү итмәҫ. Районыбыҙҙың йөҙөн билдәләгән Талҡаҫыбыҙ ҡурсалауға мохтаж. Заманында дәрәжәле урында эшләгән бер кеше күлдең һаҡсыһы булырға риза, тик уға йәшәргә һәм эшләргә шарттар кәрәк. Уйлаһаң, был мәсьәләне ыңғай хәл итергә мөмкин.
Үҙем Иҫәндә тыуып үҫкән кеше һәм тарихсы булараҡ, тыуған еремә бәйле легендаларҙы, ер-һыу атамаларын өйрәнәм.
Элек Талҡаҫ күле ҡуйы урман менән уратып алынған булған. Уның аша күл дә ауылға күренмәгән хатта. Талҡаҫҡа Ирәндек яғынан 12 шишмә ҡойған. Хәҙерге ваҡытта уларҙың һаны 3-4 кенә. Ә күлдән бер генә йылға—Таналыҡ ағып сыға.
Күлдең уртаһында утрау бар. Элек утрау ҙурыраҡ булған. Яңы өйләнешкән йәштәр кәмәгә ултырып утрауға барғандар, иҫтәлек өсөн ҡайынға йөҙөктәр, көмөш аҡсалар, балдаҡтар элеп киткәндәр. Утрауҙың ярға ҡараған яғында иҙән кеүек таш бар ине, йәш-елкенсәк уның өҫтөндә бейер ине. Әле лә хәтерҙә: ауылдың егет-ҡыҙҙары ишкәкле кәмәләргә икешәр ултырып утрауға йөҙә торғайны. Араларында Салауат Әминев тигән шәп гармунсы булды. Ярҙан ҡуҙғалып киткәс тә гармун тарта башлай, ә йәштәр ҡушылып йырлай, бейей ине.
Бөгөнгө йәштәребеҙгә шуны әйтер инем: таҙа, мул һыулы Талҡаҫыбыҙҙы һаҡлайыҡ, был тәбиғәт ҡомартҡыһы киләсәк быуынға һәм уларҙың балаларына ла ҡалырға тейеш.
Исмәғил Мөхәмәтйәнов,
Баймаҡ ҡалаһы һәм районының Почетлы гражданы.