Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
25 Август 2017, 13:57

ИГЕН ҮҪҺЕН ТАУ-ТАУ

Ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында иген культураларын урып-йыйыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Баймаҡ районының Сосновка ауылы эргәһендәге киң баҫыуҙарҙа ла эш тынғаны юҡ. Элек был ерҙәрҙе «Йылайыр» совхозы игенселәре эшкәртһә, хәҙер бында уңған фермерҙар хужалыҡ итә.«Мөрсәлимов» һәм «Рәхимов» крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла эштәр ырамлы. Ергә ереккән ир-егеттәр пай ерҙәрен эшкәртеп сәсә, ура, ферма һәм иген һаҡлау келәттәрен ремонтлап тәртиптә тота, мал үрсетә. Хужалыҡтарҙың тәүгеһе игенселек тармағын үҫтереү өҫтөндә тырышып эшләй. Руслан Миңдәүләт улы Мөрсәлимов етәкселегендәге берҙәм коллектив көндәрҙең яҡшы тороуын һәм ашлыҡтың бешеп етеүен иҫәпкә алып, бесәнде бөтөр-бөтмәҫ уңыш йыйыуға тотонған. Игенселәр аҙна эсендә 200 гектар ерҙән һоло һәм арпа культураларын һуғып алған. Хужалыҡтың идарасыһы Миңдәүләт Мөрсәлимов әйтеүенсә, быйыл да улар игенде былтырғы кимәлдән кәм йыймаҫҡа иҫәп тота. Арпаның уңдырышлылығы гектарынан 23-24 центнер тәшкил иткән һәм был яҡшы күрһәткес һанала. Бойҙай ҙа төшөмлө булыр тип өмөтләнәләр.

Ауыл хужалығы предприятиеларында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында иген культураларын урып-йыйыу эштәренең иң ҡыҙған мәле. Баймаҡ районының Сосновка ауылы эргәһендәге киң баҫыуҙарҙа ла эш тынғаны юҡ. Элек был ерҙәрҙе «Йылайыр» совхозы игенселәре эшкәртһә, хәҙер бында уңған фермерҙар хужалыҡ итә.
«Мөрсәлимов» һәм «Рәхимов» крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла эштәр ырамлы. Ергә ереккән ир-егеттәр пай ерҙәрен эшкәртеп сәсә, ура, ферма һәм иген һаҡлау келәттәрен ремонтлап тәртиптә тота, мал үрсетә. Хужалыҡтарҙың тәүгеһе игенселек тармағын үҫтереү өҫтөндә тырышып эшләй. Руслан Миңдәүләт улы Мөрсәлимов етәкселегендәге берҙәм коллектив көндәрҙең яҡшы тороуын һәм ашлыҡтың бешеп етеүен иҫәпкә алып, бесәнде бөтөр-бөтмәҫ уңыш йыйыуға тотонған. Игенселәр аҙна эсендә 200 гектар ерҙән һоло һәм арпа культураларын һуғып алған. Хужалыҡтың идарасыһы Миңдәүләт Мөрсәлимов әйтеүенсә, быйыл да улар игенде былтырғы кимәлдән кәм йыймаҫҡа иҫәп тота. Арпаның уңдырышлылығы гектарынан 23-24 центнер тәшкил иткән һәм был яҡшы күрһәткес һанала. Бойҙай ҙа төшөмлө булыр тип өмөтләнәләр.
Механизаторҙар Данил Шәйәхмәтов менән Владимир Винклер игенде яҫмаларға һалһа, комбайнсылар Сәлимйән Сәлимов менән Иршат Солтанов уны урып-һуға. Вәлит Үлйәбаев менән Илдар Хәбирйәновтар уңышты трактор һәм КАМАЗ-да ырҙын табағына ташый. Ялан батырҙары үҙ эштәрен белеп, ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Сәсеп-үҫтергән игендең бер бөртөгөн дә сәсмәй-түкмәйенсә йыйып алыу игенселәрҙең төп бурысы булып тора. Хужалыҡтың сабыулыҡ яландарында эш тамамланыуға бара. Үҙе КФХ етәксеһе, үҙе механизатор Руслан Мөрсәлимов хуш еҫле бесәнде рулондарға төрөп ферма бесәнлегенә оҙатыу менән мәшғүл. Эшселәр өсөн ялан кухняһы ойошторолған. Улар оҫта ҡуллы ашнаҡсы Зилиә Үлйәбаева әҙерләгән аш-һыуҙан бик тә ҡәнәғәт.
Малсылыҡ тармағын йәйелдереү менән шөғөлләнгән «Рәхимов» крәҫтиән-фермер хужалығында ла эш ҡайнай. Бында бөтәһе 160 баш мал: һыйыр, йылҡы һәм һарыҡтар аҫрала. Һимертеүгә ҡуйылған малдарҙы фермала ҡараһалар, ҡалғандарын йәйләүҙә көтәләр. 14 бейәнән көнөнә 60-70 литр һөт һауып алып, ҡымыҙ яһайҙар. Унан шифалы эсемлекте пластик шешәләргә тултырып, Аҡъяр-Сибай трассаһында урынлашҡан киоскыға һатыуға сығаралар. Әйткәндәй, батырҙар эсемлеге юлаусыларҙа ҙур һорау менән ҡуллана. Малдарҙың имен һәм туҡ булыуы өсөн көтөүселәр Илнур Әхмәтов менән Әхәт Минишев яуаплы.
—Ике хужалыҡта ла эште тигеҙ, ойошҡанлы алып барырға тырышабыҙ. Бөтәһе 834 гектар ергә һоло, арпа, бойҙай һәм ҡара бойҙай сәстек. Көндәр ҡоро торғанда бойҙайҙы йыйып алып өлгөрөргә кәрәк. Беҙ пай ерҙәрен эшкәртәбеҙ, шунлыҡтан 100-ҙән ашыу пайсыны ҡарарға бурыслыбыҙ. Йыл да уларҙың һәр береһенә 5-әр центнер ашлыҡ бүлеп бирәбеҙ.
300 тонна бесән әҙерләнек, ул малдарға артығы менән етергә тейеш. Эшселәргә эш хаҡын ваҡытында бирергә тырышабыҙ. Шулай уҡ, бесән, иген, утын, ит менән тәьмин итәбеҙ,—ти хужалыҡ идарасыһы Миңдәүләт Мөрсәлимов.
Бер ғаилә булып, аңлашып эшләгәс ике хужалыҡтың да эштәре ыңғай бара, эшселәрҙең дә кәйефе көр.
Һүрәттә: хужалыҡ эшселәре.
Читайте нас: