Бөтә яңылыҡтар
Төбәк һулышы
18 Август 2017, 13:53

МОҠАС ЮЛДАРЫ ТИП-ТИГЕҘ

—Урал аръяғының транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә 4,5 миллиард һум аҡса бүленде. Был республика буйынса дөйөм сумманың 11 процентын тәшкил итә,—тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов. Етәксе шулай уҡ 2015-2020 йылдарҙа Урал аръяғы иҡтисадын комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡыҫҡа сроклы программаның өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе юлдар төҙөү булыуын белдерҙе.Программа сиктәрендә төбәк аша үткән Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, Магнитогорск-Ира, Иҫке Собханғол-Мораҡ, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай транзит магистралдәр ҙә рәткә килтерелә. Дөйөм алғанда Урал аръяғында 435 саҡрым автомобиль юлы реконструкцияланған һәм ремонтланған, 12 күпер һалынған. 2016 йылда Сибай-Күсей-Хәлил юлына капиталь ремонт башланды. Баймаҡ районы биләмәһенән үткән был шоссеның 0-15 саҡрымына капиталь ремонтты «Ойл стройкомплект» йәмғиәте эшселәре башҡара.Әлеге көндә улар Сибай урман хужалығынан алып Моҡас ауылына табан илткән юлды тулыһынса яңыртҡан, кисеүгә күпер, һыу юлдарына торбалар һалған.

—Урал аръяғының транспорт инфраструктураһын үҫтереүгә 4,5 миллиард һум аҡса бүленде. Был республика буйынса дөйөм сумманың 11 процентын тәшкил итә,—тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов. Етәксе шулай уҡ 2015-2020 йылдарҙа Урал аръяғы иҡтисадын комплекслы үҫтереүгә йүнәлтелгән ҡыҫҡа сроклы программаның өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе юлдар төҙөү булыуын белдерҙе.
Программа сиктәрендә төбәк аша үткән Стәрлетамаҡ-Белорет-Магнитогорск, Магнитогорск-Ира, Иҫке Собханғол-Мораҡ, Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай транзит магистралдәр ҙә рәткә килтерелә. Дөйөм алғанда Урал аръяғында 435 саҡрым автомобиль юлы реконструкцияланған һәм ремонтланған, 12 күпер һалынған.
2016 йылда Сибай-Күсей-Хәлил юлына капиталь ремонт башланды. Баймаҡ районы биләмәһенән үткән был шоссеның 0-15 саҡрымына капиталь ремонтты «Ойл стройкомплект» йәмғиәте эшселәре башҡара.Әлеге көндә улар Сибай урман хужалығынан алып Моҡас ауылына табан илткән юлды тулыһынса яңыртҡан, кисеүгә күпер, һыу юлдарына торбалар һалған.
—Юлға капиталь ремонт башлар алдынан иң беренсе нәүбәттә алмаш юл һалыу зарур. Был тәңгәлгә әллә күпме ваҡыт һәм аҡса китте. Унан ғына иҫке шоссены тулыһынса яңыртырға тотондоҡ,—ти йәмғиәттең участка начальнигы Илнур Вәлиев.—Юл япмаһы яңырып ҡына ҡалмай, һыу торбаларын алмаштырабыҙ, текә үрҙәрҙе һөҙәкләйбеҙ, юл билдәләрен яңыртабыҙ. Хәҙерге көндә беҙ Моҡасты үткәс Әхмәргә табан үрҙе тулыһынса тигеҙләйбеҙ. Артабан Төйәләҫ йылғаһына ҡәҙәр юлды яңыртып, күпер һалғас, быйылға эш туҡтап торасаҡ. Аҡса бүленә ҡалһа, юлды дауам итергә форсат сығасаҡ.
Йәмғиәттең эшселәре лә, техникалары ла Моҡас ауылындағы ваҡытлыса базала туҡталған. 27 эшсенән торған бригада ике сменала эшләй. КаМАЗ, экскаватор, бульдозер, виброкаток кеүек техника булғанда юлсыларға артыҡ көс түгергә кәрәкмәгән кеүек тә. Шулай ҙа ҡул көсө талап ителгән урындар бихисап. Беҙ барғанда ҡеүәтле техника тау ҡуйынын аҡтарып, юл япмаһын 3 метрға аҫҡа төшөрөү өсөн таштарҙы КаМАЗ-дарға тейәй ине. Бульдозер, виброкаток водителдәренә лә эш етерлек.
Илнур Мөхәмәт улы юлдың әҙер өлөшөн дә күрһәтте. Элекке соҡор-саҡырлы юлдар урынына ап-аҡ ҡырсын түшәлгән тип-тигеҙ юл хасил булған.
—Бында төрлө тарафтарҙан йыйылған эшселәр эшләһә лә, үҙ-ара бик татыуҙар. Туҡланыу, йәшәү ҙә ауылда. Әйткәндәй, ирле-ҡатынлы Байғоловтарға рәхмәтебеҙ сикһеҙ. Улар беҙҙең йәмғиәт эшселәренә ваҡытлыса торлаҡ та бирҙе, ашханабыҙ ҙа уларҙың бәләкәй өйөндә урынлашҡан,—ти участка начальнигы урындағы халыҡтың ҡунаҡсыл, ярҙамсыл булыуына баҫым яһап.
Ауыл урамына ла ҡырсын түшәнек, текә ерҙәрен тигеҙләнек.
Эшселәр аш-һыу әҙерләүсе Айһылыу Байғоло-ваның эшенән бигерәк ҡәнәғәт. Көнөнә ашнаҡсы 50-нән ашыу кешене йылы аш менән тәьмин итеп кенә ҡалмай, һауыт-һабаһын да йыуа, ашхана урынлашҡан өйөн дә ялт итеп ҡуя. Ире Рәйес Байғолов та эшселәр ваҡытлыса йәшәгән йортто тәртиптә тота, мунса яға, йәмғиәттең техникаһын ҡарауыллай.
—Ир-егеттәр менән эшләүе еңел бит ул. Улар рәхмәтле була белә, тамаҡтары туйһа, матур һүҙҙәрен әйтеп, дәртләндереп сығып китәләр. Етәкселәребеҙ итәғәтле, эшебеҙҙе баһалай-ҙар. Яңыраҡ ҡына улыбыҙ кәләш алды. Эшләгән аҡсабыҙ туй яһарға етте. Ауыл кешеһенә эштән башҡа тағы нимә кәрәк,—тип йылмая Айһылыу Әхмәтйән ҡыҙы.
«Ойл стройкомплект» йәмғиәтенең Урал аръяғында тағы бер объекты бар. Улар Йылайыр районының Кананикольск һәм Шанск ауылдары араһында өр-яңы юл төҙөй. 13 саҡрым тәшкил иткән был автомобиль юлы төпкөл ауылдарҙы тоташтырыу федераль программа сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Гөлдәр Ҡадаева.
Һүрәттәрҙә: Ш.Абдуллин, Р.Хәмзин, Р.Муллағәләмов, И.Вәлиев эш урынында;
Айһылыу һәм Рәйес Байғоловтар.
Читайте нас: